Беҙҙең йәшәйешкә ҡар яуымы » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт * * Беҙҙең йәшәйешкә ҡар яуымы Тере пәрҙә итеп эленгән — Ҡарҙар ирей ҡурай моңдарынан, Моңдар тибрәп яуа ҡар менән. Елдәр елпеп асты аҡ пәрҙәне — Мәңгелекте шунда таныным, Минең таңым ул — мәңгелек икән, Үҙем — мәңгелектең таңымын. Шуны, бары шуны аңлатырға Беҙ килгәнбеҙ микән донъяға? — Моң уралып ҡарҙар яуа ергә, Ҡар уралып яҡты моң яуа. Эй туғаным! Мең ғәйрәтең сигеп Ҡасҡан саҡта йәшел туғайҙан, Ҡасҡан саҡта был емерек ерҙән, Һис юғында һыу эс ҡурайҙан… Күрәһеңме, туған, ҡар ташҡыны Баш осонда беҙҙең эленгән — Үткәндәрҙе беҙҙең таштар баҫҡан, Киләсәктәр — ҡарға күмелгән…

1989

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 126 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0