Новости » Слово автору | ||
24.01.2000. Дүшәмбе.*Бына тағы ла бер алыҫ сәфәр тамам. 21-дә Мораҡтан ҡуҙғалып киттек. Иртәнге аш «Йәншишмә»лә булды. Ун берҙе үтеүгә Иҫәнғолда инек. Унда тағы ла кафегә алып киттеләр. Марат Кәримов ағайҙың туғандары, телевидение бергә йыйылып, Күгәрсенгә ҡуҙғалыу. Тәүге туҡталыш мәсеттә. Күп юбилейҙарҙа йөрөлдө, мәсеттән башлап ебәреү – тәүге тапҡыр. Әйҙә матур йолаға әйләнһен. Мәсеттән һуң мәктәпкә. Унан клубта. Унан һуң банкет, быныһына ваҡыт аҙ ҡалды. Етене үтеүгә РДК-ла инек. Ундағы программа былай ыҡсым булды. Кисәнән һуң икене үткәнсе мәжлес. 22-дә Өфөгә йүнәлдек. Район сигенә тиклем мәҙәниәт «министры» Салауат Закиров, финанс «министры» Альфарис Сәлихйән улы Байсурин оҙатып килделәр. Ҡайтһам, беҙҙә Дәүләкәндәр. Кисә көнө буйы гәзит-журнал ҡарап аунаным.Бөркөт тыуҙырған күгәрсендәр.Кеше һәр ваҡыт һынау үтә, шағир бигерәк тә. Яҡташтарыңдың һиңә мөнәсәбәте лә оло һынау. Юбилей ҙа һынау, үлгәс, оҙатыу ҙа һынау.*Слона-то не приметил, тигәндәй, антологияға Рәми ағай һаман инмәй ҡалған. Бөгөн биштә тороп, ағайҙың 20 шиғырын, «Аманат» ҡобайырын, «Табыныу» поэмаһын һайлап ҡуйҙым. Хәҙер машинкаға алып барып бирәм.25.01.2000. Шишәмбе.*12-дә инеш мәҡәләне машинкаға биргәйнем, әле баҫып бөтөргәндәр. Темп иҫ китерлек түгел, әлбиттә: 81 бит ике аҙнала. Шулай ҙа күңел тынысланды. Инде ҡарап сығам да хаталарын төҙәттереп, институтҡа алып барырға кәрәк.Минең Союз сметаһы буйынса Байдәүләтовҡа яҙған хат уға тапшырылмайынса һуҙыла ла һуҙыла. Ишморатов үҙем керәм тигәйне, тик нимәгәлер һаман һағайған һымаҡ. Киләһе аҙнала икәү инәйек, ти. Мин ни ҡуш ҡуллап риза. Антологияға спонсорҙар эҙләү тураһындағы хатты ла президентҡа яҙғайныҡ, премьерға адреслап үҙгәртергә булдым.Дөрөҫөн әйткәндә, былар барыһы ла сей елкәгә тейеп ялҡытты. Ижад һағындыра. Институттың лекцияларын да яңынан ҡарайһы бар.26.01.2000. Шаршамбы.*Кисә Милли китапханала Бабичтың 105 йыллығына арналған осрашыу матур ғына үтте. Район-ҡалаларҙан мәктәп китапханасылары, Силәбенән Вәкил Хажин алып килгән студенттар. М. Кәримов, Рәшит Низамов, Бабич премияһы лауреаттары Ф. Аҡбулатова, Т. Дәүләтбирҙина, Вәхит Хызыров булды. Сәғәт ярым барҙы осрашыу.*Президент менән премьер үткән аҙнала сәнғәт институтында, училищеһында, мәктәбендә булып, президент ундағы хәлдәрҙе ҡаты ғына тәнҡитләгән. Оперативкала премьер был хаҡта ярты сәғәт буйы һөйләгән.Уға тиклем дә президент университетҡа яңы ректор ҡуйғанда ҡаты ғына һүҙҙәр әйтте, ерле юҡҡа яҙыусыларҙың күплегенә, нәшриәттең ҡалын-ҡалын томдар сығарыуына бәйләнде, дәүләт теле тураһында урынһыҙ һүҙҙәр әйтте тип һөйләгәйнеләр. Ағайҙы кемдер «илһамландырып» торған һымаҡ. Быларҙың күбеһе Х.Х. Ишмора-товҡа килеп ҡағыла. Президенттың көслө идеологик командаһы юҡ, президент советындағы М. Кәрим, Р. Кузеев интеллигенцияны яҡлап, бер ни әйтмәй, күрәһең. Былай барһа, йәмһеҙ хәлдәр тыуыуы мөмкин. Кадрҙар мәсьәләһендә милли йүнәлештә һуңғы йылдарҙа байтаҡ һәйбәт үҙгәрештәр булды, тик аҙаҡҡы ваҡытта бында ла үҙгәрештәр аптыратып, борсолдороп ҡуя.10.02.2000. Кесаҙна.*28 ғинуарҙа Башҡортостан тормошонда тарихи ваҡиға – Ака-демтеатрҙың яңы бинаһының тәүге сиратын асыу булды. Бик күп көс һәм байлыҡ сарыф ителгән, бик зиннәтле эшләнгән.Бер ҡыҙыҡлы уй башҡа килде. Халыҡ байлығын байлыҡҡа әйләндереп, килер быуындарға тапшырыу, уны мәңгеләштереү. Академтеатрҙың яңынан тыуыуы – шуның асыҡ миҫалы.
