Башҡортостан тупрағында мәңгел тыныслыҡ тапҡан императорҙарыбыҙҙың иң һуңғыһы тураһында бара һүҙ.
Алтын Урҙа дәүләтенең императоры Туҡтамыш-хан һәм шулай уҡ император дәрәжәһенәсә күтәрелгән Еҙекәй батыр тураһында ныҡлап ҡыҙыҡһыныуым үткән быуаттың етмешенсе йылдарында мәшһүр “Үҫәргән тәүәрихе”нән (Библиотека Башкирского филиала Академии Наук СССР, ИБ — 2279, ғәрәп графикалы ҡулъяҙма хәлендә) уҡып, икеһенең дә килеп сығышы үҙемдеке менән бер иш — Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән, икеһе лә үҙем кеүек үк үҫәргән башҡорто икәнлеген белгәс ныҡлап башланды. Салдарҙан-сал тарихыбыҙҙа соҡсоноп сәсем ағарғас танырға тура килә: төрки донъяһында мәғлүм иң реаль, тарихи ерлекле, ышаныслы шәжәрә — “Үҫәргән тәүәрихе”, сөнки ул тәғәйен Урал — Иҙел ерлегенән һәм унда беҙҙең эраға тиклем XV быуатта башҡорт-болғар дәүләтен нигеҙләүсе Ишек (икенсе бер яҙылыштарҙа Ижек) бабабыҙҙан башлана (1680 — 82 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе бөйөк Сәйет Йәғәфәр Садиров бабабыҙ 1680 йылда күсертеп яҙҙыртҡан тәүәрихте ҡарағыҙ: Бахши Иман. Джагфар тарихы, I, II, III том. Оренбург, 1993 — 1997). Дөрөҫ, донъяла үҫәргән, хатта башҡорт тигән этнонимдарҙың барлығын да белмәгән (йәки белергә теләмәгән) төрлө милләтле авторҙар (һәм шуларға эйәреп башҡорт ғалимдары!) Туҡтамыш-ханды — Сыңғыҙ-хан тоҡомло татар-монгол тип, Еҙекәй батырҙы маңғыт (йәнәһе шул уҡ монгол!) тип тә, ҡуңғырат тип тә яҙалар. Ләкин айныҡ тарихсыларға күптән үк яҡшы мәғлүм: Сыңғыҙ-ханды һәм уның кешеләрен хандың ҡан дошманы һаналған этнос исеме менән “татар” тип урыҫтар тамғалаған, ә сығышы менән башҡорт (атаһы — бөрйән, әсәһе үҫәргән-ҡаңғы башҡорто) бөйөк бабабыҙ үҙенең дәүләтен “мәңге-ил” (мәңгелек ил) тип атағанлыҡтан, халҡы ла шул мәңге-ил — монгол исеме менән тирә-яҡҡа танылған. Еҙекәйҙең маңғытлығы һәм ҡуңғыратлығы ла бик ябай аңлашыла: мәңге+т (бында “т” — күплек ялғауы) маңғыт (“мәңгеләр” мәғәнәһендә) һәм ҡаңғы (шул уҡ үҫәргән)+ир-ат= ҡаңғырат, ҡуңғырат. Тимәк, бер үк ерҙә донъяны яуларға ынтылыусы һәм бер-береһенең ҡанын ҡойоусы йыһангирҙәр Сыңғыҙ-хан, Туҡтамыш-хан, Аҡһаҡтимер, Еҙекәй батыр дүртеһе лә бер үк тоҡом — башҡортобоҙҙоң Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән! (Шәжәрәне ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Башҡорт батшалары. Сыңғыҙ хандан алып Урыҫ дәүләтенә ҡушылғанғаса. Өфө — 2007). Әйткәндәй, быйыл ғына бер мәғлүмәтнамәгә юлыҡтым: Ҡаҙағстан Мосолмандар берлегенең вице-президенты, Алматы ҡала адвокаттар коллегияһы ағзаһы Ҡорбанғәли Юнысовтың Әҙәм пәйғәмбәрҙән алып 96 быуынға еткерелгән шәжәрәһе. Тәүге 65 быуыны ҡәҙимгесә фәстерелеп, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе лә биргән ғәрәп шәжәрәһенән өҙөктө ялғау булһа ла, 66-нсынан ҡала быуындар үҙебеҙҙеке — әле әйтелгән Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең айырылғыһыҙ киҫәге (ҡайһы бер исемдәр генә боҙола биргән). Әммә унда әле һаналған дүрт бөйөк затыбыҙ һәм уларҙың тоҡомдашлығы тураһында минең фекерҙе дөрөҫләүсе ҡиммәтле мәғлүмәт бар:
“Идегей (1352-1419), Тимур и Тимучин- Чингизхан восходят к одному общему предку которого звали Кайдада. У Кайдады был сын Байсункар, от которого было 9 сыновей. От потомков старшего сына Нотакына родился Кадаркай отец Эмира Идегея. От потомков третьего сына Кайдады родился Эмир Тимур. От потомка четвертого сына родился Тимучин, избранный ханом, под именем Чингизхан. Соглано закона утвержденного Чингисханом только его прямые потомки вправе были быть ханами. По этому Идегей и Тимур не претендовали на титул Хана, а были Эмирами. Но они оба и их потомки всегда учитывали что Тимучин, то есть Чингиз Хан происходит от 4-го сына, тогда как Идегей от первого, а Тимур от 3-го сына их общего предка. А по лестничной, используемой только тюрками, системе наследования трона, власть переходит от отца к старшему сыну, затем