1937 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт «Ҡоштар ҙа килеп һайрамай Һеҙҙәр йәшәгән яҡтан — Шағирығыҙ көнө-төнө Алтын йыуа улаҡта…» …Ҡараңғы барактарҙа ул Баш ҡуйып һалҡын нарға, Меңләгән һорауҙар менән Өндәшә замандарға. Ғүмерҙең айын-йылдарын, Көндәрен барлай-барлай, Йыраҡтан — Себер түренән Илгә өндәшеп ҡарай… Халҡына өндәшеп ҡарай, — Яуаптар көтә-көтә, Бөгөнгө төндө ҡалдырып… Киләһе төнгә үтә. Төнгө йондоҙҙар бейектән Йөрәккә нурын ҡоя, Шуға йөрәге йылынып, Шағир көрһөнөп ҡуя: «Болоттар — минең һеңелдәр, Төнгө ел — минең туған. Осор, һалып мине йылғаға, Йәнемдән алтын йыуа. Беҙҙең яҙмыштарҙы әгәр Янған утҡа атһалар, Беҙҙән ҡалған көл эсенән Самородок тапһалар — Танырҙар микән һуң мине Улдары килер көндөң? — Шулар өсөн һаҡлап ҡалған Йәнем булыр ул минең…»

1988

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 174 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0