Литература, Слово автору | ||
Ҡотлауыбыҙ ихластан! (ҡобайыр)Илебеҙҙең ҡашҡаһы Һеҙ,Таянырлыҡ арҡаһы,Етемдәрҙең атаһы,Кәңәш һорап килгәндәргәАсыҡ күңел ҡапҡаһыБулдың беҙгә, Мортаза,Ил алдында намыҫыңПактан-пак булды таҙа.Һай, Мортаза, Мортаза!Һалманығыҙ хафаға,Күңел шуға шатлана.Хөрмәт иткән Ил ағаһы,Халҡыбыҙҙың күҙ ҡараһы,Бәхет илтер дағаһы,Сер бушатыр ағаһыБулдың беҙгә, Мортаза!Һай, Мортаза, Мортаза,Һеҙ ҡабыҙған яҡты уттарЙөрәк түрендә яна…Ураһығыҙ татлы емешҮҙең сәскән баҡсаңдан.Милләтенә ҡарап тормай,Һөйөү аша- ашҡандан.Ут-һыуҙарҙан ҡурҡманығыҙ Халҡыбыҙ файҙаһына.Ярҙам ҡулын тойманыҡ беҙ,Хәстәрлектәр күрмәнек беҙҺеҙҙең ҡулдан ҡайҙа ғына!Бөгөн дә Һеҙ ҡөҙрәтле,Ышаныслы аҙымың.Күкрәк һуғып ғорурланырСалауаттай данлыһың…Һай, данлыһың!..
Зугра Утягулова
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[7 февраля 2014] | Просмотров: 2756 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}