Новости » Политика | ||
Өфө ҡалаһы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында Бала хоҡуҡтары боҙолоуға ҡарата Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” башҡорт үҙәгенең гимназия хакимиәтенә Белешмә: Мәғлүм булыуынса, 2011 йылдың май айында Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф өлкәһендәге комиссияның мөрәжәғәте буйынса Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте мәғариф бүлегенең комиссияһы килеп, директорҙың балаға ҡул күтәреү ваҡиғаһын тикшергәйне. Ә был хәл балаларҙың ялыуы буйынса шул йылдың февраль айында булған. Был ваҡиғаға өс ай үтеүгә ҡарамаҫтан, бала шул осорҙа бөтөнләй уҡырға килмәгән һәм саҡ-саҡ суицид ҡорбаны булмай ҡала. Совет районы мәғариф бүлеге етәксеһе И.А. Зөлҡәрнәйев етәкселегендәге комиссия ялыуҙағы мәғлүмәттәрҙе тикшергәс, гимназия хакимиәте әһелдәре Бикбаева Л.Г., Мәҡсүтова М.А., Мортазина Л.Ф. ошо ялыуға ҡул ҡуйған 9а синыфы уҡыусыларын дәрестәр ваҡытында саҡырып һорау алыу ойошторған. Һорау алған ваҡытында, улар нисек кенә уҡыусыларҙы йәберләмәгән. Шул һорау алыу бер йыл элек булһа ла, әле лә гимназияла уның эҙемтәләре бөтмәгән. Балалар һәм уҡытыусылар ҡурҡыуға бирелгән, шуға күрә лә улар үҙ хоҡуҡтарын да яҡларға ҡыймай. Ә быйылғы йылдың ошо 25-се майында балаға ҡул күтәргән гимназия директоры И.А. Моталовтың район хакимиәте менән бер йылға төҙөлгән контракты тамамланды. Артабан уға директор вазифаһында ҡалырғамы-ҡалмаҫҡамы мәсьәләһе әлеге мәлдә хәл ителә. Әйткәндәй, уның өҫтөнән ялыуҙар һаны бик күп. Гимназияның ошондай хәлдә булыуында директор урынбаҫарҙары ла ғәйепле. Шуға күрә лә “Аҡтамыр” үҙәге, балаларҙан һорау алыу ойошторолоу хаҡында асыҡ хат менән гимназияның директор урынбаҫарҙарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Асыҡ хат. 20-се һанлы башҡорт гимназияһы директоры И.А. Моталов өсөн хөрмәтле булған Л.Г. Бикбаева, М.А. Мәҡсүтова, Л.Ф. Мортазина ханымдарҙың балаларҙан һорау алған аудиояҙмаһын тыңлағас “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге үҙ намыҫын яҡлау ниәтенән һеҙгә мөрәжәғәт итә. Һеҙ был башҡорт йәмәғәтселеге тарафынан асылған 20-се һанлы гимназияла нисә йыл эшләйһегеҙҙер, быныһы беҙгә билдәһеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙҙең интеллектуаль кимәлегеҙ буйынса шул хәтлем дә артта ҡалған уҡытыусылар икәнегеҙҙе асыҡ күрһәттегеҙ. Күп өлкәләрҙә хәбарҙәр түгелһегеҙ һәм һеҙ һаман ХХ быуаттың 80-се йылдары заман елдәре менән йәшәйһегеҙ. Ул ваҡыттан бирле күпме үҙгәрештәр булды, яңы быуын үҫеп сыҡты, ә һеҙ, тимәк шул башҡорт гимназияһында балаларҙы иҫкесә уҡытып һәм тәрбиәләп, йәмғиәтебеҙгә ҙур зыян килтерәһегеҙ. 2009 йылдың октябрь айында беҙҙең ойошма милли мәктәптәрҙә шәхестәр тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу ораны менән һеҙҙең гимназияғыҙҙа акция ойошторғайны. Унда беҙ йәмәғәтселек хакимиәт әһелдәре менән әңгәмәләштек кенә, һәм һүҙ ахырында, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары М.А. Мәҡсүтованың бигерәк тә наҙанлығына аптыраныҡ. Ул бит хатта Бала хоҡуҡтары тураһындағы конвенцияның да нимә икәнен белмәй. Уның аң кимәленең түбән булыуын иҫәпкә алып ҡарағанда, юғары категория бирелеүенә йәмәғәтселек аптырауға ҡалды. Менәүрә Әбделхәй ҡыҙы!