Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-8 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 22.01.2014 1 min read

Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-8

Новости » Слово автору
К. Г. Юнгса, төштәрҙә, фантазияла кеше миф, әкиәт мотивтарын, образдарын хәтерләткән күренештәр, образдар менән эш итә. Шулар, уныңса, архетип була ла инде. Был фекерен ул анима (кәләш булаһы батша ҡыҙы), аҡыл эйәһе булған рух (геройға кәңәш биреүсе) һәм уларҙың зооморф ҡиәфәттәге иштәген (тотем-кейәү, ярҙамсыл хайуандар) архетибын тикшереүе менән нигеҙләй. Һәм шундай һығымтаға килә: баҡтиһәң, аңһыҙ рәүештә коллектив ижад булараҡ әкиәт кешелек цивилизацияһы таңында тыуған мотивтарҙы, тип һәм образдарҙы, йәғни архетиптарҙы беҙгә килтереп еткергән күренеш имеш. Иң боронғо архетиатарҙың береһе – “Тереһыу йәки Йәншишмә” мотивы икән. һыуҙы илаһилаштырғанға тиклем үк, кеше уны, ғүмер биреүсекөс, тип таныған. Күп кенә халыҡтарҙың мифтарында, һыу – инә ҡарынына бәрәбәр изге сығанаҡ, тип баһалана. Боронғо һинд мифыноа һыу – донъяны бар иткән. Гректың боронғо мифтарының ҡаһармандары өсөн һыу – ҡасып йәшеренер, һыйыныр урын. Христианлыҡҡа иман килтереү, суҡындырыу, йолаһы ла һыу стихияһына бәйле. Ағын һыуға төшөү – яңынан инә ҡарынына ҡайтыу, яңынан тыуыу мәғәнәһенә эйә тип белгәндәр.Башҡорт та борон-борондан һыуҙы илаһи сығанаҡ, илаһи көс, тип белгән. «Урал батыр» эпосында һыу, даръя — иҫке быуынды бөтөрөп, кешелектең яңынан тыуыуына сәбәпсе сара. Йәншишмә – үлем алдында ҡалғанға ғүмер биреүсе, тимәк, шулай уҡ яңынан тыуыуға сәбәпсе. «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән һыуһылыу» ише мифологик нигеҙле эпостарыбыҙҙың ҡаһармандары һыу аҫты батшалығына төшөп, һыу батшаһы ҡыҙы менән никахлаша. Был осраҡта никах, тимәк, шуға сәбәпсе булған һыу стихияһы геройҙың яңы сифатта яңынан йәшәй башлауын тәьмин итеүсе ролендә кәүҙәләнеш ала. «Аҡһаҡ ҡола», «Кара юрға» эпостарында кеше яҙмышында хәл иткес роль башҡарасаҡ толпар йә арғымаҡ һыуҙн сыға йә һыуҙа тыуа. Һыуҙың ошондай төшөнсәле магиҡ ҡөҙрәте хаҡындағы мотив АТ 706 (Сулаҡ ҡыҙ) тибындағы әкиәттәрҙә, мәҫәлән, «Яуыз еңгә” тигәнендә (5, № 65) үҙәк урынды биләй. Әммә эпостағы мотив был осраҡта һүҙмә-һүҙ ҡабатланмай, бары тик мәғәнә яғынан тапкилеш кенә күҙәтелә. Өҙәҡырҡылған ҡулды ла, батырыу маҡсатынан һелтәнелгән сабыйҙы ла һыуһауыҡтыра: сулаҡ яңынан ҡуллы була, йән биргән сабый терелә.Әле беҙ һүҙ алып барған мотив гректың бер мифын хәтерләтә. Агос иле хакимы Акрисияға оракулдар, әжәлең ейәнеңдән булыр, типкүрәҙәлек итә. Шул сәбәптән хәүефкә төшкән хаким, берәй ир затынанауырға ҡалып ҡуймағайы тип, Даная атлы ҡыҙын ете ҡат ер аҫтындағы ете ҡат бикләнмәле еҙ бүлмәгә бикләй. Уны шунда аҫырай. Әммә ҡыҙ, Зевстаи ғоманлы булып, ир бала тыуҙыра. Уға Персий тип исем ҡушалар. Был яңылыҡты ишеткән Акрисий ҡыҙы менән ейәнен, ҡумтаға һалып, диңгеҙгә ташлата. Ҡумта Сериф утрауы ярына яға — әсәле-уллы тере ҡала. Байтаҡ мажараларҙан һуң, Даная ата йортона ҡайта, Ир еткән Персий аң-ғармаҫтан ғына олатаһының башына етә. Беҙҙең иғтжбарҙн тартҡаны шул: был мифта ла ҡыйырһытылыусыға мәрхәмәтлекте һыу күрһәтә. Акрисия — Даная — Персий бәйләнеше хаҡындағы мифтағы ошо мотив «Иҫке Тәүрат»тан да билдәле. Унда бәйән ителеүенсә, әсәһе Муса атлы бәйғәмбәр булыр сабыйҙы, талдан үрелгән һауытҡа һалып, һыуға ташлай. Әммә баланы һыу ҡабул итмәй. Әйткәндәй, Муса бәйғәмбрҙе иудиҙар, христиандар Моисей тип атаған. Ә боронғо йәһүд теленән тәржемә иткндә, «Моисей» тигән исем «һыуҙан алынған» тигәнде аңлата имеш (49, 292). Бөгөн булһын сабый бала әгәрҙә: «Мине ҡайҙан алдығыҙ?» – тип һораһа, әсәй кешенең: «Һыуҙан тотоп алдыҡ”, — тип яуап бирә. Был мотив яҡташыбыҙ Робер Миңнуллиндың Сара Садыҡова тарафынан көйгә һалынған “Әнкәй” шиғырында ла сағылыш тапҡан:Әнкәй безне Сөннән алып кайткан,

Сөн суында юган иң элек…

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika Оцени статью!

Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-8 HTML ссылка на публикацию

[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/1321-khaly1185-124111771241bi1241te.html]Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-8[/url] BB ссылка на публикацию

http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/1321-khaly1185-124111771241bi1241te.html Прямой адрес публикации

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: В Уфе наконец-то открыли аквапарк! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-5 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025