Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Шағирҙар данлаған төбәк ни хәлдә? » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 12.12.2016 1 min read
Новости » Литература

▼
Үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында республикала ғына түгел, Рәсәйҙә дан тотҡан “Һарғамыш” совхозының алдынғы бригадаһы тап Күҫәләр ауылында була. Был саҡта ауыл шаулап, гөрләп тора. Ошоларҙы уйлап, халыҡтың аһ-зарын тағы ла баштан үткәреп, шифалы һыуҙы уртлайым. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә уның шифалығы иҫбатлана, баштың ауыртҡаны баҫылғандай тойола. Тик ауыл халҡының әрнеүен, борсолоуын шифалы шишмәнең көкөртлө һыуы ғына баҫа алмаҫ. Бәләкәй ауылдың ҙур проблемаларын кем хәл итер, тормошон кем яҡшыртыр икән? Ә Күҫәләр ауылы халҡы үҙенең тырышлығы менән бындай иғтибар­ға лайыҡ.

1450594589_yesh_16-6541516Бөйөк шағирҙар данлап яҙған гүзәл Йүрүҙән буйында урынлашҡан Күҫәләр ауылының көнкүреше, халҡы менән танышыу теләге ҙур ине. Унда эш буйынса барабыҙ тигәс, шатланып риза булдым.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылға етер-етмәҫ һул яҡҡа боролдоҡ. Йәйелеп, йырын йырлап аҡҡан Йүрүҙән йылғаһы аша һалынған күпер­ҙән уҙғас, яланға барып сыҡтыҡ. Юлһыҙ ерҙәр­ҙән машинала һелкенеп бара торғас, ниһайәт, ике-өс йорт күренде. Ошомо икән Күҫәләр ауылы, тигән уй башымдан йүгереп өлгөрмәне, хеҙмәттәшем: “Бәй, Митю­шинскиҙа өс кенә йорт ҡалғанмы?”– тип әйтә һалды. Күп тә үтмәй, Күҫәләр күренде. Тарихҡа күҙ һалһаң, 1765 йылда ауылға Себер юлы Мырҙалар улусы башҡорттары нигеҙ һалған. 1795 йылда Күҫәләр исеме менән ике ауыл иҫәпкә алынған: беренсеһендә 28 йортта – 145, икенсеһендә – бәләкәй Күҫәлә йәки Митюшинскиҙа 6 йортта барыһы 39 кеше йәшәгән. Һандарға таянһаң, ауылда йылдан-йыл халыҡ һаны кәмей килә. 1920 йылда – 527, 1930 йылда – 401, 1959 йылда – 367, 1989 – 202, 2010 йылда 171 кеше иҫәпләнә. Бөгөн 86 йортта 160-ҡа яҡын кеше йәшәгәне билдәле.ауыл бер ҡарауҙан оҡшаны: бер-береһенә һыйынышып ултырған төҙөк өйҙәр, гөл-сәскәгә күмелгән баҡсалар, урамда шатланышып уйнап йөрөгән балалар, хозур тәбиғәт – быларҙың барыһы ла күңелемә хуш килде. Күренеп тора, бындағы халыҡ үҙенсә донъя көтөргә тырыша: ике ҡатлы, заманса итеп һалынған өйҙәр ҙә бар, ә бына ташландыҡ, емерек йорттар бөтөнләй күҙгә салынмай. Эш көнө ҡайнап торған мәлдә килгәс, урамда әллә ни кешеләр күренмәй, күбеһе тырышып бесән эшләгән мәлгә тура килгәнбеҙ икән. Мотоблоктары менән яланға ашығыусылар бик күп осраны.Иң башта тоғро дуҫыбыҙ, “Йүрүҙән” гәзитенә яҙҙырыу планын һәр ваҡыт теүәл үтәгән почтальон Фаягөл Хәйруллинаға юл тоттоҡ. Уны магазинда табырға була, тинеләр.Баҡтиһәң, тырыш ҡатын почта менән магазин эшен бергә алып бара икән. Аҙнаһына дүрт көн иртән йүгерә-атлай Күҫәләр, Бәлә­кәй Күҫәләр, Митюшинскиға почта тарата, ә төштән һуң магазинда һатыу итә. Бер үк ваҡытта һатып алыусыларға төрлө ҡыҙыҡлы гәзит-журнал, мауыҡтырғыс кроссворд, сканвордтар ҙа тәҡдим итә.