Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 12:51
Беҙҙең яҡтарҙа (беҙҙең диалектыбыҙҙа) «ҡутарғансы» тигән һүҙ бар. Причем беҙҙә уны беренсе А-ға баҫым яһап әйтәләр. Ул «бик күп» тигәнде аңлата. Шуны Өфөлә әйтеп, мин башҡа яҡтарҙан килгән башҡортарҙы аптырайтай торғайным. Оятһыҙ һүҙ тип уйлаҙар улар Тағы миңә мәктәп сағынан иҫтә ҡалған: «хә жарылаң!!!» тигән һүҙ. Уәт ҡыҙыҡ булған саҡтар бит. Һеҙҙең яҡтарҙа ла шундай ҡыҙыҡлы һүҙҙәр бармы?
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 10:02
«Хәҙер һине жарам!» — тип олатайым ҡурҡыта торғайны. Ул үҙе сығышы буйынса Күбәләк башкорто ине. )
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 11:23
«Шайдан…»- аргаяшский диалект «собирайся»
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 11:46
«Шайдан…»- аргаяшский диалект «собирайся»
Арғайаштар өҫтәлде тайҙырып аптырата торғайнылар…. ҡутарғансы, у бөрйәндәрҙә лә бар….
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 02:19
Мин «ҡутара», «ҡутарғансы» тигән һүҙҙәрҙе ғүмер буйы ишеткән юҡ ине Шунан һуң тәүҙә чатҡа, шунан форумға инә башлағас, яңы кешеләр менән таныштым. Өфөгә килгәндә, улар менән реаль тормошта таныштым. Һәм ошо осрашыуҙарҙың береһендә был һуҙҙәрҙе ишетеп, шаҡ ҡаттым. Минең өсөн был һуҙҙәр оятһыҙ мәғәнәһендә ине. Мин аптыраным: бик һәйбәт кешеләргә оҡшағандар, ә оятһыҙ һүҙҙәр ҡулланалар. Мин был һүҙҙәр нимәне аңлата икәнен һорарға баҙнат иттем. Ысынында, бөтөнләй икенсе мәғәнә икән («күп», «бихисап»). Рәхәтләнеп көлдөм! P.S. Был һуҙҙәрҙе ҡулланған егет менән ҡыҙ Баймаҡтыҡы булып сыҡтылар
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 02:55
һуҙҙәрҙе ишетеп, шаҡ ҡаттым. Минең өсөн был һуҙҙәр оятһыҙ мәғәнәһендә ине. Мин аптыраным: бик һәйбәт кешеләргә оҡшағандар, ә оятһыҙ һүҙҙәр ҡулланалар.
Мин был һүҙҙәр нимәне аңлата икәнен һорарға баҙнат иттем. Ысынында, бөтөнләй икенсе мәғәнә икән («күп», «бихисап»). Рәхәтләнеп көлдөм! P.S. Был һуҙҙәрҙе ҡулланған егет менән ҡыҙ Баймаҡтыҡы булып сыҡтылар
Эййй, тапҡанһың оятһыҙ һүҙ! Мәҫәлән, «ороу» һүҙен мин оятһыҙ тип ҡабул итә торғайным, аҙаҡ белдем ул «ташлау» мәғәнәһендә икәнен. Аңлағас, донъяның бер йәме бөткәндәй булды Ысынлап та, йән көйгәндә «Инәңде ташлайым!» тип һоғондороуҙан ней мәғәнә?
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 03:37
Эййй, тапҡанһың оятһыҙ һүҙ! Мәҫәлән, «ороу» һүҙен мин оятһыҙ тип ҡабул итә торғайным, аҙаҡ белдем ул «ташлау» мәғәнәһендә икәнен. Аңлағас, донъяның бер йәме бөткәндәй булды Ысынлап та, йән көйгәндә «Инәңде ташлайым!» тип һоғондороуҙан ней мәғәнә?
Һәр һүҙҙең ысын мәғәнәһе — уның ҡайҙа, нисек ҡуланыуында (контекст). Мәҫәлән, «ышырыу» тигән һүҙ. Был һүҙ рәсми рәүештә һүгенеү һүҙе түгел. Әммә ошо һүҙҙе ҡулланып шундай әшәке итеп һүгенергә була, ҡолаҡтарың ғына сыҙаһын.
