Башкирские блюда » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Башкирские блюда | ||
| Һоло печеньеһы
Һолоно ҡоро табаға һалып, 10 – 12 минут буйы киптерергә. Уның төҫө үҙгәрергә тейеш түгел. Бынан һуң һыуытылған һолоно целлофан пакетҡа һалып, уҡлау менән онтарға. Сәтләүекте лә ваҡ ҡына итеп төйөргә. Йомортҡаның ағын, һарыһынан айырып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Һарыһын шәкәр менән ванилин ҡушып туғырға. Маргаринды иҙергә лә, туғылған йомортҡа һарыһы менән бутарға.Бынан һуң йомортҡаның ағы күбекләнгәнсе туғыла. Маргаринлы массаға һоло онон, сәтләүекте, сохарыйҙы ҡушып, яҡшылап болғатырға. Йомортҡаның ағы иң һуңынан һалына.Әҙер ҡамырҙы формаларға һалып сығырға, улар ҙур булмаһын. Һәр печеньеның өҫтө күрәгә йәки сәтләүек менән биҙәлә.Печенье 15 – 20 минутта бешә.Итле ҡатлама
Картуфты бешерергә һәм аҡ май ҡушып төйөргә. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, алтынһыу төҫкә ингәнсе үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Помидорҙарҙы ла шаҡмаҡлап турап, ҡыҙҙырылған һуғанға өҫтәп, 3 – 4 минут ҡыҙыу утта тоторға. Йәшелсәләргә фаршты һалып, борос өҫтәп, әҙер булғансы ҡыҙҙырырға.Табаға (формаға) тәүҙә ҡыҙҙырылған фарш, унан һуң картуф һалына һәм өҫтө тигеҙләнә. Иң өҫкә эре ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибелә.Ҡатлама мейестә ярты сәғәт самаһы бешерелә. Лилиә СИРАЕВА әҙерләне.
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [2 февраля 2010] | Просмотров: 195 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}

Комментарии 0