[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
В 18 – 19 февралях СБМ проводит пикет!!! | Новости » Политика |
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагинды отставкаға ебәреүҙе талап итеп, Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары пикетҡа сығырға йыйына. Әммә был ваҡиға тирәләй шау-шыу ҡуптармаҫҡа теләүселәр пикетҡа төрлөсә аяҡ салмаҡсы. БЙИ рәйесе Фәүзил Маликовҡа ФИХ хеҙмәткәре шылтыратып: «Беҙҙең етәксенең һеҙгә нимәһе яраманы? Һеҙ барыбер пикет ойоштора алмаясаҡһығыҙ, быны аңлайһығыҙҙыр. Шулай булғас, юҡҡа тырышмаһағыҙ ҙа була», – тигән һүҙҙәрҙе еткерә. Унан тыш та өркөтөүсе табыла. Шулай ҙа башланған эш, бөткән эш – пикет 18 – 19 февралдә көндөҙгө сәғәт өстә Дзержинский һәйкәле эргәһендә, Федераль именлек хеҙмәте идаралығы алдында була. Көс структураларының нигеҙһеҙ ҡылыҡтарына яуап һүҙе әйтәйек, туғандар!
Әйткәндәй. Интернет селтәрендә Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһында кире ҡараш тыуҙырыусы уйҙырмалар менән «көн күргән» сайттарҙың теләктәштәренең кем икәнлеге асыҡланды. Ни өсөн тигәндә, көс структураларының, башлыса ФИХ-тың, төрлө ведомстволарҙа, министрлыҡтарҙа, башҡорт лидерҙарының фатирҙарында тентеү ойошторғандан һуң алынған аудио-видеояҙмалар шунда уҡ сайттарға ҡуйыла һәм, әлбиттә, кәрәк урында өҙөлөп, кәрәк ерҙә – ялған ялғанып. Бурҙың бүрке яна шул була инде. Тыныс төбәктә ғауға ҡуптарып, сираттағы йондоҙон эләктерер өсөн килгән генерал-майор Палагин быға ни тиер икән? |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 1) |
[17 февраля 2010] | Просмотров: 280 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}