Новости, Политика | ||
Башҡорт халҡына мөрәжәғәт! Уҡы һәм башҡаларға ишеттер! Башҡорт халҡының үҙ аңлы,ҡыйыу улдары һәм ҡыҙҙары! Һеҙҙе «Башҡорт» ойошмаһы тарафынан 10 декабрҙә үтәсәк йыйында ҡатнашырға саҡырам.Беҙ башҡорт иле — Башҡортостанға, милләттәштәребеҙгә, уның яҡты һәм уңышлы киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлай алабыҙмы, киләсәктә милләтебеҙҙе һаҡлай һәм яҡлай алырлыҡ дәүләт механизмы булдырыу өсөн бөгөндән ниндәй саралар ҡылыу кәрәк? Бөгөнгө шарттарҙа милләттең үҙен-үҙе һаҡлай һәм яҡлай алырлыҡ потенциалын булдырыу өсөн нәмәләр эшләй алабыҙ? Һәр башҡорт кешеһе мотлаҡ үтәргә тейешле бурыстар, ҡағиҙәләр, ғәмәлдәр, ҡанундар ҡабул итеү зарурмы? Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты һәм өмөтлө булһын өсөн тәҡдимдәрегеҙ бармы? Һорауҙар күп, бергәләшеп яуап эҙлейек. Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу, Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу, Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу, Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!(Рауил Бикбаевтың «Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!» исемле шиғырынан өҙөк)Аллаһы Тәғәлә беҙгә еребеҙҙе һаҡларға, халҡыбыҙҙы һаҡларға бурыс йөкмәткән, беҙҙең өҫтә ошо ҙур яуаплылыҡ. Шуны иҫтә тотоп, Башҡортостаныбыҙҙың һәм башҡорттың яҡты киләсәге хаҡында һөйләшер өсөн үткәрелә был йыйын. Халҡыбыҙҙың тарихи үҙаңын тергеҙеү, уның милли үҙбилдәләнешкә хоҡуғының тейелгеһеҙ булыуын аңлатыу, ошо нигеҙҙә милләттең һаҡланыуын һәм үҫешен властарҙан талап итеү юлдарын барлау -беҙҙең алда торған ҙур бурыс. Йыйындың һөҙөмтәһе булыр тип ышанғы килә иншАлла
Сәғит Исмәғилов..
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[23 ноября 2016] | Просмотров: 411 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}