Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 130 йыл-4 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Шуның менән бергә М. Ғафури ҡасандыр тикшеренеүселәр тарафынан рус теленә тәржемә ителгән милли фольклорыбыҙ өлгөләре халҡыбыҙҙың үҙ теленә нисегерәк кире ҡайтарылырға тейешлеге хаҡында ла уйланған. Әле телгә алынған йыйынтыҡҡа Салауат Юлаев тураһындағы йырҙарҙың ҡасандыр рус теленә ауҙарылған вариантын башҡортсаға теҙмә телмәр рәүешендә бирелеүен тәнҡитләп, шулай тигән: “Салауат батыр йыры” — башҡортсанан руссаға тәржемә ителгәндән һуң яңынан башҡортсаға тәржемә ителгән. Был инде ҡуяндың һурпаһының һурпаһы булып сыҡҡан. Назым (теҙмә телмәр, йәғни шиғыр рәүешендә. — Ә.С.) менән тәржемә итеп мәшәҡәтләнгәнсе, нәҫер (сәсмәүер рәүешендә. — Ә.С.) менән генә тәржемә итергә кәрәк ине. Был йырҙың асылы ла башҡорт араһында һаҡланып килһә кәрәк. Йәки шуны табып үҙен баҫтырғансы, сабыр итеү яҡшыраҡ булыр ине” . Үкенескә ҡаршы, халҡыбыҙҙың поэтик әҫәрҙәренең (эпик ҡобайырҙарҙы, лирик ҡобайырҙарҙы, йыр, бәйет, таҡмаҡ һ.б. ) рус теленә әлеге замандағы тәржемәләренең ҡайһы берҙәре Ғафуриҙы борсоған “ҡуяндың һурпаһының һурпаһы” кимәленән үтмәй. Ғилми йыйынтыҡ менән танышыуы М. Ғафуриға фәнни тикшеренеү эше өсөн принципиаль әһәмиәткә эйә булған “Тарихи нәмәләр ғилми һәйьәт тарафынан бик ныҡ иләнеп, тикшерелеп кенә иғлан ителергә” тейеш тигән талап хаҡында һүҙ алып барыуға ла форсат биргән.5. Мәжит Ғафуриҙың фольклор башланғысын ижади файҙаланғаны Кесе йәшенән халыҡ әҫәрҙәре менән рухланған, улар хаҡында бөгөн булһын ғилми һәм ғәмәли әһәмиәтен юғалтаған күҙәтеүҙәр яһаған, ҡиммәтле фекерҙәрен әйткән Мәжит Ғафуриҙың ижадына фольклорҙың йоғонтоһо булмаһа, ифрат та ғәжәп тойолор ине. Халыҡ ижадынан килгән башланғыстарҙың эҙен уның һәр әҫәрендә лә тиерлек табырға була.а) Шәреҡ яҙмышы һәм “Һуҡыр тәкә” уйыны Фольклорҙы Ғафури төрлө принциптан сығып файҙаланған. Мәҫәлән, “Күҙ бәйләш — һуҡыр тәкә” (1926) тигән шиғыры балаларҙың уйын фольклорына ҡараған “Һуҡыр тәкә” йәки “Һәпәләк” уйынын баштан-аяҡ тасуирлауға ҡоролған. Бала-сағаның шул уйынынан өс вариант:«Күҙбәйләш» уйыныУйынсылар түңәрәкләп баҫа. Урталағы икәүҙен күҙе бәйләнә. Уйынсылар шым ғына тора. Урталағының береһе: «Һин ҡайҙа?» — тип, икенсеһен эҙләй. Күҙе бәйләнгән уйынсыны түңәрәктән ситкә сығарырға ярамай. Ҡалған уйынсылар уны кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреп торалар. Тоторға тырышыусы уйынсыларҙы уларҙың аяҡ тауышы, тын алыш буйынса эҙләй. Күҙе бәйләнгәне кемде тота, артабан шуның күҙен бәйләйҙәр: һуҡыр килеш башҡаларҙы ул эҙәрләй башлай. Уйын шулай дауам итә. Иң ҡыҙығы шунда: тегеләр бер-береһен эҙләгәндә, түңәрәк яһап тороусы уйынсылар ҡасып китеп бөтөргә лә мөмкин. «Һуҡыр тәкә» уйыны Бер баланың күҙен яулыҡ менән бәйләйһең. Ҡалғандар бүлмә буйлап унан ҡасып йөрөй. Күҙе бәйләнгән кеше уларҙы тоторға тырыша. Тотолған кеше үҙе һуңынан «һуҡыр тәкә» булып ҡала. Һәпәләк Был уйынды өс-дүрт бала ла уйнарға мөмкин. Берәүҙе, күҙҙәрен бәйләйҙәр ҙә, ишек тотҡаһына тотондоралар. Тотондороп:Һуҡыр ағай, көтөп тор,Ишек бауын тотоп тор.Әбей бутҡа бешерә,Бабай ашап бөтөрә,Һыйырҙары баҡыра,Быҙауҡайын саҡыра,Үгеҙҙәре үкерә, Кәзәләре һикерә,Дөбөр-дөбөр дөптәтеп,Тир-тир титәтеп.., —тип арҡаһынан ҡаға-ҡаға, һамаҡлайҙар ҙа ҡасып китәләр. Күҙҙәре бәйләнгән бала уларҙы тоторға тейеш. Иң беренсе тотолған бала уйынды дауам итә .

М. Ғафуриҙың әле әйтелгән шиғырын уҡый башлау менән: “Был туранан-тура ошо уйындың йөкмәткеһен шиғыр телендә бәйән итеүҙән генә ғибәрәт икән”, – тип әйтке килә. Әммә тора-бара улай уҡ түгел икәненә төшөнәһең. Шиғыр 43 строфанан, һәр строфа – икешәр юллыҡтан тора. Шуның туғыҙында ғына уйын тасуирлана. Әйҙәгеҙ, шиғырҙы бала-сағаның уйын фольклорынан бына әле өс вариантта теркәләгән миҫал менән сағыштырып ҡарайыҡ:

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[29 декабря 2010] | Просмотров: 159 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0