Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Уның тормошонда илебеҙ яҙмышы сағылды » Башкирский портал

bash-portal.ru 21.12.2009 1 min read

ban_120_60-7237684 120-5084575 ban_mag-5210175 foto_120_60-1406924

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Уның тормошонда илебеҙ яҙмышы сағылды Новости » История
ИнешСәйетбаба ауылы халҡы рухиәтендә борон-борондан инсафлылыҡ, ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ һәм башҡа күркәм сифаттар ныҡлы тамыр йәйгән.Рухи байлыҡ тигәндә, беҙ уның боронғо руханиҙарын, ғибәҙәтханаларын күҙ уңында то­табыҙ.Октябрь инҡилабына тиклем ауылыбыҙҙа биш мәхәллә булып, уларҙы электән эшләп килгән өс мәсет, һәм ауыл байҙары тарафынан, яңы мәсеттәр һалынғанға тиклем, бушлай биреп торолған ике ҙур йорт хеҙмәтләндергән.Ауылдың эшһөйәр халҡын рухи яҡтан тәрбиәләүҙә ишан-хәҙрәттәр, мулла-мәзиндәр, хәлфәләр, мөғәллимдәр, ә һуңынан инде хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ ифрат ҙур роль уйнаған. Әбйәлил ишан, Сирай хәҙрәт, йәғни Сиражетдин Фәхретдинов, Сабир хәҙрәт, Хәлил, Хәлим, Сәйфулла, Хатип муллалар, Әбйәлил мулла Сираев (Сиражетдин Фәхретдиновтың улы), Мөхәмәтша мулла Латипов һәм башҡа дин әһелдәре ауыл тарихында, халыҡ хәтерендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Улар, Сабир хәҙрәттән башҡа, барыһы ла Сәйетбаба ауылы кешеләре. Үкенескә күрә, беҙ әлегә бик боронғо дин әһелдәре хаҡында белмәйбеҙ.Юғарыла исемдәре аталған руханиҙар араһында ауылыбыҙҙың иң һуңғы указлы муллаһы һәм мөғәллиме Мөхәмәтша Ҡаһарман улы Латипов айырым урын алып тора. Уның тормош юлы һәм яҙмышы, ХХ быуаттың үҙе һәм, бигерәк тә, шул быуат һуҙымындағы Рәсәй һәм Башҡортостан яҙмышы шикелле, үтә ҡатмарлы, фажиғәле ваҡиғалар менән тулы.Алыҫтаныраҡ башлаһаҡ, шуны иҫкә төшөрөп китмәй булмай: ХIХ быуатта һәм ХХ быуаттың Октябрь инҡилабына тиклемге осоронда, ауылыбыҙ халҡының төп кәсептәренең береһе таш эше булған. Кәрәкле таштарҙы, башлыса, Мәндем йылғаһы буйлап теҙелеп киткән тауҙарҙан, ҡаяларҙан соҡоп, уйып, киҫеп алғандар. Төрлө ҙурлыҡтағы эшкәртелмәгән таштарҙы ла, тирмән һәм сар таштары итеп әҙерләнгәндәрен дә махсус нығытылып эшләнгән оло саналарҙа ҡыш көндәрендә генә оҙатҡандар. Таштар иң яҡын тип иҫәпләнгән тимер юл станцияларына, йылға пристандәренә, шулай уҡ айырым заказсыларҙың үҙҙәренә тиклем дә тәғәйен алып барылған. Аттар осҡолап егелә. Ауыр таштарҙы арбаларҙа йөрөтөү мөмкин булмағанлыҡтан, йәйҙәрен эшселәр таш сығарыу, уларҙы эшкәртеү, ҡышҡы юлға әҙерләп ҡуйыу менән мәшғүл булған.Ошо ауыр хеҙмәт ауылыбыҙ тәрәҡиәте өсөн, әлбиттә, бик ҙур ыңғай роль уйнаған. Махсус техниканың булмауына ҡарамаҫтан, был эш сәнәғәт башланғысы булып торған. Ә ылаусылар алыҫ ерҙәрҙә төрлө кешеләр менән аралашып, уларҙан күреп, өйрәнеп, яңы һөнәрҙәр үҙләштереп ҡайтҡан. Ул һөнәрҙәрҙе үҙ ерлегендә ҡуллана башлағандар. Ошо сәбәпле, Сәйетбаба ауылының шул ваҡыттағы иҡтисади хәле тирә-яҡтағы ауылдарҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ булған.