Ил күләмендә халыҡ байлығын талау барғанда, бындай яңыры-уҙар айырыуса сағыу балҡый. Ләкин беҙҙең сәнғәтебеҙ ошо байлыҡҡа үҙенең ниндәй хазина-һын өҫтәр, был гүзәл һарайҙы ниндәй матурлыҡтар менән тултырыр – хәҙер бына нимә хаҡында уйланырға кәрәк. Яуаплылыҡ тағы ла нығыраҡ арта.*Кисәге көн бик тығыҙ булды. Төшкә тиклем филармонияла мәҙәниәт министрлығының коллегияһының республика күләмен-дәге йыллыҡ иҫәп-хисабы.Ҡайһы берәүҙәр ошондай йыйылыштарҙа президиумда ултыры-уҙы ҙур бәхеткә һанай, икенселәр көнләшә һ.б. Әммә йәлләүселәр генә юҡ. Асылда бит унда саҡырғандары өсөн талпынып менмәй-һең, кешегә күренер өсөн ҡуҡырайып ултырмайһың. Унда вазифаң буйынса күтәреләһең, коллегаларыңа хөрмәт һәм дөйөм мәнфәғәт йөҙөнән сәғәттәр буйы кәрәкле һәм кәрәкһеҙ сығыштарҙы тыңлайһың.Тәлғәт Сәғитовтың доклады сәғәт тә ун минут барҙы. Шуға иғтибар иттем: һандар, миҫалдар, күҙәтеүҙәр бик күп. Төрлө тармаҡлы «хужалыҡта», йөҙәрләгән-меңәрләгән китапханалар, клубтар-һарайҙар, театрҙар, үҙешмәкәр сәнғәт һ.б. тармаҡтарҙан торған системаның эше хаҡында, йыллыҡ уңыштары һәм кәмселектәре тураһында һөйләгәндә шунһыҙ мөмкин түгел, әлбиттә.Бының үҙ ҡыйынлыҡтары бар: учреждениелар бик күп. Иңләүе еңел түгел. Ләкин беҙҙең съездарҙа, оло йыйылыштарҙа доклад менән сығыш яһауы барыбер ҡыйыныраҡ, ҡатмарлыраҡ: бында теркәү, теҙеү, тегеһе бар, быныһы юҡ тип баһалау ғына етмәй. Беҙҙә уйланыу кәрәк, анализ күберәк кәрәк, тенденцияларҙы билдәләү, ҡыуаныслы һәм хәүефле күренештәрҙе байҡай, күрә белеү кәрәк.Был сифаттар төрлө министрлыҡтарҙың йыллыҡ йыйылышта-рындағы докладтарҙа ла булырға тейеш, әлбиттә. Мәҫәлән, театрҙың эше тураһында һөйләгәндә төп күрһәткес итеп тамашасылар, яңы спектаклдәр һаны, килем проценттары һ.б. алына.Ә бына репертуарҙың сифаты, әҫәрҙәрҙең, спектаклдәрҙең, йыр-ҙарҙың һ.б. сифаты, режиссура – былар хаҡында ләм-мим. Төп уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар шуларҙан килә бит, сәбәптәрҙе шуларҙан эҙләргә, төптәнерәк аҡтарырға кәрәк бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо хаҡта уйланыусылар юғыраҡ.*Көн ысынлап та тығыҙ булды. Киске ун тула яҙғанға тиклем премьерҙы көттөм, приемныйында ултырҙым. Х.Х. Ишморатов менән инеп, минең байтаҡтан күңелде өйкәп торған ике мөһим мәсьәләне хәл иткән һымаҡ булдыҡ. Беренсе: башҡорт поэзияһы антологияһына спонсорҙар табыуҙа Р.И. Байдәүләтовтың ярҙамы.Рафаэль Ибраһимович елле резолюция һалып, эште М. Ә. Шакировҡа тапшырҙы. Икенсеһе: эш хаҡтарын көйләү буйынса ла минең хатҡа һәйбәт ҡултамғаһын ҡуйҙы. Тағы ла бер ҡыуаныс: Әнисә Таһированың, Ринат Камалдың торлаҡтарын яңы урынға алыштырыу буйынса хат яҙғайным. Уларын Ф.