– Йәшәгең килһә, бөгөнгө заман талаптарына яраҡлашырға, төрлө эштә үҙеңде һынап ҡарарға тура килә. Иң мөһиме, албырғап ҡалмаҫҡа, ҡайҙа эшләһәң дә, хеҙмәтеңә яуаплы ҡарарға кәрәк, – ти ул.Ысынлап та, был һүҙҙәрҙе Фаягөл Ғәйнетдин ҡыҙы белмәйенсә әйтмәгәндер. Сөнки, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Урмансы ауылы ҡыҙы Мәхмүттә, Күҫәлә – уҡытыусы, Арҡауылда Рәми Ғарипов музейы хеҙмәткәре лә булып эшләп алған. Һәр урында тырышлығы менән ихтирам, абруй яулаған. Әле лә гәзит-журналға яҙҙырып, беҙҙең менән артабан да дуҫлыҡты өҙмәҫкә һүҙ бирҙе. Магазин эргәһендә ҙур ғына бина тора. Мәктәп бинаһының бер осонда фельдшерлыҡ пункты урынлашҡан икән. Унда беҙҙе мөләйем һәм алсаҡ йөҙлө Зәйтүнә Ғарипова ҡаршы алды. Оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләүсе Зәйтүнә Рафиҡ ҡыҙы һәр кешене иғтибар менән тыңлап, ауырыуынан дауа табырға тырыша, үҙенең йомшаҡ тауышы менән, гүйә, йән тыныслығы бирә. Барыһы 213 кешенең (шуларҙың 42-һе бала) һаулығы һағында тора ул. Ауырыуҙарҙы дауалау, балаларға прививка, башҡаларға укол яһау, тиҙ ярҙам күрһәтеү – быларҙың барыһын да Зәйтүнә Рафиҡ ҡыҙы бер үҙе башҡара.– Халыҡ беҙҙә яҡшы, аралашыусан. Көн һайын медпункттан кеше өҙөлмәй. Бигерәк тә оло йәштәгеләр йыш килә. Аралашыуға һыуһаған оло йәштәгеләрҙе тыңлап, уларҙың күңелен күреү өсөн психолог, кәңәшсе лә булырға тура килә, – ти Зәйтүнә Рафиҡ ҡыҙы. – Шуны ла өҫтәп әйтер инем, халыҡ үҙенең һаулығына битараф булмаһын, ауырыуҙарын дауалау өсөн табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итһен ине. Шулай тип яҙығыҙ гәзиткә.Урындағы хәлдәр менән яҡындан танышыу маҡсатында артабан ауыл старостаһы Артур Хәкимовтың йорто алдына килеп туҡтаныҡ. Староста тигәс, оло йәштәге ағай менән һөйләшергә тура килер тип уйлағайным, ҡапҡанан йәш кенә ир уҙаманы күренде. Артынан ҡатыны ла килеп сыҡты. Йәштәр ҡыйыу була, тиҙәр, дөрөҫтөр, Артур Флорис улы ла, тегеһен-быныһын йәшереп тормай, туранан-тура һүҙ башланы. – Ауылда ни проблемалар күп инде ул. Юл насар, газ индерелмәгән. Мәктәбебеҙ бар ине, 2012 йылда, лицензияһы юҡ, тип уны ябып ҡуйҙылар. 16 бала Арҡауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. Әлбиттә, был балалар өсөн уңайлы вариант түгел. Автобус йөрөй, ә шулай ҙа балаларҙы уҡыуҙан алып ҡайта ла, башҡаса барып тормай. Ә кисен мәктәптә ҡыҙыҡлы саралар, түңәрәктәр, спорт секциялары, өҫтәмә дәрестәр үтә. Беҙҙең балалар былар­ҙан мәхрүм. Шулай уҡ ҡышҡыһын юлдар ҡарҙан ваҡытында таҙартылмай, автобус йөрөй алмай. Балалар дәрес ҡалдыра, теманан артта ҡала. Быларҙың барыһы ла уҡыу кимәленә йоғонто яһай. Ә үҙебеҙҙең мәктәп эшләгәндә, ҡалай яҡшы була торғайны! – Ә интернат бар түгелме ни? – тип бүлдерәм әңгәмәсемде.– Бар ҙа ул, тик беҙҙең балаларҙы унда һыйҙырмай
