Филармония тамашаларға саҡыра!!! | Новости » Культура |
Филармония тамашаларға саҡыра!!!21 март, 19.00 Башҡорт дәүләт филармонияһы (Гоголь ур.,58)Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ғәлиә Солтанованың 75 йәшлек юбилейына арналған кисәҺағындырып һайрай һандуғас…
Ә Ғәлиә Солтанованың моң сығанағы Әй буйҙарына барып тоташа. Нәсибаш урта мәктәбендә уҡып йөрөгәндә, ул төрлөконцерттарҙа ҡатнаша. Аҙаҡ йырсы булыу хыялы уны Өфөгә, Свердловск, Мәскәү ҡалаларына уҡырға алып китә. Уҡыуын тамамлағас, йәш йырсы опера театрында, филармонияла эшләй, сәнғәт училищеһында уҡытыусы була. Йыр юлдары уны халыҡҡа, алыҫ сәфәрҙәргә лә саҡыра.Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. З.Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Әминә ролен, Н.Йыһановтың «Алтынсәс» операһында Алтынсәс партияһын башҡара. Ғәлиә Солтанова башҡарыуында Х.Әхмәтовтың «Замандаштар» операһынан Бибинур арияһын да тулҡынланмай ғына тыңлау мөмкин түгел. Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә атаҡлы композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙәике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғ.Солтанова үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.Уның сылтырап торған тауышы, үҙ моңо, йылдар үтә торһа ла, үҙ көсөндә, үҙ төҫөндә яңғырай. Ғәлиә Солтанованы бер кем менән дә бутарға мөмкин түгел. Әй буйынан башланған һуҡмаҡ илебеҙҙең күп урындарын урап ҡайтты. Ғәлиә Солтанованың тауышын Монголияла ла, Финляндияла ла яратып тыңланылар. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, йырсы көй-моң тыңлап, тыуған яғына күстәнәс итеп яңы йырҙар алып ҡайта. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | ![]() ![]() |
[18 марта 2012] | Просмотров: 205 Автор: admin | Оцени статью! |
Филармония тамашаларға саҡыра!!! HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newskultura/3904-filarmoniya-tamashalar1171a-sa1185yra.html]Филармония тамашаларға саҡыра!!![/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newskultura/3904-filarmoniya-tamashalar1171a-sa1185yra.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
«Йэшлек» гэзите сайтынан янылыктар: |
21 быуат сайтынан янылыктар: |
{allpages}