Фамилия кемдән килә?Беҙҙең һүҙ башы Мөхәмәтша Ҡаһарман улы Латиповта ине. Латиповтарға фамилия биреп ҡалдырған Ғәбделатиф, һуңынан Латип ҡына булып киткән йәш кеше, юғарыла һөйләнгән таштарға бәйле кәсеп менән шөғөлләнгән. Ул ылаусы хеҙмәтен башҡарған. Йәш ылаусы, ҡышҡы юлда һыуыҡ тейҙереп, ҡапыл ауырып, 22 генә йәшендә вафат була. Уның Ҡаһарман исемле улы менән Ғәфүрә исемле ҡыҙы етем ҡала. Балаларҙы әсәһе һәм олатаһы Ғәбдерафиҡ (Рафиҡ) тәрбиәләп үҫтергән.Шулай итеп, йәшләй үлһә лә, Латип үҙенән һуң килгән быуындарына фамилия биреп киткән. Латиптың улы Ҡаһарман да, егет ҡорона еткәс, атаһының ылаусы эшен дауам иткән. Уның һеңлеһе Ғәфүрәне Ҡауарҙы ауылына кейәүгә биргәндәр. Кейәүҙәренең фамилияһы ла, осраҡлы рәүештә, Латипов булып сыҡҡан. Тағы ла бер осраҡлылыҡ ҡабатланған. Ҡаһарман өйләнгән ҡыҙҙың исеме Ғәфүрә булған.Ғәфүрә менән Ҡаһарман Латиповтар ете бала тәрбиәләп үҫтерә: Мөхәмәтзакир, Мөхәмәтша, Әхмәтша, Әхмәҙей, Ғәбделбарый (Барый) исемле улдар, Хәнифә, Тайба исемле ҡыҙҙар. Беренсе улдары Мөхәмәтзакир 1886 йылда тыуған. Ул батша әрмеһе хеҙмәтендә, ауырып, үлеп ҡала.Мөхәмәтша Латипов ғаиләлә икенсе бала булып 1889 йылдың декабрендә донъяға килә. Ул һау-сәләмәт, теремек, ныҡлы һәм зирәк бала булып үҫә. Биш-алты йәшлек малай, ағаһына эйәреп, Сирай мулланың мәсете янындағы мәҙрәсәһенә бара. Отҡор бала тиҙ арала хәреф таный башлай. Бер-ике ҡыҫҡа ғына аят та уҡып ишеттергәс, Сирай мулла бик ҡәнәғәт булып, һоҡланыу белдергән. Ҡаһарманға улын, һис һүҙһеҙ, уҡытырға кәрәклеген әйткән. Сәйетбаба мәҙрәсәһендә Мөхәмәтша 11 йәшкә тиклем уҡыған. Һабаҡтарҙы уға башлыса Хәлил мулла биргән.Сирай һәм Хәлил (Хәлиулла Арыҫланов) муллаларҙың кәңәшен тыңлап, улының зирәклеген, китап яратыуын күреп, 1901 йылда Ҡаһарман уны Үтәк мәҙрәсәһенә уҡырға алып бара.Мәҙрәсә, Зәки Вәлидов менән аралашыуҮтәк мәҙрәсәһен ойоштороусы, уның менән етәкселек итеүсе үҙ заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсеһе Хәбибнәжәр хәҙрәт була (ҡайһы бер әҙәби-тарихи яҙмала
рҙа уның исемен Хәбибназар тип яҙалар, ә Мөхәмәтша мулла һәр ваҡыт: «Остазым Хәбибнәжәр хәҙрәт…» – тип һөйләр булды).Мөхәмәтша Латиповҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, тәүге көндәрҙән үк ул мәҙрәсәләге иң алдынғы шәкерттәрҙең береһе булып китә.1902 йылда Үтәк мәҙрәсәһенә Зәки Вәлидов уҡырға килә. Ике бик яҡшы уҡыусы шәкерт, Мөхәмәтша һәм Зәки, уртаҡ телде тиҙ таба, ярайһы дуҫлашып та өлгөрәләр. Был йылы мөнәсәбәт, Зәки мәҙрәсәнән алдараҡ (1908 йыл) китһә лә, Мөхәмәтшаның күңелендә мәңгегә һаҡланып ҡала.Мөхәмәтша Латипов мәҙрәсәлә остаздары һәм Зәкиҙең йоғонтоһо аҫтында фарсы, ғәрәп, иҫке төрки телдәрен ныҡлап үҙләштерә. Ул тарихты ла бик ентекле өйрәнә. Математика, география, астрономия фәндәрен ярата. Әйтергә кәрәк, был фәндәр Үтәк мәҙрәсәһендә төплө уҡытылған.