Новости | ||
Стәрлетамаҡ ҡалаһында Шарп ҡушаматлы эт полицейскийҙарға енәйәтсене тоторға ярҙам иткән. Немец овчаркалары иҫәбенән булған дүрт аяҡлы бик шәп дуҫ быға тиклем һаҡсы булып “эшләгән”. Тик уны “ҡыҫҡартыу”ға эләктереп, эшенән мәхрүм иткәндәр. Шулай итеп, ул полиция вәкилдәре менән бергә эшләй башлаған.Енәйәтселәргә ҡағылышлы выждан тураһында телгә алыу ҙа мәғәнәһеҙ һымаҡ. Шулай ҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы был хәл айырыуса шаҡ ҡатырлыҡ – ир кеше инвалид балаларға тип йыйылған аҡсаны урлаған. һатыусы уға һыра ҡойған арала магазинда торған хәйриә йәшниген тотоп сығып йүгергән.
Тик Шарп уның эҙенә тиҙ генә төшкән һәм полицейскийҙарҙы кәрәкле урынға алып та барған. Йәғни тәүге эш көнөндә үк үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән эт яңы эш урынында үҙен тапҡан. Ярай әле теге эшендә “ҡыҫҡартыу”ға эләккән, тип әйтергәме икән инде?
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 января 2016] | Просмотров: 269 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}