Ә. Ямалетдиновҡа йүнәлтте. Бына шулай түҙгәнгә түш, эштәр аҙағына тиклем шулай барһа, әлбиттә. Өйгә төнгө 11-ҙә ҡайтып керҙем.12.02.2000. Шәмбе.*Кисә Яныбай ағай Хамматовтың 75 йәшлек юбилей кисәһе «Нефтяник» һарайында бик матур үтеп китте. Тик уны үткәргәнгә тиклем әҙерлек көндәрендә нервылар аҙ иләнмәне. Халыҡ яҙыусыһы исеменә юллап документтар әҙерләнек, яуап билдәһеҙ. Ағайҙың кисәһендә республика етәкселеге исеменән кем ҡотлары билдәһеҙ. Мин был масштабтағы яҙыусыны президент йәки кәмендә премьер ҡотларға тейеш тип алдан госсекретарға ла, И.Ә. Ғәбитовҡа ла һөйләп сыҡтым, үҙемсә нигеҙләнем. Нимә килеп сыҡты һөҙөмтәлә? Хөкүмәт исеменән культура министры Тәлғәт Сәғитовтың маҡтау грамотаһы тапшырыуы һәм шуның менән вәссәләм! Бына шулай була инде әҙәбиәткә мөнәсәбәт, бына шулай ул беҙҙә арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙға мөнәсәбәт.Кисәлә лә, банкетта ла ағайға халыҡ яҙыусыһы исемен биреү тураһында һүҙ сыҡмай ҡалманы, әлбиттә. Был эштәрҙең тотҡарланыуында Мостай ағайҙы ғәйепләү электән килә. Банкетта был хаҡта Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, ағайҙың исемен әйтмәһә лә, бик уҫал ғына төрттөрҙө.Бер-ике көн алдан Мостай ағай менән һөйләшкәйнем. Ул ысынлап та президентта ла, Ғәбитовта ла булған. Мин Яныбай Хамматовты әллә ни ҙур яҙыусы тип иҫәпләмәйем тинем ти. Артабан нимә хаҡында һүҙ барғандыр, әммә ошо әйткәндәре лә еткән бит инде.Яныбай ағайҙың ижад күләме хайран ҡалырлыҡ, профессиональ көсөргәнешлектә даими эшләүе беҙҙә үрнәк булырҙай һирәк күренеш. Был яҡтан мин, мәҫәлән, Ғайса Хөсәйенов һымаҡ бер нисә шәхесте генә атай алам. Әлбиттә, Хамматовтың яҙғандары оҫталыҡ йәһәтенән тигеҙ түгел. Ләкин быға ҡарап ҡына уның әҙәбиәтебеҙ үҫешенә индергән өлөшөн, халҡыбыҙға ниндәй тарихи ҡатламдарҙы йәнләндереп күрһәтеп, йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен кем инҡар итә алыр? Милләт тормошон уның романдарынан тыш күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ – ҙур бушлыҡ хасил буласаҡ бит!Әхиәр Хәким, Ноғман Мусин, Яныбай Хамматов – бына ошо өс әҙипте Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһына тәҡдим иттек. Әлегә хәл ителмәй. Ҡа *Яңыраҡ ике тешкә ремонт яһатып алдым. Хәҙер бөткән ерҙән дә теш яһап ҡуялар икән.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[2 апреля 2013] | Просмотров: 405 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}