Новости | ||
Хәрәкәттә – бәрәкәт. Сөнки хәрәкәт – сәләмәт йәшәү рәүешенең төп нигеҙе. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы беҙ йыш ҡына уның асылына төшөнмәйбеҙ. Бил ауыртhа ла, быуындар hыҙлаhа ла, йөрәк сәнсhә лә иҫебеҙ китмәй. Ә сир көтмәгәндә килә.Әле ҡасан ғына бишенсе ҡатҡа hә тигәңсе йүгереп менгән кешенең дә сираттағы күтәрелгәнендә тыны ҡыҫылыуы ихтимал. Тимәк, сәләмәтлегеңде ҡайғыртыр мәл етте, тигән hүҙ был. Әҙме ни йәшләй генә йөрәк өйәнәгенән үлеүселәр?Ысынлап та, статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, hуңғы осорҙа халыҡтың сәләмәтлеге hиҙелерлек ҡаҡшаған. 6 – 7 йәшлек балаларҙың 30 – 35 проценты хроник сирле. Мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар ҙа йыш сирләй. Ундайҙарҙың 60-70 проценты йылына ғына дүрт тапҡыр ҡаты ауырый. 14 – 17 йәшлек ҡыҙҙарҙың hәр унынсыhында дисгармоник үҫеш күҙәтелә. Уҡыу осоронда hау-сәләмәт балалар hаны биш тапҡырға кәмей. Мәктәп уҡыусыларының физик әҙерлеге, 60-сы йылдарҙағы үҫмерҙәр менән сағыштырғанда, байтаҡҡа түбән. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың 50 процентының ҡаралған нормативтарҙы үтәй алмауы шунан ғибәрәт тә инде. Айырыуса, үҫмерҙәрҙә нервы сирҙәре, психика ҡаҡшауы күҙәтелә. Был иhә уҡыу hәләтенең кәмеүенә, төрлө тәртип боҙоуҙарға, эскегә, наркоманияға килтерә. Һүҙ ҙә юҡ, hауаның бысраҡлығы, сифатhыҙ hыу, төрлө стрестар ҙа hаулыҡҡа насар йоғонто яhай. Өҫтәүенә, яҡшы шарттарҙа, йылыла ғына йәшәп, йәйәү йөрөргә бөтөнләй онототтоҡ, күптәребеҙ аҡыл сарыф ителгән эш менән мауыға. Ә ялды ятҡан килеш телевизор ҡарау тип аңлайбыҙ. Ысынында иhә, әҙ хәрәкәтләнгән кеше тиҙ арый, хәлhеҙләнә, йоҡомhорай, йыш ҡына башы ауырта, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола, тыны ҡыҫыла, быуындары hыҙлай. Физик эш эләкмәгән кеше hимерә. Һуңынан шәкәр диабеты сиренә тарыуы ла ихтимал. Ана шуға ла кеше мотлаҡ физик эш башҡарырға тейеш. Аҙнаhына иң кәмендә 8 – 10 сәғәт.Йыш хәрәкәтләнеү hаулыҡ өсөн бик мөhим. Физзарядка яhаған кешенең йөрәге ныҡ була, ҡан әйләнеше көйләнә. Ҡанда холестерин кәмей, быуындар нығына, тын алыу яҡшыра. Билдәле булыуынса, спортсмендар ете литр hауа hулай, ә әҙ хәрәкәтләнгән кеше ни бары – өс-биш. Ә инде физик эш эшләгән йәки спорт менән шөғөлләнгән кешенең етеҙ, hәр саҡ кәйефе шәп булыуы, башы шәп эшләүе hәр кемгә лә мәғлүм. Fүмерҙәре лә оҙонораҡ. Әйтәйек, оҙаҡ йәшәүселәр исемлегенә ингән бөйөк кешеләрҙән Пикасио ¬– 99, Кант – 81, Толстой – 82, Галилей – 79, Гиббе – 92, Пифагор – 76, Гете – 82, Ньютон – 84, Гарвей – 80, Платон – 81, Павлов – 81 йәшкә тиклем йәшәгән. Уларҙың барыhы ла физик эш менән будышып баштарын ял иттергән, спорт менән шөғөлләнгән.Заман медицинаhы сирҙе дауалауға йәнең теләгән дарыуҙы тәҡдим итhә лә, hәр саҡ хәрәкәттең иң ҙур дауа икәнен иҫкәртә. Сөнки физик күнегеү ул hау-сәләмәт кеше өсөн тренер ғына түгел, ә табип та. Бәлки, яҙғандарыбыҙ күптәргә яңылыҡ та түгелдер. Әммә кем улар әҙ хәрәкәтләнеп ауырыуҙар «гөлләмәhе» йыя башлағандар өсөн кәрәк булыр, тип ышанабыҙ. Бөгөндән башлап йәшәү рәүешегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Мөмкинлектәр бик күп бит. Йәйәү йөрөү, лифттан баш тартып, өҫкө ҡатҡа йәйәү күтәрелеү, физик эш, йүгереү hәм, ғөмүмән, спорт hеҙҙе hау-сәләмәт итер. Иртәгә билдәләнәсәк Бөтә донъя сәләмәтлек көнө лә «Хәрәкәттә – бәрәкәт» девизы аҫында үтә бит.
А. ОРЛОВА,
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[15 марта 2010] | Просмотров: 175 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}