Блоги » admin » Мәҙәҡтәр "Йәшлек"тән » Башкирский портал

ban_120_60-1848553 120-5572073 ban_mag-3264429 foto_120_60-3866547

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Мәҙәҡтәр «Йәшлек»тән
 
Опубликовано: 4 ноября 2008 | Автор: admin
 
Психотерапевт бер ханыма былай тип аңлата:– Өйҙә тыныслыҡ боҙолмаhын өсөн мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу hәм кәм тигәндә ике-өс телевизор булырға тейеш…* * *– Ергә дөйөм аслыҡ ҡасан киләсәк?– Ҡытайҙар ҡалаҡ менән ашай башлағас…* * *Бик күп йылдар күрешмәгән дуҫтар – хәҙер инде пенсионерҙар – осраша:– Шунан, хәлдәрең нисек, нисек көн итәhең? – ти береhе.– Көйә кеүек, – тип яуаплай икенсеhе.– Нисек инде?– Бәйләнгән свитерымды ашап бөтөрҙөм. Бына хәҙер салбарымды, hатып, ашай башланым…* * *Бик бай кеше үлә. Ҡалдырған васыятнамәhен уҡыйҙар:– «Ҡыҙым Лираға – 200 мең доллар hәм фатир, ейәнем Линарға – 150 мең доллар hәм дача менән машина. Кейәүем васыятнамәмдә үҙен дә телгә алыуҙы hорағайны. Бына уны ла телгә алдым. Сәләм hиңә, кейәүкәйем…»* * *– Вәли, ниңә hин никах балдағыңды кеймәйhең ул?– Ни hөйләйhең, бынау тиклем эҫеләме?* * *– Әҡлимә, ирең менән яңынан ҡауыштығыҙмы ни? – тип hорай әхирәте.– Эйе. Юғиhә шул бәндәнең донъяла рәхәтләнеп йәшәүенә енем ҡотора…* * *– Гөлназ, ҡәҙерлем, – ти кейәү егете, кәләшен ЗАГС-тан күтәреп алып сығып барғанда, – бөгөн был донъяла минән дә бәхетлерәк кеше юҡ. Сөнки мин hине үлеп яратам.– Мин Гөлназ түгел, Сәлимә, – ти кәләше.* * *Йорт алдында бәләкәй малай уйнап ултыра.– Атайың өйҙәме? – тип hорай унан бер ир.– Өйҙә.Теге ҡыңғырауға баҫа, ишеккә берәү ҙә килмәй.– Атайың өйҙә булғас, ниңә ишекте асмай hуң? – ти ир, асыуланып.– Белмәйем. Был беҙҙең өй түгел бит…* * *Кухняла hауыт-hаба йыуып арыған атаhынан бәләкәй малай:– Шунан, атай, hин әсәйгә нисә йыл хеҙмәт итәhең инде? – тип hорай.* * *Fата дуҫына шылтырата:– Сәлим, әйҙә, бөгөн балыҡҡа барабыҙ.– Юҡ, бармайым, хәҙер мин балыҡҡа бөтөнләй йөрөмәҫмен, ахыры, – ти.– Ә нимә булды? – тип аптырай дуҫы.– Бер нәмә лә булманы. Ҡатын миңә хәҙер өйҙә эсергә рөхсәт итте бит…

www.yeshlek-gazeta.ru

Просмотров: 361   Комментариев: 0
Теги: прикол юмор

 (голосов: 1)

 
 
Информация
Посетители, находящиеся в группе Гости, не могут оставлять комментарии в данной новости.

{allpages}

Комментарии 0