Алдаҡсылар ҙа… туғыҙ йылға хөкөм ителә » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » криминал | ||
| Беҙҙең заман элеккеһенән ҡырҡа айырыла: хәҙер кешегә лә, етәкселеккә лә ышанырға ярамай, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әммә әҙәмдә ышаныс йәшәй әле. Алдаҡсылар бының менән оҫта файҙалана. Бер ҡатлылар уғата күп. Мутлашыусылар ҡулынан зыян күреүселәр хаҡында хет гәзит тултырып яҙ, барыбер алданыусылар бөтмәйәсәк. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Ленин район судында ике ҡатынды хөкөм иткәндәр. Улар ни бары ике-өс йыл эсендә генә 83 кешене алдап, 95 миллион һум аҡса эшләгән.“Диал” һәм “Сфера” тигән йәмғиәттәр булдырып, былар Өфөлә төҙөлөп ятҡан йорттарҙан халыҡҡа фатир “һатҡан”. Клиенттарҙы ылыҡтырыу маҡсатында, түбән хаҡҡа фәлән-фәлән урамдарҙа торлаҡ алырға була, тип реклама биргәндәр, ышаныс тыуҙырыу өсөн төҙөлөшкә рөхсәт документтарын да, йәнәһе лә, төҙөлөш барғанын белдереп, бер ни тиклем “эш процесы”н да күрһәткәндәр. Ысынында иһә был ике ҡатын бер ниндәй ҙә фатир һатырға уйламаған, йыйылған аҡсаны үҙҙәре мәнфәғәтенә, офисты ҡуртымға алып, уны йыһазландырыу өсөн тотонғандар. Кешегә нимә, һәр кемдең торлаҡлы булғыһы килә, етмәһә, былар уны арзаныраҡ хаҡҡа тәҡдим иткән. Нимәһе аптырата: әлеге икәү бығаса Киров район суды тарафынан фатирҙар менән мутлашыуҙа тотолоп, хөкөм ителгән булған. Яза йомшаҡ булған, тимәк. Шуны ла иҫәпкә алып, суд бер енәйәтсене – туғыҙ, икенсеһен һигеҙ йылға колонияға ебәреү тураһында ҡарар сығарҙы. Штрафтар ҙа билдәләнде. Ә алданған кешеләргә аҡсаһы ҡайтарылырмы икән?
Айсын АҠБУЛАТОВА.
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [21 января 2016] | Просмотров: 311 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0