Азат Айытҡолов
|
Новости » Культура |
31 март Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов үҙенең юбилей кисәһен уҙғара. Уның үҙенә генә хас моңо, өзләп уйнау алымдары, нескә һәм виртуоз техникаһы, бер һүҙ менән әйткәндә, мәшһүр музыканттарға хас булғанса, ҡабатланмаҫ үҙ ижади йөҙө бар. Ҡайҙа ғына булмаһын, уның сығыштары һәр саҡ алҡыштарға күмелә. Был ҡурайсының оҫталығын, уның тамашасыға туған халҡының сәнғәтен еткерә алыуын таныу ҙа. Тамашала мәшһүр ҡурайсының ижадташ дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнашалар. Улар араһында Нәзифә Ҡадырова, Рәсүл Ҡарабулатов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев, Рушан Биктимеров, Нурия Басырова, Илшат Ишморатов, Диләрә Иҙрисова, Марсель Сәйетов, Динә һәм Диана Айытҡоловалар, Владислав Мортазин һәм Башҡортостандың башҡа сәнғәт оҫталары ла бар. Ижад кисәһен Миләүшә Иҙрисова алып бара.Режиссер һәм сценарий авторы – Салауат Итбаев
Башлана 19.00 сәғәттә
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[30 марта 2011] | Просмотров: Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}