Ҡәҙер кисәһе менән! — Ҡотлайбыҙ! — Башҡорт форумдары
Отправлено 03 Август 2013 — 10:31
Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге был төн килеп етеүе менән ҡотлайым! Барлыҡ изге теләктәрегеҙ ҡабул булһын!
Отправлено 03 Август 2013 — 10:35
Рассказали бы тогда что за Өәҙер кисәһе, корнями откуда… Какое чудо ожидать сегодня, тигәндәй…
Отправлено 03 Август 2013 — 11:36
Ҡәҙер кисе менән барыбыҙҙы ла тәбрикләйем.
http://yeshlek-gazet…176er-kise.html
«Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар Ҡәҙер кисен билдәләй. Был төндә Ергә бик күп фәрештә төшөп, изге ғәмәлдәр башҡара, ә Хоҙай Тәғәлә үҙенең ҡолдарының доғаларына, үҙ-үҙҙәрен тотоштарына, теләгән теләктәренә ҡарап, артабанғы яҙмыштарҙы билдәләй. Был кис тиҙҙән Рамаҙан айының бөтәсәге хаҡында ла һөйләй. Ҡәҙер төнөн изгелектә, иманлы итеп үткәргән кешенең бөтә гонаһтары ла юйыла, ғәфү ителә. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре төшөрөлә башлаған. Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Хоҙай Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисе мең айҙан да яҡшыраҡ. Тимәк, был төндә баш-ҡарған эштәр, уҡылған доғалар, Ҡөрьән уҡыу, Хоҙайҙы иҫкә төшөрөү меңләтә яҡшы. Рамаҙан айының 20-се көнөнән башлап һуңғы төнгә тиклем Ҡәҙер төнө хаҡында уйлана башларға, төнө буйы Ҡөрьән уҡырға, теләктәр теләргә мөмкин. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләй-һис-сәләмдең Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләүе һәм көтөүе билдәле. Һуңғы ун төндә ул бөтә ғаилә ағзаларын йоҡоһонан уятып, торғоҙоп доға, Ҡөрьән уҡыған. Шулай уҡ ул күпселек ваҡытын мәсеттә үткәргән, йортона ла һирәк ҡайтҡан. Хоҙай Тәғәләнән бөтә мосолман өсөн бәхет, хаҡ юл һораған. Был төндә мосолмандар янына фәрештәләр төшә һәм улар беҙҙең яҙмышыбыҙҙы аныҡ билдәләй. Фәрештә-ләрҙең күпме буласағын бер кеше лә белмәй, улар Ер шарына саҡ һыйып йөрөйәсәк тиеүселәр ҙә бар. Билдәле булыуынса, Рамаҙан айында шайтандар тимер бы-ғауҙар менән бәйләп ҡуйыла, тимәк, бәндәләр уның ҡотҡоһона бирелмәй, азат була. Хаҡ мосолман Ҡәҙер кисенең бөйөклөгөн, ҡиммәтен аңларға тейеш. Ислам дине таралғанға тиклем кешеләр быны белеүҙән мәхрүм булған. Бындай ҙа мөһабәт төн мосолмандар өсөн генә бирелгән, ҡәҙерен белергә кәрәк. Ҡәҙер төнө – хәлебеҙҙе яҡшыртыу, ер йөҙөндә йәшәйешебеҙҙе матур һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә юл асыу өсөн ҙур мөмкинлек ул. Был төндә яҙмыштарыбыҙ яҙылыуын бөтә күңелебеҙ менән аңлайыҡ, бөтәһе лә бәндәнең үҙенең ҡулында! Хоҙайҙың кешеләрҙе ярлыҡауы билдәле, әлеге кистә был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булырға теләүселәр өсөн бөтә юлдар ҙа асыла. Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмам», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.
Комментарии 0