Новости » Слово автору | ||
Ололарҙы һәр саҡ ололоҡлап,Кеселәргә өмөт бағлаған,Күҙ ҡарашынан уҡ әҙәмдәрҙең Моң-Һағышын,ғәмен аңлағанҺиҙгер йәнле,зирәк ил ағаһы —Мортаза ла тигән ир булыр.Һүҙ сурытып ҡат-ҡат һөйләмәҫ ул,Әйткән һүҙе уның бер булыр.Атайсалдың бөтә моң-зарҙарын Үҙ йөрәге аша үткәргән,Милли бәҫен,милли дәрәжәһен,Көс-тир түгеп,эштә күтәргән;Һай, арҙаҡлыажар ил хужаһы —Мортаза ла тигән ҡаһарман,Аҫыл шәхес булып яралған.Сал Мәскәүҙең төрлө ҡыҫымына,Баҫымына ҡаршы торорлоҡ,Кот осорлоҡхәтәр саҡтарҙа ла Күк Уралға терәк булырлыҡ;Көслө рухлы,ҡыйыу ил башлығы —Мортаза ла тигән азамат,Уның йөрәгендә мәңге дөрләр Олатайҙарҙан ҡалған аманат,Дөрөҫ юлдарынан тайпылмаҫ ул, Намыҫына ҡылмаҫ хыянат.Сая Салауаттай айбарланып,Халҡы менән булып бер төптән, Ялт-йолт иткән утлы йәшен һымаҡ, Заман яһилдарын өркөткән,Ҡуш йөрәкле, ғорур ил батыры — Мортаза ла тигән ыласын,Һәр милләткә дуҫлыҡ ҡулын һуҙып, Йәйеп тора, ана, ҡоласын.Башҡортостан халҡы шуны теләй: Сәләмәт бул,ныҡ бул,бул таҙа.Канһыҙ Тәфтиләүҙәр көтмәгәндә Илгә килтермәһен ҙур ҡаза.Тауҙай эштәр атҡарғанда һиңә Алла ҡеүәт бирһен,Мортаза!1993 йыл.
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[6 февраля 2014] | Просмотров: 3484 Опубликовал: rasul | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}