Новости » Литература | ||
Павел Бажов 1897 йылда Уралдағы Сысерт заводында эшсе ғаиләһендә тыуа. Бәхетле осраҡ һәм тәбиғәттән бирелгән һәләте арҡаһында уға белем алырға насип була. Октябрь революцияһын уҡытыусы Бажов ихлас ҡабул итә, ҡыҙылдар яғында һуғыша. Аҙаҡ журналист, редактор булып эшләй, Урал тарихы тураһында китаптар яҙа, фольклор йыйыу менән шөғөлләнә. 1939 йылда Сверловскиҙа уның «Малахит ҡумта» исемле әкиәттәр китабы сыға. 1942 йылда был китап Мәскәүҙә донъя күрә. Артабан, йөҙәрләгән сит телдәргә тәржемә ителеп, ул авторына СССР дәүләт премияһы лауреаты, Ленин ордены кавалеры исемдәрен килтерә. Павел Бажов 1950 йылда вафат була. Уның ғүмер буйы йыйған фольклор материалдары араһында башҡорттарға ҡағылышлылары ла бар. Һеҙҙең иғтибарға уның «Алтынсәс» әкиәтен тәҡдим итәбеҙ.
Павел Бажов Күптән булған хәл был. Ул саҡта беҙҙең урыҫтар был тирәлә булмаған да хатта. Башҡорттар ҙа ситтәрәк йәшәгән. Уларға бит мал өсөн иркенлек кәрәк, яландар ҙа далалар. Нәз, Урайым буйы һымаҡ. Ә бында улар ҡайҙа? Хәҙер генә ул урман тишек-тошоҡ, ә ул заманда йырып үткеһеҙ булған. Урманға һунарсылар ғына йөрөгән.Башҡорттарҙа Айлып атлы һунарсы булған, тип һөйләйҙәр. Ҡыйыулыҡта, сәмлелектә бер кем етә алмаған уға. Айыуҙы бер уҡ менән үлтергән, мышыны мөгөҙөнән тотоп ҡына атып бәрер булған. Бүре һәм башҡа кейек тураһында әйтәһе лә түгел инде. Айлып күреп ҡалдымы, береһе ҡасып ҡотола алмаған.Бер ваҡыт Айлып асыҡ урындан һыбай китеп барһа, төлкө күреп ҡала. Уның һымаҡ һунарсы өсөн төлкө – улъя ла түгел. Шулай ҙа уйлап ҡуя был:»Әҙерәк шаярып ҡарайыҡ, ҡамсы менән һуғып алырға кәрәк». Атын ҡыуа башлаған Айлып, тик төлкөнө ҡыуып етә алмай, ти. Уҡ сойорғотоп та ҡараған, төлкө юҡҡа сыҡҡан да ҡуйған. Шунан ни? Киткән икән – киткән, бәхете барҙыр. Шулай тип уйлап ҡына өлгөргән, ҡараһа, төлкө яҡындағы түңгәк артында ултыра, имеш! Көлгән һымаҡ сәңкелдәй ҙә икән үҙе.Тағы уҡ сойорғотҡан Айлып, төлкө тағы юҡҡа сыҡҡан. Янын төшөрөүгә, тағы килеп сыға ла, күҙ алдында сәңкелдәп ултыра икән. «Тороп тор әле, ерәнсәй!» – тип ҡыҙып киткән Айлып, тағы ҡыуа киткән төлкөнө. Яландар бөтөп, ҡуйы урман башланған, Айлып һаман туҡтамай, атынан төшөп, йәйәүләп ҡыуа бшлаған. Эргәлә генә һымаҡ, тик уҡ теймәй. Кире боролоу ҙа ғәрлек. Шундай һунарсы булып, төлкө аулай алмай ҡайт әле! Шулай итеп, Айлып бөтөнләй ете-ят ергә килеп сыҡҡан. Төлкө шунда эҙһеҙ ғәйеп булған да ҡуйған, ти.«Ҡайҙа килеп сыҡҡанымды самаларға кәрәк,» – тип уйлаған да һунарсы, бейек ҡарағас башына менеп киткән. Йыраҡ та түгел тауҙан йылға ағып төшә икән. Бәләкәй генә йылға, алсаҡ, таштары йырлап тора, ә бер ере күҙ ҡамаштырырлыҡ балҡый икән. «Нимә был?» – тип аптырай батыр. Ҡараһа, ҡыуаҡ артында ап-аҡ таш өҫтөндә һылыу ҡыҙ, оҙон толомон ағым буйлап ебәреп, сайып ултыра, имеш. Толомо алтындан икән, тиҫтә сажин ғына барҙыр, йылға шуға балҡып ята икән.Һоҡланып ҡарап ултырғанда, ҡыҙ уға өндәшә:– Һаумы, Айлып! Төлкөбикә инәйемдән һинең турала күптән ишеткәнем бар ине. Һин барыһынан да сибәр ҙә, ҡыйыу ҙа, даланлы ла икәнһең. Мине кәләш итеп алмаҫһыңмы?– Ниндәй ҡалым түләргә кәрәк һуң һинең өсөн? – тип һорай егет.– Ниндәй ҡалым, – тип яуаплай ҡыҙ. – Атайым былай ҙа барса алтынға хужа. Тик үҙ теләге менән бирмәҫ ул мине. Аҡылың һәм ҡыйыулығың етһә, алып ҡас мине.Ҡыуанып китә Айлып. Ҡарағастан һикереп төшә лә, ҡыҙ янына килеп, былай ти:– Һинең теләгең шундай икән, мин риза булмаймы һуң? Күтәреп алып китәм, береһенә лә бирмәйем.Тап шул саҡта таш янында ғына төлкө өрөп ебәргән, танауы менән ергә төртөлгәс, бәләкәй генә әбей булып әүерелгән.– Әй, Айлып, Айлып, – тигән ул. – Буш һүҙ һөйләйһең. Көсөң менән маҡтанған булаһың, ә миңә уҡ тейҙерә алманың.– Һин хаҡлы, – ти егет. – Тәүге тапҡыр шулай көлкөгә ҡалдым.– Шул-шул ана! Ә бында ҙурыраҡ хәйлә кәрәк. Был ҡыҙ – Алтынсәс, Аждаһа ҡыҙы. Саф алтын сәстәре менән ошонда бәйләп ҡуйылған ул. Күтәреп ҡара әле, сәсенә көсөң етерме һинең?Айлып ҡыҙҙың толомон һыуҙан һөйрәп сығарып, үҙе тирәләй урай башлаған. Урап бөткәс, әйтә булыр: – Бына, кәләшем Алтынсәс, хәҙер беҙ һинең менән бер толомға бәйләнгәнбеҙ. Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ!Шулай ти ҙә, ҡыҙҙы күтәреп алып китә. Әбей уға ҡайсы һуҙа.– Аҡыллы баш, исмаһам, ошоно ал.– Нимәгә ул миңә? Бысағым юҡмы ни?Шул саҡ Алтынсәс кәләше өндәшә:– Ал, ал, кәрәге тейер, һиңә булмаһа, миңә.Баяғы ҡарағас башынан тоҫмаллаған юл менән китә Айлып. Башта дәртле генә атлай, шулай ҙа арый башлай. – Ҡана, мин үҙем атлайым, ә һин толомомдо ғына күтәреп бар, – тигән кәләше. – Алыҫҡараҡ китеп ҡалайыҡ, атайым һиҙеп ҡалһа, кире тартыр ҙа алыр.– Нисек тартып ала? – тип һорай Айлып.– Уның шундай көсө бар, үҙе теләгән алтынды тарта ла ала. Бына, минең сәстәремде алырға теләһә, бер кем ҡаршы тора алмаясаҡ.– Ҡарап ҡарарбыҙ, – ти Айлып, ә Алтынсәс йылмайып ҡына ҡуйған. Һөйләшә-һөйләшә атлап баралар, ә ҡыҙ һаман ашыҡтыра икән:– Йырағыраҡ китһәк, атайымдың ҡеүәте етмәҫ, бәлки.– Әҙерәк ял итеп алайыҡ, – тигән Айлып. Ултырыуҙары булған, ҡапыл ер тарта башлаған. Алтынсәс ҡайсы менән Айлыпҡа уралған сәстәрҙе киҫеп ташлап өлгөргән. Ергә һеңә башлаған Айлып шулай ҡотолоп ҡалған, ә алтын сәсле кәләше юҡҡа сыҡҡан. Соҡорҙан сыҡҡан да егет, уйлай башлаған:»Нимә булды был? Әллә кемдәр кәләшеңде тартып алһын әле! Ояты ни тора! Юҡ, булмай былай, үлһәм-үләм, табам барыбер!»Шулай тигән дә, ҡыҙ юғалған урында ерҙе соҡой башлаған. Бер көн ҡаҙа, ике көн… Көс-ғәйрәт күп тә, тик ҡоралы самалы – быса – Күптән шунан башларға ине, – ти әбей. – Башта һораш, белеш, унан һуң ғына эшкә тотон. Ә эшең былай тора һинең. Өйгә ҡайт та, бығаса нисек йәшәгәнең, шулай йәшә. Әгәр өс йыл эсендә Алтынсәсеңде онотмаһаң, мин тағы килермен. Яңғыҙ эҙләп китһәң, бөтөнләй күрә алмаҫһың.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 марта 2010] | Просмотров: 180 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}