Новости » Литература | ||
Яңы йылды көткәндә(беренсе кластар өсөн байрам сценарийы) Алып барыусы(АБ):Нигә бөгөн барыһы лаЙылмая, көлә? Бәхет булып беҙҙең ергә Яңы йыл килә?Яңы йыл килә еремәМоңло йыр булыпТүңәрәккә ҡорайыҡ беҙ, Дуҫтар, бер булып.Күмәк йыр:Шыршы ҡупшы кейенгәнБеҙгә ҡунаҡҡа килгән.Әйләнәбеҙ тирәңдәЙырлашабыҙ бергәләп.1-се уҡыусы: Яңы йылда йыл буйынаШатлыҡтар торһон тулып.Йырҙар йырлап әйләнәбеҙҒүмерлеккә дуҫ булып. Байрам булырын әллә ҡайҙан Барыһы белеп бөткән.Ҡуян, тейен, айыу , төлкө Урмандан килеп еткән.(Алан-йолан ҡаранып Мәскәй әбей килеп инә) :С ума что ли схожу, все звери собрались! Лиса с зайцем сидит, ….. АБ:Балалар, Мәскәй әбей белмәй ҡалған, әйтәбеҙме ниндәй байрамға йыйылғанды? Балалар: Яңы йыл байрамына! Мәскәй: А меня зачем не позвали?! АБ:Саҡырманыҡ шул, һин барыбер башҡортса аңламайым тиһең! Мәскәй: И не понимаю, и говорить не буду по- башкирски. И вообще здесь мне не интересно: ни Деда Мороза нет, ни Снегурочки, ни подарков. АБ: Балалар, ысынлап та, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу байрамға нигә һуңлай? Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә бергә уларҙы саҡырайыҡ әле. Балалар: Ҡыш бабай! Ҡарһылыу! Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙҙе балалар баҡсаһына эҙләп барҙыҡ, шуға һуңға ҡалдыҡ. Ә һеҙ мәктәптә уҡый башлағанһығыҙ икән. Үткән йылға ҡарағанда бер башҡа үҫкәнһегеҙ!Ҡарһылыу:Әкрен генә ҡарҙар яуа Әйтерһең дә аҡ мамыҡ.Ҡунаҡҡа килгән шыршыны Бөтөнләй булмай танып.Йәм-йәшел энәләренәУйынсыҡтар эленгән.Байрамға беҙҙе килгәндеШыршыҡай ҡайҙан белгән?Ҡыш бабай: Балалар, тоҡсайым бик ауыр булды. Һеҙгә күберәк күстәнәс һалырға тырыштым. Ә бына был кеҫәмә йомаҡтар һалып килдем.- Улар әйтә «Ға-Ға-Ға” Әйҙә киттек йылғаға!- Ул йоҡлай мыр-мыр-мыр Йоҡлаһа ла йырлай йыр.- Ағас түгел, япраҡлы, Туң түгел, тегелгән. — Башы- тараҡ, ҡойроғо – ураҡ — Йөрөй торғас ҡойроғон юғалтҡан.КБ: Афарин, балалар! Бөтә йомаҡтарыма ла яуапты таптығыҙ. Шуның өсөн мин һеҙгә барығыҙға ла күстәнәс бирәм. БЯ: Я тоже конфеты хочу, ДМ КБ: Һин бер яуап та бирмәнең. Шулай булғас бер кәнфит тә төшмәй һиңә. Балаларҙың шиғырҙары ла һөйләнмәгән, йырҙары ла йырланмаған. Әйҙә, башҡортса берәр шиғыр һөйләп күрһәт, шунан мин һиңә үҙең теләгән күстәнәсеңде бирермен! БЯ: Не хочу, не буду, не желаю. Аесли правду сказать- не знаю я ни одного стишка, ни одной песенки. Не учила, времени не было. АБ:Кем оҫта шиғыр һөйләргә,Теләй бейергә кемдәр?Йырлағыҙ әйҙә өҙҙөрөп,Һандуғасмы тиһендәр.Әйҙәгеҙ әле үҙегеҙ әҙерләгән шиғырҙарығыҙҙы һөйләгеҙ, ә КБ ултырып тыңлаһын, һеҙгә бүләк таратһын. 1)2) 3)(Мәскәй әбей каждый раз просит конфету, а ДМ просит чтоб она стихи рассказала.) Мәскәй әбей : Ладно, я вспомнила один стишок. Можно я расскажу, только ты мне дашь самую вкусную конфету!Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, Замечательный бабай!Йырланым да , бейенем дә,Күстәнәстәр бир, давай! АБ: Теле барҙың көнө бар тиҙәр. Һин дә кәнфитлек ятлағанһың. Бына бит, башҡортса өйрәнә башлағанһың! Ә уҡыусылар менән мәктәпкә йөрөһәң, күберәк тә белерһең, этлеккә лә ваҡытың ҡалмаҫ! Әйҙә беҙҙең менән йырлап та ал, Мәскәй әбей! Күмәк йыр:1. Без яңы йылға килдекШыршыға шарҙар элдекАйҙар,йондоҙҙар таҡтыҡКөмөш таҫмалар тарттыҡ.2. Аннан килде ҡыш бабайБезгә бүләктәр алыпҺоҡланып торҙоҡ ҡарапШыршыбыҙға таң ҡалып. 3. Күңелле булды беҙгәУйнап туйманыҡ бер ҙәЭй йырланыҡ,эй көлдөкҺаумы Яңы йыл тинек
КБ:Балалар, бигерәк матур итеп беҙҙе ҡаршыланығыҙ, рәхмәт һеҙгә! Киләһе йылға ла ошолай матур –матур шиғырҙар, йырҙар әҙерләгеҙ. Мәскәй әбей кеүек үҙ телегеҙҙе онотмағыҙ, уға ла оноторға ирек бирмәгеҙ! Һау булығыҙ, киләһе осрашҡанға тиклем!!!!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[4 ноября 2018] | Просмотров: 475 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}