Новости » Культура | ||
Ярты төндә уянып,Йоҡлай алмай уйланып,Уйлап ятҡан уйҙарҙы — Таралышҡан ҡуйҙарҙы — Ҡалай итеп йыяйым,Ҡалай итеп тыяйым?Далалаҡы ҡамғаҡтай,Әкиәттәге йомғаҡтай,Тотоп тыйып булмаҫтай,Ташлап ҡуйып булмаҫтай,Ағым мәллә уйҙарым,Һағым мәллә уйҙарым?Заманаһы — заманға,Яҡшылығы — яманға,Барыһы бергә ялғанған!…Ҡалай итеп һүтәйемБыл сыуалған йомғаҡты?Ҡалай итеп етәйемДауыл ҡыуған ҡамғаҡты?Бөгөнгөһөн уйлайым,Иртәгәһен буйлайым,Иртәгәһе — ишәккә, тип,Ҡулым һелтәп ҡуймайым,Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙеИшәктер тип уйлайым.Ай, Уралым, Уралым — Ил һаҡлаған ҡоралым!Ятып ҡалған төнөң бар,Балҡып янған көнөң бар,Мең йыл йәйгән түлең бар,Түл йәйҙергән телең бар,Телде һаҡлар халҡың бар,Илде туплар хаҡың бар!..Һалып илдең оранын,Ырғыҙ, Сәҙе, Сораным,Ҡаҫмарт, Миәс, Һаҡмарым,Курган, Кама яҡтарым,Хәлегеҙҙе һораным…Тик яҡшыға юраным.Ил яҙмышы ирҙә икән,Ил иртәһен уйлаһын,Ил иртәһе — ишәккә, тип,Ҡулын һелтәр ҡуймаһын;Ҡарҙың башын ҡар ашап,Туҙҙырмаһын улъяһын!Туйған ерҙә йөрөгән дәТыуған ерҙән туймаһын!Айҡап сығам, байҡап сығамИҙел, Урал буйҙарын,Иҙел, Урал буйҙарын,Ярты төндә уянһам да, — Ниҙе генә уйлаһам да, — Илем, һиндә уйҙарым,
Иртәгәңдә уйҙарым!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[4 апреля 2012] | Просмотров: 231 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}