Һеҙгә баш ҡалалағы башҡорт гимназияһында түгел, ә Ишембай районы Арлар ауылына ҡайтып, һауынсы ғына булып эшләргә кәрәк. Һәр баланы шәхес итеп күрергә кәрәк икәнен һеҙ һаман белмәйһегеҙ. Уны ялыу яҙыуҙан тыйыу түгел, ә, киреһенсә, мәктәптәрҙең өлкән синыфтарында балаларҙы төрлө суд инстанцияларына нисек ялыу яҙырға өйрәтәләр. Ялыу яҙыу — тормошта һәм демократик йәмғиәттә тәбиғи хәл ул. Әгәр ҙә бала хоҡуҡтары гимназия хакимиәте тарафынан боҙола икән, ул саҡта бала нимә эшләргә тейеш һуң? Уларҙың күҙҙәре алдында гимназия директоры уҡыусыны елкәһенән тотоп, ишеккә табан һөйрәп, башын ишеккә бәреп аса икән, шул турала бала бер кемгә лә әйтергә тейеш түгелме ни?!. Ул барыбер был хәлде онотмай һәм ҙурайғас та хәтерендә тотасаҡ. Күргәнен иптәштәренә генә түгел, ата-әсәһенә лә һөйләйәсәк һәм быны бер ваҡытта ла тормошта тыйып булмай. Ә һеҙ тормоштоң кире яғына юҫыҡ тотоп, балаларҙан һорау алаһығыҙ. Балаларҙы шәхес итеп түгел, ә яраҡлашыусы итеп тәрбиәләүегеҙ ошо һорау алыуҙа иҫбатланған. Һеҙҙеңсә, бөтә уҡыу йорттарында ла, хеҙмәт коллективтарында ла кем ялыу яҙа, ул бер ҡасан да награда алмай, абруйлы булмай, ә ғүмере буйы уңышҡа ирешә алмағандар булып ҡала. Директор тарафынан ҡул күтәрелгән Азамат Вәхитовты яҡлап, балалар, имеш, яманлыҡ эшләй. “Азамат үлмәгән бит, хатта тәне лә күгәрмәгән” тип белдерә Л.Ф. Мортазина. Балаларҙан, кем ялыуҙы яҙырға ярҙам итте, кем ул турала белде, тип һорау алаһығыҙ. Кәрәкле яуап ала алмағас, Совет районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе И.А.Зөлҡәрнәйев исеменә был ялыуҙы яңлыш яҙҙыҡ тип аңлатма яҙыуҙы талап итәһегеҙ.Был ҡылыҡтарығыҙ, уҡыу бүлектәре әһелдәре, хоҡуҡи яҡтан психик баҫым тип атала һәм уның өсөн һеҙ енәйәт яуаплылығына лайыҡлыһығыҙ. Һеҙҙе ошо һорау алыуҙар өсөн һәр бер ата-әсә хөкөмгә тарттыра ала.Һорау алған ваҡытта Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” башҡорт үҙәгенең намыҫына бысраҡ яғып, уның ағзаларын ғәйепләгәнһегеҙ. Айырыуса, быны ғүмерҙә “Аҡтамыр” йыйылышында булмаған, уның рәйесен дә белмәгән Л.Г. Бикбаева эшләгән. Йәнәһе “Аҡтамыр” ойошмаһында “әбейҙәр”, “бабайҙар” эшләй, ул шундай насар берекмә һ.б. Был һүҙҙәр өсөн үҙенең намыҫын һәм лайыҡлылығын яҡлап, “Аҡтамыр” үҙәге Л.Г.Бикбаеваны хөкөмгә лә тарттыра ала.Һеҙ эшләгән мәктәпте, Өфө ҡалаһы һәм республика властары түгел, ә башҡорт йәмәғәтселеге, йәғни ысынбарлыҡта, ошо “Аҡтамыр” ойошмаһына нигеҙ һалыусы Иҙел Миһран улы Агишев асты. Бынан тыш, “Аҡтамыр” үҙәге Өфөнөң үҙендә генә 122-се, 140-сы, 48-се, 136-сы, 102-се башҡорт мәктәптәрен дә асты. Халыҡҡа, йәмәғәтселеккә хеҙмәт итеүен “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге әле лә дауам итә. Әлеге мәлдә Өфөлә күп башҡорт ойошмалары эшмәкәрлеген туҡтатҡан ваҡытта, “Аҡтамыр” үҙәге “Күк Бүре” хәрәкәте менән Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе төҙөп, изге эш алып бара. Өфөләге бөтә мәктәптәрҙә лә башҡорт теленең уҡытылыуы ошо беҙҙең “Аҡтамыр” үҙәгенең эшләүе менән генә бәйле. Әгәр ҙә беҙҙең дә ойошма башҡа башҡорт берекмәләре кеүек эшмәкәрлеген туҡтатһа, ул саҡта күп мәкәтәптәрҙә башҡорт теленең уҡытылыуы бик ныҡ ҡаҡшар ине. Балаларҙы аттестатһыҙ ҡалдырыу менән менән ҡурҡытып, һеҙ тағы мәкерле эш ҡылғанһығыҙ. Бының өсөн дә һеҙҙе енәйәт яуаплылығына тарттырып була. Айырыуса, һеҙ, Л.Г.Бикбаева ханым, былтыр 2011-се йылда ошо ялыу менән бәйле булған уҡыусыға башҡорт теленән “өс” билдәһе йылға ҡуйғанһығыҙ. Ә ул шуның арҡаһында, икенсе белем биреү йортона күсергә мәжбүр булған. Билдәне бит белем өсөн ҡуялар, ә ниндәйҙер ялыу яҙға Сығанаҡ: http://www.bashforum.net/index.php?/topic/12212-фмостафина-исемендәге-20-се-башҡорт-гимназияһын/page__pid__149120__st__00&#entry149120
|
||
| Напечатать | Комментарии (2) | ||
[31 мая 2012] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}