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 04:12
Башкирско-русский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 1996)
ҡутара — вдоволь, очень много ҡутара ашау — поесть вдоволь; ҡутара тейәү — погрузиться, нагрузить чего-л. в большим количестве Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
ҡутарыу ҡ. 1. Төбө-тамырынан әйләндереп сығарыу; аҡтарыу. Ташты ҡутарыу. Урынынан ҡутарыу. 2. Аҫтын-өҫкә әйләндереү; болғатыу, бутау. Көлдө ҡутарыу. Һандыҡты ҡутарыу. 3. Боҙоп, өлөш-өлөшкә таратып ташлау; һүтеү. Бураны ҡутарып ташлау. Машинаны ҡутарыу.
Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
ороу ҡ. 1. Берәй нәмәне кемгә йәки нимәгә ҡарап бәреү, ташлау. Таш ороу. 2. Берәй нәмә менән кешегә йәки нимәгәлер һуғыу. Таяҡ менән ороу.
-Башкирско-русский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 1996)
ороу 1 кидать, бросить, метать
таш ороу — метить камень
ороу 2 бить, ударить кого-что
таяҡ менән ороу — ударить пилкой йөҙ ороу — обращаться с поклоном к кому, бить челом кому
ышырыу В сдвигать, подвигать, волочить что на волокуше
бесәнде ышырыу — подвозить сено (на волокуше) Сығанаҡhttp://mfbl.ru/bash/bashlex
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 04:23
ам……ҙ һүгенеү һүҙеме әллә юҡмы? Ҡайһы берәүҙәр һүҙ аша ҡыҫтырып һөйләшә, мин дә аптырап ҡуйҙым.
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 04:56
ам……ҙ һүгенеү һүҙеме әллә юҡмы? Ҡайһы берәүҙәр һүҙ аша ҡыҫтырып һөйләшә, мин дә аптырап ҡуйҙым.
Ул насар һәм бик алама һүҙ! «Алама ауыҙ» тигәндән килеп сыҡҡан шиккелле. Мин уны бәләкәй саҡта бер тапҡыр әйтеп әсәйем ауыҙыма ныҡ эләктергәнен иҫләйем _________________________________________________________________ Беҙҙең диалектыбыҙҙа тағы бер ҡыҙыҡлы үҙенсәлек бар: ҡайһы бер «һ» хәрефенә башланған һүҙәрҙең урынына «ҫ» ҡуйып бер- беребеҙҙе үсекләшә торғайныҡ.
Вот һин ҫуҡыр, ҫарыҡ, ҫыҡра, ҫуйыл тип ирешә торғайныҡ
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 05:42
Беҙҙә лә «ҡутара» , «ҡутарғансы» тигән һүҙҙәр бар. Тик баҫым У-ға төшә)) Мине студент саҡта аңламай торғайнылар: ҡомғанға сәй ҡайнатырға ҡуйыр кәрәк тиһәм. Ҡай яҡтарҙа ҡомған тип бәҙрәфкә йөрөй торғанды ғына әйтәләр икән. Ә беҙҙә — сәй эсә торғанды ла)) Чайник он и в Африке чайник инде ул
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 05:45
бүкәнгә ултырып, ҡомғандан сәй эскән бына һеҙ икәндә ул…
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 07:34
Студент саҡта Ейәнсура районынан бер ҡыҙ менән йәшәнем. Уның ата-әсәһе саф әҙәби телендә ғаиләлә һөйләшәләр икән. Мин шул ҡыҙҙы үҙемдең «балталы» диалектым менән әй аптырата торғайным
Картуф, маркуф, әгүрсә ( ) тип һөйләп
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 07:44
Ейәнсурала йәшәғән үҫәргәндәр «саф әҙәби башҡорт телендә» һөйләшмәй, һөйләштәре уға бик яҡын булһа ла…
мәҫәлән: үҫәргәндәр «ҡыҙлар», «малайлар» тип һөйләй, ә «әҙәби башҡорт телендә» — ҡыҙҙар, малайҙар
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 07:45
«Хәҙер һине жарам!» — тип олатайым ҡурҡыта торғайны. Ул үҙе сығышы буйынса Күбәләк башкорто ине. )
Мин дә күбәләк башҡорто. Профилемдә яҙам тиһәм, ундай ырыу ниңәлер юҡ Үҙеңә ҡушып яҙырға мөмкинселек шулай уҡ юҡ. Ырыуһыҙ йөрөп ятам атыу мин бында
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 08:48
Ул насар һәм бик алама һүҙ! «Алама ауыҙ» тигәндән килеп сыҡҡан шиккелле. Мин уны бәләкәй саҡта бер тапҡыр әйтеп әсәйем ауыҙыма ныҡ эләктергәнен иҫләйем
Ул хуззе йышкына Учалынан килгэндэренэн ишета торгайыным. «Амый», эй амый хэм башкалар. Ысынкай хинен фекерен кайзан ошо хуз килеп сыкканы дорос тугел.
