Форумсылар акцияһы: Балаларға күстәнәс — байрам! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости | ||
Яҡының ҡайғыңды уртаҡлашҡанда, йөрәгеңде өтөп барған һағышты күтәреүҙәре еңелләшә. Кемдеңдер ҡыуанысын эскерһеҙ бүлешһәң — шатлыҡ икеләтә артҡандай була. Үҙеңде бәхетһеҙ итеп тойған саҡта башҡаларға ярҙам итһәң — күңел яраларың бөтәшә. Ғөмүмән, икенсе кешеләргә ҡыуаныс-шатлыҡ өләшеү, кәрәк саҡта башҡаларға йыуаныс-терәк булыу — үҙеңде бәхетле итеүгә тиң. Шуға ла «Йәшлек» сайтындағы башҡорт форумы ҡулланыусылары йыл да төрлө изге саралар ойоштороп уҙғара. 2008 йылды лайыҡлы оҙатыу, ә иң мөһиме Ғаилә йылында ата-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙың күңелен йылытыу, уларҙың йөрәгенә изгелек орлоҡтарын сәсеү, берҙәмлек идеяһын күтәреп сығыу маҡсатында форумсылар Учалы балалар йортона ҡунаҡҡа барырға ниәт итте. Ҡунаҡсыл халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы буйынса, ҡунаҡҡа беҙҙә буш ҡул менән йөрөмәйҙәр. Уйынсыҡтар, китаптар, кейемдәр — балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн иш янына ҡуш булыр, Яңы йыл кәйефен тулыһынса тойорға мөмкинлек бирер. Ә айырым күстәнәс — форумсыларҙың иң әүҙем ағзалары тарафынан сәхнәләштерелгән Нардуған байрамы! Тәбиғәттең уянып, тормоштоң йәнләнеүен символлаштырған был байрам балалар күңеленә мотлаҡ хуш килер, тип ышана башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары.
Укырға: http://bashforum.net/forums/index.php?showtopic=5789&st=200&#entry75019
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [1 декабря 2008] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}

Комментарии 0