Зәкиҙең атаһы Әхмәтшаһ та, бабаһы Хәбибнәжәр ҙә халҡыбыҙ тарихын бик боронғо замандарҙан алып яҡшы белгән. Хәбибнәжәр хәҙрәт шәкерттәренә тарихты өйрәнергә кәрәклеген һәр ваҡыт әйтеп, иҫтәренә төшөрөп торған. Шуғалыр ҙа инде Зәки шәкерт йылдарынан уҡ тарих менән тәрән шөғөлләнә башлаған.Хәбибнәжәр хәҙрәт тарихты яратыусы, уның менән ҡыҙыҡһыныусы шәкерттәренә үҙ ырыуҙарының, нәҫелдәренең шәжәрәләрен төҙөргә йөкләмәләр ҙә биргеләгән. Мөхәмәтша Латипов 1906 – 1908 йылдарҙа үҙ ырыуының шәжәрәһен төҙөй (ул һуңынан, күп йылдар үткәс тә, шәжәрә өҫтөндә эшләүен дауам итә). Уҡымышлы ауыл ҡарттарынан һорашып яҙып алып, тарихи китаптарҙан уҡып, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һәм башҡа тарихсыларҙың хеҙмәттәрен өйрәнеп, файҙаланып, 1908 йылдың башына шәжәрәне төҙөп бөтөрә. Уны Хәбибнәжәр хәҙрәткә һәм Зәкигә күрһәтә. Сәйетбаба ауылының, оло юлдарҙан ситтә ятыуына ҡарамаҫтан, таш сығарып эшкәртеү, уны һатыу арҡаһында ярайһы ғына алға китеүе тураһында һөйләй. Әлбиттә, яҡын тирәләге халыҡ телендә киң таралған боронғо олатаһы Ҡылысарыҫлан хаҡындағы риүәйәтте лә бәйән итә. Был риүәйәттә уның үҙенән алты быуын элек йәшәгән халыҡ батырының башҡорт ерҙәренең рустар тарафынан көслөк менән тартып алына башлауына ҡаршылыҡ йөҙөнән, үҙе эшләгән туптан Табын ҡәлғәһе сиркәүенең манараһы менән көмбәҙен атып емереүе тасуирлана. Дарыны ла Ҡылысарыҫлан үҙе яһаған (дары яһау серенең башҡорттарҙа, ҡытайҙарҙан бик борон замандарҙа алғандарҙыр инде, быуындан-быуынға бирелеп, һаҡланып килгәне билдәле).Үтәк мәҙрәсәһендә уҡыуының һуңғы 2 – 3 йылында буласаҡ ғалим Зәки Вәлидов тирә-яҡ ауылдарға барып, ундағы халыҡтың көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, шөғөлөн өйрәнгән. Бабаһы үҙ улындай яратҡан туғанына аттарын ҡасан кәрәк булһа, шул ваҡытта алып торорға рөхсәт иткән.Бөтә нәмәне үҙ күҙҙәре менән күреп баһа бирергә өйрәнгән, сәйәхәт итергә әүәҫ Зәки Мөхәмәтша Латиповтың Сәйетбабаны күреп ҡайтырға саҡырыуын ҡабул итә. Зәкиҙең ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы бик көслө була. Ул ҡарттар, муллалар менән танышып, аралаша. Мөхәмәтша Латипов төҙөгән шәжәрәне тикшереп, анализ яһай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан һуң, 1910 йылда булһа кәрәк, Зәки Вәлидиҙең тәүге фәнни хеҙмәттәренең береһе – «Сәйетбаба тарихы» матбуғатта баҫылып сыға (был бәләкәй генә брошюра формаһындағы китапты ошо юлдарҙың авторы үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡулдарында тотҡан саҡтары булды): Мөхәмәтша Латипов үҙенең шәхси китапханаһын тулыһынса, күп һандағы дини һәм тарихи китаптарын, вафатынан бер нисә йыл элек, үгәй улы Ғүмәр Килмөхәмәтов менән бергәләп, Диниә назаратына килтереп тапшырҙы. Ул китаптар араһында Зәки Вәлидиҙең «Сәйетбаба тарихы» ла бар ине. Тимәк, ул китап хәҙерге ваҡытта мотлаҡ Диниә назараты китапханаһында һаҡланырға тейеш.