Ул теге ней, кыззарзын танендаге оятхыз бер урынын анлата
Шул хуз турахында тороктарда бер кызыклыгына хэм оятхыз бер коламас белам ))))
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 09:13
Дә… башҡорт телен, мәҙәк тигән булып, бик түбәндән үҙләштерә башланы форумсылар…
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 09:28
Беҙ Белорет районында йәшәп киткән саҡта, имән сәтләүектәрен унда әкәләк тип атайҙар ине. Шунда уҡ бер Йөйәк ауылы кешеһенең, икенсе бер районға барып, шул һүҙҙе әйтеп, оятҡа ҡалғаны тураһында мәҙәк йөрөй торғайны. Унда (ниндәй район икәнен белмәйем) ул һүҙ бик оятһыҙ нәмәне аңлата икән.
Әйткәндәй, беҙҙең Ейәнсура районында мәҙәк тимәйҙәр, лаҡап тиҙәр.
Дә… башҡорт телен, мәҙәк тигән булып, бик түбәндән үҙләштерә башланы форумсылар…
Нисек башланһа ла, иң мөһиме, әүҙемләште бит беҙҙең бүлегебеҙ)) Артабан юғары үрҙәргә үрләрбеҙ!
Тик һүгенеү һүҙҙәрен асыҡ итеп яҙмағыҙ, зинһар!
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 10:02
…Нисек башланһа ла, иң мөһиме, әүҙемләште бит беҙҙең бүлегебеҙ)) Артабан юғары үрҙәргә үрләрбеҙ!…
Ике көн эсендә 8 темала 59 яуап яҙылған Сағыштырып ҡараһак: Бер ай эсендә «Силәбе башҡорттары» подфорумда 5 темала 36 яуап яҙылған Дүрт ай эсендә «For English speaking people» подфорумда 3 темала 31 яуап яҙылған
Отправлено 22 Сентябрь 2009 — 10:23
Беҙ Белорет районында йәшәп киткән саҡта, имән сәтләүектәрен унда әкәләк
ысын мы инде, йук мы, әкәләне имән йапрағында сыккан бер шеш тип белә торғайным, йапраҡтарында сыға, уны йыйып туттаған тимер һалһаң эсенә, йаҙыу өсөн ҡара сыға торғайны, тик әкәләк тип түгел, әкәлә тип йөрөтә торғайнык… саған, ҡарап ебәрәле шул «машиналы» һүҙлегеңә, һинән башҡа ысулын аңлаусы йук шикелле….
а….ауыҙ ( ) һүгенеү һүҙе булып ҡаҙаҡтар менән күрше йәшәүселәр араһында йөрөй микән, ҡалған башҡорттар әллә ни белмәй, нимә икәнен….
))))) ҫыҫылдап һөйләшеүселәр Дим буйында йәшәүсе Меңдәр, бер ике ауылдары бар…
Диииииииииим буууууйҙаарыыы ҫарыыы ҫәәәәәәәҫкәәәәә
Өөөөҙәәәҫеең дә алаҫыыыыыың
тип йырлап йөрөй торғандар улар )))))