Новости » Культура | ||
Тәүге сәскә Ярмаланған еүеш ҡар еҫтәрен — Ярһып килгән яҙҙың һулышын Бөрөләр ҙә тоя, Бөрөләр ҙә саф һут йыя, Һоро тамсы һымаҡ тулышып, Ҡояш Нур ҡулдары менән Ерҙең Бөркәнсеген аса өҫтөнән. Ҡояш Торған һайын яғымлырак Һәм йылыраҡ шат бер төҫ менән Һөйөп ҡарай ергә… Ә ер уға Йәшлегенең тәүге сәскәһен Бүләк итер тиҙҙән!.. Донъя ғәжәп! — Тыуыр баламдың бит әсәһен Мин дә шулай һөйәм… Һәм һаҡ кына Изге йөрәк аҫтына Ҡулым менән тейеп ҡуямын: Йөрәк аҫтында бер кескәй генә
Йөрәк типкәнлеген тоямын!..
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[11 октября 2010] | Просмотров: 189 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}