Зәки Вәлидиҙең Сәйетбабала бер нисә мәртәбә булғаны билдәле. Был турала, совет халҡы сәйәси эҙәрлекләнеү­ҙәрҙән арына төшкәс, ауылыбыҙҙың өлкән быуын вәкилдәре йыш ҡына иҫкә ала торғайны. Ошо хаҡта шулай уҡ үҫмер йылдарымда атайымдан, йәғни Мөхәмәтша Латиповтан, уның менән икәүҙән-икәү генә ҡалғанда, үҙемә лә ишетергә насип булды. Зәки Вәлиди Сәйетбабаға хатта Граждандар һуғышы ваҡытында ла һуғылып киткән (Мөхәмәтша Латипов та Зәкиҙең тыуған ауылында бер нисә мәртәбә булған. Ул Көҙәнгә атаһының йомошо менән дә, Зәкиҙең ҡунағы булып та барған).Зәки Вәлиди «Хәтирәләр» китабында Сәйетбабала 1917 йылдың йәйендә, февраль инҡилабынан һуң булыуы хаҡында ғына яҙа. Бүтән осраҡтарҙы, аңлы рәүештә, иҫкә алмай һәм бының сәбәбен дә аңлата. Әгәр дуҫтарының, арҡаҙаштарының исемдәрен атаһа, совет органдарының уларҙың үҙҙәрен генә түгел, ғаиләләре менән туғандарын да аямаясаҡтары тураһында әйтеп китә. Ул «Хәтирәләр»ҙә Граждандар һуғышына ҡәҙәр, һәр хәлдә, китабы баҫылып сыҡҡанда инде гүр эйәһе булған дуҫтары һәм ар
ҡаҙаштары хаҡында ғына яҙа. Шулай булғас, Зәки Вәлидиҙең, Сәйетбабаға бер нисә мәртәбә килеп тә, ундағы иптәштәре, таныштары, мәҫәлән, Мөхәмәтша Латипов тураһында бер ни ҙә әйтмәүе аңлашылып тора.Рухиәт юлында тәүге сынығыуҙарҮтәк мәҙрәсәһен Мөхәмәтша Латипов 1910 йылда тамамлай. Унан һуң, мөғәллим-муллалар әҙерләп тәғәйенләү буйынса программаға ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында рус телен өйрәнеү курсында уҡый һәм уны тамамлай. 1911 йылда, указ алғас, Сәйетбаба ауылының яңы мәхәлләһенә имам-хатип һәм мәсет янындағы мәҙрәсәгә мөғәллим итеп тәғәйенләнә.Шул уҡ 1911 йылдың көҙөндә Мөхәмәтша Сәйетбаба ауылының иң бай кешеләренең береһе Фазлыйәхмәт Ғәлиәхмәтовтың Ғәрифә исемле ҡыҙына өйләнә. 1913 йылда йәш ғаиләлә Камила исемле беренсе ҡыҙ бала донъяға килә.Үтәк мәҙрәсәһендә уҡыуының һуңғы йылдарында Мөхәмәтша Латипов шәкерттәрҙе йәштәренә ҡарап синыфтарға бүлеп уҡытыуҙың, төрлө фәндәрҙән айырым мөғәллимдәрҙең дәрес биреүенең өҫтөнлөктәрен күрә. Шәкерттәргә үҙе лә дәрестәр бирә.Сәйетбабаға ҡайтып, үҙ вазифаһын үтәй башлағас, мәсет янындағы мәҙрәсәне мәктәпкә әйләндереп ебәрә. Төрлө ҡалаларҙан, хатта Мәскәүҙең үҙенән дә үҙ заманына ярашлы уҡыу әсбаптары алдыра. Әсбаптар араһында географик карталар, төрлө таблицалар, хатта Ер шарының глобусы ла була. Был эштәр­ҙе башҡарып сығырға уға ауылдың өлкәнерәк муллалары, мөғәллимдәре, ауыл байҙары ярҙамға килә. Бигерәк тә үҙенең ҡайныһы Фазлыйәхмәт бай ныҡ ярҙамлаша. Ауыл халҡы ла ситтә ҡалмай, әлбиттә.Мөхәмәтша Латипов үҙе тарихтан, географиянан, хисаптан, йәғни арифметиканан уҡыта. Уның мәктәбе башланғыс синыфтар программаһына ғына иҫәпләнгән булһа ла, бүтән фәндәрҙән дәрес биреүгә лә айырым уҡытыусылар йәлеп ителә. Шулай итеп, Мөхәмәтша Латипов Сәйетбаба ауылы мәҙрәсә мәктәбендә беренсе булып уҡыусыларҙы синыфтарға бүлеп, парталар артына ултыртып, яңыса уҡыта башлай.Уның беренсе уҡыусылары араһында ауылдың арҙаҡлы кешеләре Хәлиулла Сәйфуллин, Гәрәй Ғәзизов, Зәйнулла Сираев, Ситдыҡ Сөләймәнов, Ситдыҡ Юлбарыҫов, Уйылдан Юлбарыҫов ағайҙар дини шәхестәр ҙә ине.