Новости » Слово автору | ||
Ҡәҙим Аралбай, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Инсе ҡәләм Ил яҙмышы хаҡында һүҙ — хәләл, Ҡулыбыҙҙа — аҡ ҡауырһын ҡәләм, Йөрәк ҡаны ғына — уға тәғәм, Көрәштәрҙә ҡәләм — яугир әләм! Даланыбыҙ — үҙебеҙҙең ҡулдан, Бөртөк алтын тапһаҡ бер тоҡ ҡомдан, Ул да булыр хоҙай үҙе һонған. Тынғы белмәй торған беҙ тоҡомдан. Заман тормай баштан һыйпап, йәлләп, Ижадтан һин көтмә ожмах, йәннәт! Ҡулыбыҙҙа — халҡым биргән ҡәләм. Бабич, Рәми, Мостай — беҙҙең әләм. Был донъяла беҙҙән бәхетлерәк, Рухы менән өҫтөн, тәхетлерәк Бармы икән тағы кешеләр? Булһа, кемгә оҡшаш — ишеләр?.. Ауған мәлдә моңдаш дуҫтарыбыҙ, Сыңлағанда гәлсәр туҫтағыбыҙ, Сайпылғанда ҡайсаҡ тостарыбыҙ, Сайҡалмаһын Башҡортостаныбыҙ!.. Ил яҙмышы хаҡында һүҙ — хәләл, Ярһыу, яныу, әрнеү — беҙҙең халәт. Ҡулыбыҙҙа — ҡотло, инсе ҡәләм
Килер быуындарға яҙһын сәләм!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 163 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}