Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырға

Новости » Слово автору
Зөлфәт

Яҙ, 1972, Ҡазан.

Йырлы көндәр ҡояшынан сәләм!
Сәләм яҙғы яҡты йылмайыуҙан
Һәм күптин-күп сәләм сәскәләрҙән,
Йәшел ярға тулҡын ҡаҡҡан һыуҙан!
Аҡ муйылға сумған ауылдарҙан,
Ҡойо һиртмәһенә ҡунған айҙан,
Күктә ғүмер иткән турғайҙарҙан,
Ял таратып сапҡан уйнаҡ тайҙан -
Сәләм һиңә, яҡты, көмөш ямғыр!
Сәләм тапшыр бөҙрә болоттарға,
Йырғанаҡта кәмә ағыҙыусы
Малайҙарға -
йыраҡ ейәндәргә!
Шыбырҙайҙар яҡты тамсыларың
Беҙҙән шаулап ҡалған болондарға,
Минең һөйгән йәргә оҡшаш ҡыҙҙың
Иңдәрендә ятҡан толомдарға.
Көләлер ҡыҙ - эй ҡояшлы ямғыр! -
Һаман шулдыр һөйөү бәхеттәре,
Ысыҡ нуры ҡыҙҙың ҡарашында:
Һөйөүҙәлер һаман йәшлек йәме...
Ни хәлдәрҙә беҙҙең өмөт, хыял,
Ирештекме оло теләктәргә?
Ғүмер ҡырҙарынан ниндәй уңыш
Ҡайтты унда беҙҙең келәттәргә?
Үҙебеҙгә күрә йән көйҙөрөп
Яҙған йырҙарыбыҙ иҫән-һаумы?
Беҙ күҙ атҡан бейеклектәр нисек -
Бер түңгәкме улар, оло таумы?
Иҫән-һаумы ата-әсәм теле?
Туҙан төшмәнеме шишмәһенә?
Урын бармы Туҡай томдарына
Ят осорҙоң китап кәштәһендә?
Һуҡманымы йәшен туған моңдоң
Быуат аша һуҙған күперҙәрен?
Өйөрмәләр йолҡоп алманымы
Беҙҙең ейәндәрҙең хәтерҙәрен?
Шаула, киләсәктең йәшел яҙы!
Йәшәрт ерҙе, йыраҡтағы яуын!
Яҙ күгенең йондоҙҙарын тейәп
Ыҡ ағамы һаман, туған яғым?
Үҙебеҙҙең хәлдәр - шөкөр генә:
Ямғыр шаулай,
Күктә ҡояш йөҙә...
Эй, салауат күперҙәрең балҡып
Ҡабынғанын күреү яҙһын беҙгә!
Болоттарҙа һинең нур уйнайҙыр,
Емелдәйҙәр йәп-йәш тирәктәрҙә.
Ах, салауат күперҙәрең һинең! -
Һыңар иңе - беҙҙең йөрәктәрҙә...
Көндәр шундай яҡты!
Ал таң беҙҙә.
Һеҙҙә нәҡ шул ал таң балҡығандыр:
Ике меңдең яҙғы Ҡазанына
Ҡайнар сәләм тапшыр,
Яҡты ямғыр!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 310 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Ҡотолоу юҡ һеҙҙән!
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .