Новости » Литература | ||
Шағирә Әнисә Таһированы үҙем өсөн балалар яҙыусыһы булараҡ асҡанмын икән иң башта. “Әсәй өйҙә юҡта” шиғырын бәләкәстәр менән осрашҡанда әле лә рәхәтләнеп яттан һөйләйем:Әсәйем өйҙә булмағас,Күңелһеҙ миңә бөгөн.Исмаһам, тинем, бесәйгәҺөйләшергә юҡ телең.Килгәйнем тәҙрә янына,Кескәй генә бер ҡошсоҡ Ҡоймаға килеп ҡунды ла Ултыра, китмәй осоп. Йәлләп ҡуйҙым шул ҡошсоҡто:Ниңә күңелһеҙ икән?Әллә уның да әсәһе Бөгөн өйҙә юҡ микән?Минең тойғоларымды шағирә апай ҡайҙан белде икән, тип уйлаған бала бер мин генә булмағанмындыр. Ә инде торараҡ уның нескә тойғоло, урыҫ яҙыусыһы Сергей Поликарпов әйткәнсә, юғары рухлы, эскерһеҙ мөхәббәте һәм тоғролоҡло ижады менән танышып, башҡорт шиғриәтендәге ҙур хиссиәт донъяһын астым.Быларҙы тәфсирләп һөйләүем юҡҡа түгел: сатлама декабрҙә Ишембай районының Маҡар ауылында Әнисә апай Таһированың 75 йәшлек юбилейы уңайынан ижад кисәһе үтте. Тәбиғәт ҡосағының иң матур урындарының береһе булған был ауылдан республикаға билдәле бик күп шәхестәр сыҡҡан. Ҡышын да күгендә йәйғорҙар уйнатҡан был ауылдың йәйен ниндәй күркәм икәнлеген күҙ алдына килтерәһегеҙме? Нескә тойғоло шағирәнең тап ошо ерҙә тыуыуы һис кенә лә ғәжәп түгел. Яҡташ әҙибәләрен ҡотларға Ишембай районы Хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәмил Абдуллин, Маҡар ауыл Советы башлығы Илнур Мөхйәнов тәүгеләрҙән булып сәхнәгә күтәрелде. Шағирәгә “Маҡар ауылының почетлы гражданы” тигән мәртәбәле исем тапшырылды. Мәктәп уҡыусыларының бер-бер артлы әҙибәнең балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын уҡыуы, уның әҫәрҙәренә яҙылған йырҙар башҡарыуы – байрамды шул тиклем йылы, яҡты тойғоло итте. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Мәрйәм апай Солтанова яҙған икән бик күп йырҙарҙың көйҙәрен. Ул Әнисә Таһированың шиғырына ижад иткән “Бөгөн, әсәй, төштәремә керҙең” йырын башҡарғанда тамашасыларҙың да күҙҙәренә йәш эркелде. Ишембайҙың “Ағинәйҙәр”енең сығышы шулай уҡ үҙе бер күркәм тамаша булды. Әллә ошо яҡ тәбиғәтенең берәй үҙенсәлеге бармы икән: 70-75 йәшлек инәйҙәр хас та Әнисә апай һымаҡ һомғол буйлы, йөҙ ташламаған. Селтербей йылғаһының ҡыҙҙарҙы һомғол итеп үҫтерә торған сере барҙыр, моғайын. Юҡҡа ғына шағирә уны шиғырҙарында данламайҙыр!Тәрән йөкмәткеле сценарий буйынса алып барылған кисәлә яҡташтары әҙибәнең сонеттар оҫтаһы, тәржемәсе, балалар шағирәһе, педагог булыу маһирлыҡтары хаҡында һөйләне. Туғандары, класташтары тәрән ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән сығыш яһаған әҙәби десант Әнисә Таһирова ижадының башҡорт һүҙ сәнғәтендә тотҡан урынын юғары баһаланы. Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев, прозаиктар Сабир Шәрипов, Фәрзәнә Аҡбулатова, шағирҙар Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтар, Ғәлиә Кәлимуллина, балалар шағирәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина шәхси фекерҙәре менән уртаҡлашып, әҙибәнең шиғырҙарындағы ихласлыҡ, тәрән тойғолар, юғары фекерҙәр тураһында һүҙ әйтте. Эйе, Бөйөк ватан һуғышы башланған йылда тыуған Әнисә апайҙың ижад юлына ялҡынлы йылдар ҙа үҙ эҙен һалған. “Ҡуҙғалаҡтар” шиғырын беҙ мәктәп йылдарында ятлап, илап йөрөй торғайныҡ. Ул бар ғүмерен шиғриәткә, шиғыр менән тын алып йәшәүгә бағышлаған шағирә. Халҡы яҙмышын йөрәгенә уйып, “рухы күркәмлеген, моң-зарын” күңел түрендә йөрөтөүе лә сағыла уның ижадында. Ҡышҡы һалҡын көндәр тороуына ҡарамаҫтан, ҡотлаусылар сәхнәгә гөлләмәләр тотоп күтәрелде. “Йөрәгемдә минең өс сәскә – ул әсәйем, шиғриәт һәм Маҡар!” – тине шағирә, кисә аҙағында яҡташтарына тәрән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп. Ошо йәмғиәттә йәшәгәс, уны ҡанундарына ла буйһонаһың, йәғни, дәүләт сәнғәт әһелдәрен бүләкләүҙе уйлап тапҡан икән, йәлләмәйек маһирҙарға! Олуғ шағирәнең ижады дәүләт наградаһына лайыҡ бит. Әнисә Таһирова – исеме башҡорт һүҙ сәнғәтенең юғары кимәлен билдәләгән күренеш!Лариса АБДУЛЛИНА.Сонет сыңыӘнисә ТаһировағаИлһам-ҡоштоң ҡанатында нисә Күкте байҡаның һин, йә, нисә? Исемең дә һинең – сонет кеүек, Сонет кеүек сыңлай: “Әнисә”. Дәһшәтле лә йылдар ҡосағында, Ҡырҡ беренселә тыуғанһың. Бишегеңә ҡорған булғандыр ул Шиғри аһәң менән туған моң. Шул мәлдә үк серле Селтербейең, Һикәҙең дә телгә килгәндер. Ҡайтауазлап яуап биргәндәрҙер, Сылтырлатып ҡына көлһәң бер. Ҡоралайҙай ҡая үрҙәрендә, Шиғриәткә ғорур атланың. Сәстәреңде ҡырын ғына һелтәп, Әҫәрләнеп шиғыр ятланың. Ижад үрҙәрендә упҡындар бар, Ҡыйыу атлап үткән сағыңда, Бул сыҙам да һәм бул аяулы ла, Бул, тинең һин, Намыҫ һағында. Бар юғары ауаздашлыҡ моңо. Тарафтарҙы иңләп ул үҫә. Исемеңдә һинең – сонет сыңы. Сонет үҙе сыңлай – “Әнисә”!Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.Сонет ха нбикәһе Әнисә Таһироваға Сонеттан таж кейҙең, Бетеү итеп, Сәйлән үрҙең, сонет ханбикәһе! Моңдо күктән, услап-услап һөҙөп, Хәҙер Ерҙе тажлы итәһе! Биҙәктәрен ҡайып-ҡайып ҡына, Нәзәкәтле итеп, аҫылдан. Күк көмбәҙе, ҡәләм менән сүкеп, Таждар яһау өсөн асылған. Ханбикәләр генә аңлар сер ул, Ҡәләм менән сүкеп таж ҡойоу. Ете төндә, Ергә тәхет юллап, Күктән һөҙөп кенә моң йыйыу. Һәр бер шиғырыңды һин таж иттең, Тажлы иттең шиғыр майҙанын. Ә Күк бөгөн Үҙе өнһөҙ тыңлай, Ерҙә тыуған сонет аҙанын. Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[10 ноября 2018] | Просмотров: 1634 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}