Новости » Слово автору | ||
Садыкова Ҡатыны менән алты йәшлек улын самолетта Ҡара диңгеҙ буйына оҙатып ҡайтҡандан hуң, Фәрит өйҙә йәм таба алмайынса йөҙәне. Дөрөҫ, ҡатыны өйҙә саҡта ни етте hүҙҙәре менән ялҡытып ебәргән мәлдәре лә була торғайны. Ә бына хәҙер бер яңғыҙы ҡалғас, иркен тын алаhы урынға ул йөрәгенең нимәгәлер өйкәлеүен тойҙо. Аптырағас: – Исмаhам, hин hөйлә! – тип репродукторҙы асып ҡуйҙы. … Фәритте йоҡоhонан ишектәге ҡыңғырау тауышы уятты. «Был ваҡытта кем генә йөрөр икән?» – тип уйланы ул, стеналағы сәғәттең икене күрhәтеүен шәйләгәс. Ишекте асҡас, ҡулына кескәй сумаҙанын тотҡан ҡәйнәhен күреп аптырауҙан Фәрит бер мәлгә өнhөҙ ҡалды. – Әллә төшөмдә күрәм инде… – тип hөйләнде ул, көскә зиhенен туплап. – Һаумы, ҡәйнәм! Әйҙә, рәхим генә ит! Ниндәй шифалы елдәр ташланы былай? Поезда килдеңме, әллә самолеттамы? Хәҙисә апай, сәхнәгә йырларға сыҡҡан артистка hымаҡ, ҡулдарын йәйеп, йыуантыҡ кәүҙәhен бейетә-бейетә таҡмаҡланы: – Ҡазан менән Өфө араhын бер сәғәттә осоп бараhы! Илhамиә юғында ейәнемде лә, йортоғоҙҙо ла ҡарашып, күҙ-ҡолаҡ булып торормон, тип килдем. – Илhамиә Рөстәмде лә алып китте бит. – Ысынмы? – Хәҙисә апай сүгәләй биреп ҡуйҙы. – Үәт, әй!.. – Борсолма, ҡәйнәм. Һинең хәстәрлек миңә лә бик йәтеш булыр, – тип йыуатты уны Фәрит. – Ә ниңә ҡайным да килмәне? Өсәүләп бер хөрриәттә йәшәп ҡалыр инек… Хәҙисә апай үҙенең итләс йоҙроғон кейәүенең танауы тирәhендә уйнатып: «Бына hеҙгә хөрриәт!» тине лә, тып-тып баҫып, түргә үтте hәм кухняла сәй ҡайнатырға кереште. Фәрит эштән көн дә ваҡытында ҡайтып торҙо. Ҡәйнәhе иhә уны тәмле ризыҡтар әҙерләп көтөп алды. Бер көндө Хәҙисә апай магазиндарҙа йөрөй торғас, шаҡтай hуңлап ҡайтып инде. Квартираның ишеген үҙендәге асҡыс менән асып ингәс тә, ул эске бүлмәлә ҡатын-ҡыҙ тауышын шәйләп алды. Был хәл уның тынын ҡурып, күҙ алдарын ҡараңғылатты. Ҡаушауынан нимә эшләргә лә белмәйенсә, ипләп кенә кире сыҡты. Уның йөрәге дарҫлап тибә, сикәләре ҡыҫа hәм тамаҡ төбө ҡуҙ hалғандай яна ине. «Иргә ышанма, иҙелгә таянма тип, боронғолар ифрат дөрөҫ әйткән шул. Өйҙә аулаҡ булыуҙан файҙаланып, ниндәйҙер сиҡылдаҡ тауышлы иманhыҙ бисәкәйҙе алып та ингән, оятhыҙ!» – тип күңеленән кейәүен пыр туҙҙырып hүкте ул. Ләкин бының менән генә уның асыуы ҡанмай ине. Сөнки электән дә шундай аҙғынлығын hиҙенгәндәй итеп йөрөй ине. Ә инде был ваҡиғаны – шашыныуҙың сигенә сыҡҡан дәбаhа! – ишек төбөндә сабыр ғына тороп, кисереү hис тә мөмкин түгел ине. Йүнhеҙлеккә юл ҡуймау өсөн уны ваҡытында фашларға кәрәк! Һуңғы фекере тыуыуға уҡ Хәҙисә апай ике яҡ күршеләренең дә ишектәрен ҡаҡты hәм ҡоттары осоп сыҡҡан кешеләргә: – Әйҙәгеҙ әле, бер кәмит күрhәтәм hеҙгә! Шаhит булырhығыҙ, – тип уларҙы үҙ квартираларына алып инде. Хәҙисә апай эске бүлмәнең ишеген үҙе барып асты hәм сәмле тауыш менән сыйылдап: – Бына ул оятhыҙҙар! – тип ҡысҡырҙы.
Әммә күршеләр эске бүлмәлә иҫ китерлек бер нәмә лә күрмәнеләр. Фәрит, бөтә донъяhын онотоп тигәндәй, телевизорҙан ниндәйҙер ҡыҙыҡлы фильм ҡарап ултыра ине.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 февраля 2011] | Просмотров: 180 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}