Новости » Слово автору | ||
Роберт МиңнуллинҺағынаһың һин дә ауылыңды.Элегерәк шуны тоймай инем.Тыуған ерҙе тик шағирҙар ғынаҺағыналыр тип мин уйлай инем.Һин үҙгәрҙең әле был арала,Тыуған яҡҡа һаман тартылаһың.Әйтмәйһең дә үҙең, ә мин һиҙәм…Тик әйтергә генә тартынаһың…Эстән генә йырлап йөрөйһөң һин,Мин ишетмәһен тип, ҡайсағындаҠыйын ғына булыр — ауылыңды,Булдыра алһаң әгәр, ҡуй, һағынма.Бер һағынһаң, һинең йоҡоң ҡасырҺағыштарың тағы артыр ғына.Тыуған ерең алыҫайған һайын,Торған һайын нығыраҡ тартыр ғына.Һин һаҡ ҡылан ундай хистәр менәнҒашиҡ булыу менән бер ул, йәнем.Минең хәлдә ҡалма! Минең бынаБармы берәр һағынмаған сағым?Тыңламаһаң мине һин, билдәле,Минең көнгә бер көн ҡаласаҡһың.Һағыныуҙарың һары усағындаҒүмерең буйҙарыңа янасаҡһың.Урмандарың һиңә тынғы бирмәҫ,Үҙәнлектәр мәңге эҙәрлекләр.Һағыштарға шулай һарылғанда,Ҡалмағанда бер ҙә түҙерлектәр,Саҡырырһың мине — бергәләшепҺағынырбыҙ тыуған еребеҙҙе.Һағынырбыҙ ғына… Ә Ҡазандан
Айырырлыҡ түгел инде беҙҙе.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 184 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}