[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Һағындым һине, сәхнә… | Новости » Культура |
1 октябрь Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында, быйыл икенсе тапҡыр үтәсәк, сәхнә ветерандарының оло байрамы көтөлә. Сәнғәт кешеләре, йырсылар сәхнәнән киткәс тә ғүмер буйына уны һағынып йәшәй, тиҙәр. Былтыр үткән «Һағындым һине, сәхнә!» исемле концерт — программаһын тамашасы, һалҡын ҡыш көнөнә ҡарамаҫтан, яратып йылы ҡабул итте. Үҙҙәренең ижад юлдарын тамамлап, хаҡлы ялға киткән пенсионерҙарҙы халыҡ та, сәхнә лә һағына. Быйылғы осраштырыу «Еҙ ҡыңғырау моңдарында үткәндең һағыштары…» тип атала. Филармония сәхнәһе ветерандарының концертына килеүселәргә лә, сәхнә ветерандарына ла оҡшаясаҡ, тип көтөлә. Музыкаль осрашыуҙа йырсылар, һүҙ оҫталары, музыканттар һәм бейеүселәр ҡатнашасаҡ. Улар араһында Флүрә Килдейәрова, Рәис Вәғизов, Фәнүнә Сиражетдинова, Мәғәриф Әхмәҙиев, Асия Смакова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Шамил Хәмәҙинуров, Рәйлә Аҙнаҡаева, Лена Гәрәева, Әнисә Яхина, Римма Дашкина, Гөлсөм Хәбибуллина, Редик Фәсхетдинов, Милеәхмәт Ғәйнетдинов, Рәжәп Вәдүтов, Азат Айытҡолов, Зөлфиә Ҡудашева, Гүзәл Мамина һәм башҡа мәшһүр артистарыбыҙ була. Сәнғәт ветерандарының ҙур концертында абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе лә көтөлә. Фәриҙә Ҡудашева, Рамаҙан Йәнбәков, Рәшиҙә Туйсина, Әхәт Урәзмәтов (Кәтүк), Мәғфирә Ғәлиева, Мөхәммәт Иҙрисов кеүек мәшһүр сәнғәт оҫталарының сығыштарын ла күрә алаһығыҙ. Халыҡ ҡына уларҙы түгел, ә улар ҙа халыҡты һағынып көтәләрҙер, тигән ышаныстабыҙ. Был сара ҡәҙерле йырсы-ветерандар менән тамашасыны осраштырыу йәһәтенән ойошторола ла инде. Концертта халыҡ нисәмә йылдар буйына тыңлап үҙ иткән, яратып тыңлаған музыкаль әҫәрҙәрен ишетеп күрәсәктәр. Шулай уҡ, был донъянан киткән оло шәхестәребеҙҙе лә иҫкә алып, иҫкә төшөрөп, уларҙың еңел булмаған ижад юлынан өҙөктәр ҙә күрһәтеләсәк. Кемдәр үткән осрашыуға ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында килә алмағандар икән, «Еҙ ҡыңғырау моңдарында…» һеҙҙе көтәбеҙ. Оҙаҡ йылдар буйы күрмәгән ҡәҙерле ветерандарыбыҙ менән осрашыу — үҙе үк оло байрам! Үткән дәүерҙең йырсыларының моңло халыҡсан алтын йырҙарын тыңларға бөтә тамашасыларҙың олоһон да, кесеһен дә саҡырабыҙ. Сөнки үткән быуат, сәнғәт ветерандарының ижадына ҡарап, уларҙың йырҙарын тыңлап, йәш быуын йырсыларына күп нәмәләрҙе өйрәнәһе бар әле. Бындай байрамдар йыш була алмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы… Алтынға тиң йырҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, уларҙы бергәләшеп йырлап, күңел асырға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Тамашаны Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән популяр йырсы Лилиә Биктимерова алып баралар. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[28 сентября 2010] | Просмотров: 18 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}