ҙар, – тип һүҙгә ҡушылды йорт алдынан үтеп барған бер апай. – Улым интернатта йәшәп ҡарағайны, йәберһеттеләр, яратманылар.– Клубыбыҙ ҙа юҡ хәҙер, – тип һүҙен дауам итте староста. – Элекке бинаһы емерек хәлдә, унда саралар үткәрерлек түгел. Шуға ла мәктәп бинаһы ярты йыл клуб булды. Шунда уҡыусылар халыҡҡа концерт ҡуя ине, хәҙер ул да ябылды. Ауылда музыка тауышы тынды.Шул арала беҙҙең тирәлә йыйылған халыҡ умарта ҡорттары кеүек геүләргә кереште. Һәр кем үҙенең аһ-зарын әйтеп ҡалырға ашыҡты.– Башҡа ауылдарҙа, исмаһам, клуб бар, ололар рәхәтләнеп концерттарға йөрөй, ә беҙ нимә, беҙҙең дә концерт ҡарағыбыҙ килә, – тине берәүһе. Икенсеһе: – Үҙебеҙгә үҙебеҙ тапшырылып ҡуйғанбыҙ. Береһенә лә кәрәгебеҙ юҡ. Депутаттар үҙҙәренә кәрәк булғанда ғына килә, һылап-һыйпап алтын тауҙар вәғәҙә итәләр ҙә, юғалалар. Ә ҡышын ҡарҙы көрәттерергә лә хәлдәренән килмәй, – тип көрһөндө.Өсөнсөһө: – Йәштәр нимә тип ҡалһын инде бында. Кемдең балаһын йөрөтөп уҡытҡыһы килһен, эш тә юҡ. Улар, яҡшы тормош эҙләп, район үҙәгенә, ҡалаларға сығып китә. Иң сыҙамлылары ғына ҡала. Ирҙәр Янғантауға, Себергә, АЛПУ-ға йөрөп эшләй. Баҡса үҫтереп, мал тотоп ҡына хәҙер тормош көтөп булмай шул, йәштәргә тотороҡло эш урыны кәрәк, – тип уйы менән бүлеште.Ауылға күҙ ташлайым да, тәрән уйға батам. Берәй яҡшы хәбәр әйтегеҙ инде, тигән өмөт менән старостаға ҡарайым. Ул минең уйымды уҡығандай:– Ә шулай ҙа беҙҙең халыҡ тырыш ул. Һәр береһе булһын тип көс түгә. Күпләп мал тоталар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауылда ҡалған йәштәр, “әсәлек капиталы”н файҙаланып, йорт һала. Ғөмүмән, кем нисек булдыра, шулай көн күрергә тырыша, – тип һүҙен йомғаҡланы Артур Флорис улы.Ҡайтҡанда ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта ер аҫтынан урғылып ятҡан көкөртлө водород сығанағына туҡталып киттек. Уны һуғыштан һуңғы йылдарҙа күренекле ғалим, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Георгий Васильевич Вахрушев тәүләп тикшерә һәм кеше сәләмәтлеге өсөн шифалы булыуын иҫбатлай. Сөнки ул, көкөртлө водородтан тыш, углевод, азот, неон, арион, гелий кеүек газдарға ла бик бай икән. Бындағы Асы күлдең батҡағы ла аяҡ-ҡул һыҙлағанда бик файҙалы. Көкөртлө шишмә һыуын да урындағы халыҡ сәләмәтлеген нығытыу маҡсатында ҡуллана.Үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында республикала ғына түгел, Рәсәйҙә дан тотҡан “Һарғамыш” совхозының алдынғы бригадаһы тап Күҫәләр ауылында була. Был саҡта ауыл шаулап, гөрләп тора. Ошоларҙы уйлап, халыҡтың аһ-зарын тағы ла баштан үткәреп, шифалы һыуҙы уртлайым. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә уның шифалығы иҫбатлана, баштың ауыртҡаны баҫылғандай тойола. Тик ауыл халҡының әрнеүен, борсолоуын шифалы шишмәнең көкөртлө һыуы ғына баҫа алмаҫ. Бәләкәй ауылдың ҙур проблемаларын кем хәл итер, тормошон кем яҡшыртыр икән? Ә Күҫәләр ауылы халҡы үҙенең тырышлығы менән бындай иғтибарға лайыҡ.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник — ye02.ru
Автор: Газета Йэшлек

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[20 декабря 2015] | Просмотров: 307 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда…6 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Кыш бабайҙың ҙур төгөнда… 3 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025