Башҡортостан үҫешендәге мөһим тарихи ваҡиға » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » История
91 йыл элек – 1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиәндәр Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында Башҡорт Совет Автономияһы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Башҡортостан өсөн был тарихи акт үҙ дәүләтселеген булдырыуҙа мөһим этапҡа әйләнә.Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөү юлы бик еңелдән булмай. 1917 йылдың ноябрендә үк Бәләкәй Башҡортостан тип аталған территорияла автономия Башҡорт өлкә шураһы (советы) тарафынан иғлан ителә. 1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорттар ҡоролтайы, автономияны раҫлап, хөкүмәт төҙөй. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, һалымдар йыйыу һәм уларҙы тотоноу, суд, ҡораллы көстәр, халыҡ мәғарифы, капитал, ер, ер аҫты байлыҡтары менән идара итеү мәсьәләләре республика ҡарамағына бирелә. 1918 йылда Башҡортостан граждандар һуғышы уртаһында ҡала. Башҡорт хөкүмәте аҡ хәрәкәт етәкселеге менән ваҡытлыса килешеү мөнәсәбәттәренә инә, шул уҡ ваҡытта совет Рәсәйе менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлектәре эҙләнелә.1918 йылдың ноябрендә совет власы менән һөйләшеп килешеүҙәрҙең һәм килешеү төҙөүҙең төп шарттары – Башҡорт автономияһын таныу, башҡорттарға Башҡортостан менән эске идара итеү ҡоролошо хоҡуғын биреү, даими ғәскәр булдырыуҙа ярҙам, большевиктар­ға ҡаршы сығыш яһағандарҙы репрессияламау – билдәләнә. Һөйләшеп килешеүҙәр тамамланмаҫ борон уҡ Башҡорт хөкүмәте 1919 йылдың 18 февраленән совет власы яғына күсеү һәм Бәләкәй Башҡортостан территорияһын РСФСР составына ингән Башҡорт Совет Республикаһы тип иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итә. 1919 йылдың 18 февраленән башҡорт ғәскәрҙәре совет власы яғына күсеп сыға башлай. Башҡорт полктарының Ҡыҙыл Армия яғына күсеп сығыуы фронт һыҙығын Башҡортостандың көнсығыш сиктәренә тиклем күсереү һәм совет ғәскәрҙәренең стратегик хәлен нығытыу форсатын бирә.Тиҙҙән, 1919 йылдың 21 февралендә, Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең Темәс ауылында Башҡорт өлкә шураһы һәм Башҡортостан хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығында I Бөтә башҡорт хәрби съезы үтә. Йәшерен тауыш биреү юлы менән составында 12 ағза һәм 6 кандидат булған Башҡорт Совет Республикаһының Ваҡытлыса революцион комитеты (Башревком) һайлана. Әхмәтзәки Вәлиди уның рәйесе итеп һайлана.22 февралдә Башҡорт хөкүмәте Бәләкәй Башҡортостан территорияһында идара итеүҙе тулыһынса Башревкомға тапшырыу тураһында бойороҡ сығара. Һөйләшеп килешеүҙәрҙе тамамлау өсөн Башҡортостан хөкүмәте Мәскәүгә Мстислав Ҡулаев етәкселегендәге делегацияны ебәрә. Килешеү проекты күпме генә шымартыл­һа ла, уның айырым параграфтары һәм пункттары буйынса ҡәтғи бәхәстәр бара. 1919 йылдың 9 мартында 14 параграфтан торған яҡынса килешеүгә ҡул ҡуйыла. Уның күсермәһе килешеү һәм иҫкәрмәләр индереү өсөн РСФСР Халыҡ комиссариатына ебәрелә. Һөҙөмтәлә килешеү проекты йөкмәткеһе буйынса ла, төҙөлөшө буйынса ла әҙерәк үҙгәртелә һәм һуңғы Килешеү исеменә эйә була. 17 мартта Килешеүҙең иң һуңғы тексына республика вәкилдәре – Мстислав Ҡулаев, Муллайән Халиҡов, Әбдрәшит Бикбаев һәм Үҙәк – милләттәр буйынса халыҡ комиссары Иосиф Сталин ҡул ҡуя. 20 мартта Килешеү РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты ултырышында раҫлана. Документтың тулы тексы тәүге тапҡыр 1919 йылдың 23 мартында «Известия» гәзитендә донъя күрә.

Килешеү Башҡортостандың статусын юридик яҡтан нығытты һәм ул уның ғәмәлдәге беренсе Конституцияһына әйләнде. Ул республиканың йәмәғәт, дәүләт һәм административ ҡоролошон билдәләүсе 16 параграфтан тора. Совет Башҡортостаны – Рәсәй Федерацияһының килешеү башланғысында төҙөлгән беренсе һәм берҙән-бер автономиялы республикаһы. Асылында ул саҡта уҡ федерация сиктәрендә үҙ аллы хөкүмәте, бюджеты, ҡораллы көстәре булған ысын дәүләт – Башҡортостан барлыҡҡа килә. Килешеүҙә һәм уны тулыландырыусы документтарҙа федераль һәм республика власы органдары, шул иҫәптән идара итеү, милек һәм хәрби өлкә мәсьәләләрендә лә идара итеү предметтары билдәләнә.

Автономиялы республика бөгөнгө Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондары ингән Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә төҙөлә. 1922 йылда Өфө, Бөрө һәм Бәләбәй өйәҙҙәре, шулай уҡ башлыса бөтөрөлгән Өфө губернаһының Златоуст өйәҙенең башҡорт улустары шулай уҡ автономиялы Башҡортостан составына инә.Тик Килешеүҙең бөтә потенциалы ла тулыһынса бойомға ашырылмай. Республика автономияһын һәм, дөйөм алғанда, федерализм принциптарын бойомға ашырыу мәсьәләләрендә Башревком позицияһы йыш ҡына РКП(б) өлкә комитеты, БашЧК, Башвоенкомат, Баш­наркомпрод ағзаларының фекерҙәре менән тура килмәй. 1919 йылдың авгусында Башревком 1-се һанлы бойороғон сығара, уға ярашлы, республикалағы власты тулыһынса үҙе ҡабул итә һәм Башҡортостандан игенде, ағасты һәм башҡа ресурстарҙы тартып алыуҙы туҡтата.

1920 йылдың 19 майында ВЦИК-тың «Башҡорт Совет Автономиялы Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» тигән декреты ҡабул ителә, уға ярашлы, ҡайһы бер наркоматтар РСФСР-ҙың ярашлы наркоматтары ҡарамағына күсерелә. Бындай ҡарар республикала сәйәси көрсөк тыуҙыра. 1920 йылдың 16 июнендә Башревкомдың таратылыуы тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әммә был да ҡарарҙы бойомға ашырырға ҡамасауламай.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[23 марта 2010] | Просмотров: 149 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0