Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Яҙ, 1972, Ҡазан. Йырлы көндәр ҡояшынан сәләм! Сәләм яҙғы яҡты йылмайыуҙан Һәм күптин-күп сәләм сәскәләрҙән, Йәшел ярға тулҡын ҡаҡҡан һыуҙан! Аҡ муйылға сумған ауылдарҙан, Ҡойо һиртмәһенә ҡунған айҙан, Күктә ғүмер иткән турғайҙарҙан, Ял таратып сапҡан уйнаҡ тайҙан — Сәләм һиңә, яҡты, көмөш ямғыр! Сәләм тапшыр бөҙрә болоттарға, Йырғанаҡта кәмә ағыҙыусы Малайҙарға — йыраҡ ейәндәргә! Шыбырҙайҙар яҡты тамсыларың Беҙҙән шаулап ҡалған болондарға, Минең һөйгән йәргә оҡшаш ҡыҙҙың Иңдәрендә ятҡан толомдарға. Көләлер ҡыҙ — эй ҡояшлы ямғыр! — Һаман шулдыр һөйөү бәхеттәре, Ысыҡ нуры ҡыҙҙың ҡарашында: Һөйөүҙәлер һаман йәшлек йәме… Ни хәлдәрҙә беҙҙең өмөт, хыял, Ирештекме оло теләктәргә? Ғүмер ҡырҙарынан ниндәй уңыш Ҡайтты унда беҙҙең келәттәргә? Үҙебеҙгә күрә йән көйҙөрөп Яҙған йырҙарыбыҙ иҫән-һаумы? Беҙ күҙ атҡан бейеклектәр нисек — Бер түңгәкме улар, оло таумы? Иҫән-һаумы ата-әсәм теле? Туҙан төшмәнеме шишмәһенә? Урын бармы Туҡай томдарына Ят осорҙоң китап кәштәһендә? Һуҡманымы йәшен туған моңдоң Быуат аша һуҙған күперҙәрен? Өйөрмәләр йолҡоп алманымы Беҙҙең ейәндәрҙең хәтерҙәрен? Шаула, киләсәктең йәшел яҙы! Йәшәрт ерҙе, йыраҡтағы яуын! Яҙ күгенең йондоҙҙарын тейәп Ыҡ ағамы һаман, туған яғым? Үҙебеҙҙең хәлдәр — шөкөр генә: Ямғыр шаулай, Күктә ҡояш йөҙә… Эй, салауат күперҙәрең балҡып Ҡабынғанын күреү яҙһын беҙгә! Болоттарҙа һинең нур уйнайҙыр, Емелдәйҙәр йәп-йәш тирәктәрҙә. Ах, салауат күперҙәрең һинең! — Һыңар иңе — беҙҙең йөрәктәрҙә… Көндәр шундай яҡты! Ал таң беҙҙә. Һеҙҙә нәҡ шул ал таң балҡығандыр: Ике меңдең яҙғы Ҡазанына Ҡайнар сәләм тапшыр,
Яҡты ямғыр!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 369 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}