Беренсе бөтә донъя һуғышы һәм уның ҡәһәреТағы ла Мөхәмәтша Латиповтың рухиәткә хеҙмәт итә башлаған йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Йәш мөғәллим һәм мулла, ғаилә ҡороп, изге ниәттәр һәм теләктәр, яҡты уйҙар, ҙур пландар менән ең һыҙғанып, дәртләнеп эшкә тотона. Уның тәүге һәм иң оло теләге – Хәбибнәжәр остазыныҡы кеүек ҙур мәктәп-мәҙрәсә төҙөп, Сәйетбаба тирәһендәге халыҡтың балаларына ғилем биреү була. Был изге эште ауыл халҡы ла, байҙары ла хуп күрә. Мәктәпте ҡайһы урында, ниндәй материалдан, ағастанмы, кирбестәнме һалдырыу тураһында ныҡлы һөйләшеү була. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт итерлек итеп кирбестән төҙөү планы өҫтөнлөк ала. Буласаҡ мәктәптең урынын билдәләп, нигеҙе өсөн таш сығара башлайҙар.Әммә Мөхәмәтша Латиповҡа һәм ауыл халҡына үҙҙәренең изге уй-теләктәрен тормошҡа ашырырға насип булмай. Беренсе бөтә донъя һуғышы башланып китә. 1914 йылда уҡ Мөхәмәтша Латиповты яуға оҙаталар. Ул Карпат тауҙарында барған алыштарҙа ҡатнаша. 1915 йылдың йәйендә ҡаты яралана. Снаряд ярсығы, уның баш һөйәге аша үтеп, мейеһен йәрәхәтләй. Уны фронт янындағы госпиталгә һушһыҙ килтерәләр. Глазов тигән ҡалала тыл госпиталендә бер нисә ай дауалайҙар. Шул госпиталдә уҡ уның баш өйәнәге башлана. Ул, сирле кешенең аңын юғалтып, тәне, ә ауыр осраҡта аяҡ-ҡулдары ла тартышыуҙан ғибәрәт. Аңлашылһын өсөн, медицина термины менән русса әйтһәк, ул «эпилептические припадки в результате, перенесенной тяжелой черепно-мозговой травмы» тип аталыр ине. Ошо өйәнәк Мөхәмәтша Латиповты бик оҙаҡ йылдар яфалаған.Тыл госпиталенән Сәйетбабаға тиклем уны ике һалдат оҙатып, ғаиләһе ҡарамағына тапшыра. Өйәнәге арҡаһында уға тәүге йылдарҙа өйҙән яңғыҙ сығырға ярамай. Дөрөҫ, ул өйәнәк ваҡыт уҙа бара һирәгәйеп, еңелерәк үтә башлай. Ә олоғайғас, бөтөнләй туҡтала.Фронттан ҡайтҡанда уға инвалидлыҡ бирелеп, үҙенең һүҙҙәренән билдәле булыуынса, бик ҙур пенсия тәғәйенләнгән була. Октябрь инҡилабына тиклем алып өлгөргән пенсия аҡсаһына Мөхәмәтша Латипов яңы йорт һалдыра, һарай-ҡуралар, бүтән йыһаздар төҙөтә, мал-тыуарын арттыра.Ошо әйтелгәндәрҙән сығып, уның батша әрмеһендә, фронтта кесе офицер булғанлығын фараз итергә ҡала. Бынан бик күп йыл элек ауылдың оло кешеләре, мулланың йәштәштәре, уның фронтта полк муллаһы вазифаһын башҡарыуы хаҡында һөйләй торғайны. Тик үҙе был турала бик асылып барманы. Бының сәбәбе совет власының уны аяуһыҙ эҙәрлекләүендә булды. Эҙәрлекләүҙәр Граждандар һуғышы бөткәс үк башланып, Сталин үлгәнгәсә дауам итте.

Таһир ЛАТИПОВ.

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[4 декабря 2009] | Просмотров: 36 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{allpages}

Continue Reading

Previous: Йыһат Солтанов: Батшалар еренә сәйәхәт » Башкирский портал
Next: Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhында «Мәмбәт шәжәрәhе»ндәге мәғлүмәттәр » Башкирский портал

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025