Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Шәйехзада — бөйөк йәштәшем һин! Легендаға, туҡта, күсмәй тор, Үҙ йырыңды тыңла тау битендә, Елдәр булып йәнгә иҫмәй тор. Былай ғына аңлап бөтөрмәҫлек Моңдар йәшәй ҡурай телендә. Мең «Исемдәр баҡсаһы»на һыймаҫ Гүзәл ҡыҙҙар һинең илеңдә! Ниндәй ғорур, ниндәй дәртле икән Бөркөттәрҙең ҡанат елпеүе… Тыңла, дала, ғәзиз улҡайыңдың Йырҙар йырлап үтеп китеүе. Эй, бөркөттәр таңда ҡанат елпеп Күтәрелә Урал яғынан, Улар ҙа бит азат осоштарҙы Нәҡ халыҡтар кеүек һағынған! Йәшәү ауыр, йәндә моң күп булһа, Моңло йәндәр йырсы булалар, Иртә яуған ҡарҙай һаҡһыҙ улар, Умырзая һымаҡ һулыйҙар. Һинең янға һөйләшергә менәм, Туҡта, Бабич, тауҙан төшмәй тор, Тулған күңел түгелмәһен бер үк, Елдәр булып йәнгә иҫмәй тор. Күпме ҡылған һинең далаларҙа… Күпме бөркәт ҡая ташында… Һөйләйем һиңә — күпме ҡайғы йөрөй,
Күпме шатлыҡ халҡың башында…
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 180 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}