Новости | ||
Шәхес атын быуаттарға ҡушыуБорондан уҡ килгән бер йола.Яҡшыларын хәтерләһәң – байрам,Ямандарҙан – ҡан-йәш ҡойола.Бына ғына Салауаттың юлы!..Аҡмулланың, ана, заманы!..Уҙған быуат баштарында ЗәкиБулған илдең әрме-ҡалҡаны!..Егерменсе быуат толпарындаЕлеп инде илгә уҙаман!Уның ғәмәлдәре, эше менәнТарихтарҙа ҡалыр ул заман!Бөгөн уның исеме бер оран!Тоғролоҡҡа һынау – исеме:Әләм итеп күтәргәндә уныҺин танырһың рухы көслөнө!Ир-егеттең даны халҡы менән!Ир-егеттең көсө — хеҙмәттә!Мортаза ла тигән рухи ҡалҡанЙәшәй башҡорт тигән йөрәктә!Фарман биреп исем алып булмай,Юлбашсылар тыуа илендә!Ере ғәме менән яна улар,Һөйләшәләр туған телендә!Үҙ илендә бәйғәмбәрҙәр булмай,Үҙ илендә тыуа ил башы!Ул арҡаһын үҙ халҡына терәй,Киләсәктә уның ҡарашы!Халҡы өсөн ул көрәшкән кеүек,Милләт әҙер уны яҡларға!Юлбашсылар юлды башлап бара,Әммә ул да мохтаж һаҡлауға!Көнлөксөләр, кәмиттәр ҙә китер,Ил күгендә ҡалыр бер исем.Халҡы үҙе бирҙе уға атын:Халҡын ҙурлаған өсөн,Илен һаҡлаған өсөн,Телен яҡлаған өсөн!!!
Лариса АБДУЛЛИНА
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[7 февраля 2014] | Просмотров: 975 Опубликовал: rasul | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}