Новости » Слово автору | ||
Лариса Абдуллина Әйтсе, ҡурай, hин моңланған саҡтаНисек кенә тыныс ҡалырға?!Оҙатаhың йырҙы күңелдәргә,Ә мәҙхиә – үҙең бар йырға.Урал ғына аңлай алыр төҫлө,Ағиҙелкәй тойор хәлемде.Ҡурай моңон тыңлап, йәнем иҙрәп,Тарих бишегендә бәүелдем.Күңелемдә берсә байрам булды –Ҡаяларҙа бөркөт саңҡыны.Ишетелде сынйыр тауыштары – Төйөрләнде ҡабат алҡымым.Был ни ғәжәп!Ошо ябай үләнЙыйған микән әллә бар моңдо?!Асылымды миңә белер өсөн – Уны аңлау етә тойолдо.Аңлау етә. Әммә ябай үләнАсылып та бөтмәҫ сер кеүек.Үҙе hаман hулыр Һауам, Һыуым,Йылытыр Ут, йәшәр Ер кеүек!Ҡурай моңон гелән зарлы тиеп,Кем әйтәлер ауыҙ тултырып.Шағир халҡым, яҙмышыңда, беләм,Ҡош юлылай шанлы юл торор.Мин белмәйем кемдәргә hуң икәнКүңелле лә тормош, гел яйы.Халҡым көрәш менән тапҡан бәхет,Бөгөн дә ул шуға hыбайлы.Бөгөн дә ул шуға ҡурай уйнай Бөтә йәнен hалып моңона.Кемдәргәлер көйө зарлы кеүек,Миңә ул көй йырҙай тойола.Эй, ҡурайым!Һин моңлаған саҡтаБитем бөртөк йәшкә сыланды.Һин булмаhаң, йырhыҙ ҡалам тиеп, Һиндәй бәхетемә ҡыуандым.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[11 марта 2011] | Просмотров: 152 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}