второму сыну и так далее пока все живые сыновья не закончат свое правление. За тем наступает очередь сыновей старшего сына, после них сыновей второго сына и так далее, каждое поколение правителя обязано было править согласно своей очереди. Тимур нарушил этот тюркский принцип наследуемой по лестничной системе власть, ее фактически узурпировал, при избрании его на трон Хана: вместо того что бы уступил трон тому, кому следовала по закону лестничной системе наследования. Это нарушение, прецедент использовался часто в кризисные моменты истории Золотой Орды, и других татарских государствах после распада Золотой орды. Так например после смерти Хана Тауке, вместо созыва общего курултая и выборе законного единого хана в соответствии с лестничной системой выборов, бии всех 5 жузов страны избрали себе своих ханов, разрушив единое государство на пять. Жузы каракалпаков и киргизов видимо уже окончательно отделились от трех других, которые составляют нынешний Казахстан”.Бабабыҙ Сыңғыҙ-хандың тышҡы ҡиәфәте лә тарих фәнендә беҙгә тылҡылған ҡытай һүрәттәрендәге “типик монгол” түгел, ә V быуатта шул уҡ ҡытайҙар тасуирлап ҡалдырған “зәңгәр күҙле, ерән сәсле” үсүн-үҫәргәндәрҙекенә тап килә; хәҙерге урыҫ ғалимы ла ҡушҡуллап раҫлай быны: “В сохранившихся старинных документах, — ти ул, — существуют описание Чингиэ-хана: высокий, стройный, с каштановыми волосами, голубыми (по другим данным — зелеными) глазами и широкой окладистой бородой. Скажем, не вполне типичный облик для монгола. Кажется удивительным, но и в описаниях внешности многих основателей тогдашних правящих династий (Рюрик, Аспарух, Меровей, Юстиниан), фигурирует схожий внешний облик. То есть основания считать, что эти создатели династий, упоминаемых впоследствии как “царские”, относятся к одному и тому же старинному правящему роду или правящим родам” (Александр Горохов. Белый царь). Йәғни ҙә ки уларҙың бөтәһе лә “Үҫәргән батшалар шәжәрәһе”нең емеше булып, ни бары төп олондан (башҡорт-болғарҙан) ярған ботаҡтарҙа ғына башҡалана.
Тәғәйенерәк ҡарағанда, өҫтәрәк килтерелгән бөйөк дүрт шәхестең уртаҡ бабаһы (Ҡ. Юнысов шәжәрәһендәге Ҡайдада, дөрөҫөрәге Ҡай-дәдә — Бүре-баба) Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге (ул “Башҡорт батшалары”нда тулы бирелгән) 26-нсы номерлы реаль шәхескә — шам Ҡыуат (рәсми тарихтағы Ҡубад, батшалыҡ итеү йылдары 488-496 һәм 499-531; “шам Ҡубад 23 йыл шам булды, Фирдәүси хөкөмөнөң заманында ине”, — “Үҫәргән тәүәрихе”, 39-ынсы бит) тигән бабабыҙға тап килә. Шуның балаларының береһенән, өҫтәрәк әйтелгәнсә, бөйөк Сыңғыҙ-ханыбыҙҙы биргән тармаҡ айырыла, бына ул: “27. Шам Ҡыуат улы …нау…н (асыҡ уҡылмай), уның улы Жуанир, уның улы Шаһриар, уның улы Мирза-алып, уның улы Һәрмүз (Хормозд III, 457-459 йй.), уның улы Тиауач, уның улы Жабин; һәм йәнә Жуанир менән бер туған (Ба)һрам, уның улы Ғам, уның улы Сиавуш. — 28. Ғали хан бин Сиавуш. — 29. Ташбуға хан. — 30. Хан Суман. — 31. Хан Күсләк. — 32. Хан Айтуп. — 33. Хан Тимерил. — 34. Хан Байкә. — 35. Хан Ылаусы. — 36. Хан Байсиуб. — 37. Хан Ҡара. — 38. Хан Арғырд. — 39. Хан Ҡол-алып. — 40. Хан Байжума. — 41. (?). — 42. (?). — 43. Хан Турмали. — 44. Турғай Сәхин. — 45. Тумаул Мәргән. — 46. Дуинбиан. — 47. Хан Буртан. — 48. Хан Буян. — 49. Туҡан-хан (Темәсйән-Сыңғыҙ-хандың йәш сағында Туҡанда — Арҡайымда торғанындағы ләҡәбе; шул төбәктән Көнсығышҡа ҡасып китеп, көс-ҡеүәт туплағас, тирә-яҡ дала халыҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан батшаһы Муйтән-бей һәм уның бер туған ҡустыһы Майҡы-бей етәкселегендәге башҡорттар, үҙҙәренең шул ҡан ҡәрҙәше Темәсйәнде аҡ кейеҙҙә йыһангир Сыңғыҙ-хан итеп күтәрәләр). — 50. Уның улдары: а) Жужи-хан (Яусы); б) Хан Ҡабил бин Туҡан; в) Хан Ҡрыл (Кейек) бин Туҡан, уның улы Хан Ҡотби; г) Хан Тули, уның улы Хан Хулукәтули бин Тули, уның улдары Хан Ҡуян, хан Турғай, хан Байду, Абғай-хан…