Ҡорбан байрамына рәхим итегеҙ! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Культура | ||
16 ноябрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ҡорбан ғәйетенә арналған “Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!” тип аталған хәйриә-акция уҙғарыла. Маҡсаты -Байрамда йыйылған килем Башҡортостан диниә назараты иҫәбенә күсереү. Мосолмандарҙың үҙенсәлекле байрамы — Ҡорбан ғәйете изгелеккә, яҡшылыҡҡа өндәй. Халыҡтың үҙ асылына ҡайтыуы, иман юлына баҫыуы бигерәк тә ҡыуандыра. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ өсөн үткәреләсәк был байрам оло сауапҡа эйә. Кисәлә дин әһелдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, күренекле артистар ҡатнаша. Тамашасыларҙы филармонияның алдынғы солистары һәм коллективтары үҙҙәренең сығыштары менән һөйөндөрөр. Концерттың режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сәйҙә Ильясова. 16 ноябрь үтәсәк был кисә һәр кемдә изге уйҙар, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырыр.
Башлана 17.00 сәғәттә
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [22 октября 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}

Комментарии 0