Ғөҙөр » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт Тулҡын ғүмерен бир миңә, яҙмыш! — Ел һәм диңгеҙ мине бар итһен. Мине ябай үлем генә түгел — Тулҡын барып ауған яр көтһөн. Яҙһын бер үк төпһөҙ күккә ырғып, Азат ҡеүәт булып туларға — Аҡтарылып ғорур таш ҡаяға Ташланырға… Шунда тынырға! Гөрһөлдәһен йөрәк тибештәрем, Шул ҡаянан ашһын күктәргә — Күтәрелһен барлыҡ хыялдарым Күктә йәшнәп, күктә күкрәргә… …Иҫән саҡта «йәшәй», тимәһендәр. «Ниндәй тулҡын килә!» — тиһендәр. «Ғашиҡ булған! был ҡушылған, ахры, Тиле тулҡын менән!» — тиһендәр. …Теләмәйем яҙмыштарын уттың, Елдең, болоттарҙың, тимерҙең… Тик бер генә ғөзөрөм бар, Хоҙайым: Бир һин миңә тулҡын ғүмерен!.. Ниҙәр генә уйлатмайһың, диңгеҙ! Ҡайҙан килә йүләр был фекер? Эшкә ашмаҫ хыял! Ә шулай ҙа… Бәлки яҙмыш мине ишетер? …Тигәйнем дә Алдарымда торған Шомло, ҙур был донъя ҡаршыһында. Тыныс ҡына мин диңгеҙгә бағам — Минең өсөн диңгеҙ шашына….

1990

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 205 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0