Новости » Литература | ||
БҮЛЕК: ПартизандарҠатнашалар: Хəрби комиссар Әкəмəтов -Прапорщик (П).Хəрби комиссар ярҙамсыһы Ялагаев- старшина(С).Призывник өлəсəһеАрланов Рөстəм һəм унын ҡызы Асия-боеваяӘбделмөхəммəтрəхимғолзадаев-Бөркөтов Ирек- бәләкәй буйлы.Призывник Бөркөтов Иректен инəһе -ГөлшатИçəүəнов Радик- аҡыллы, аспирантурала уҡып йөрөй, очки кейә.Ғалимов Талип- 4 класс кенә бөткән, оло күренгән эскесе егетХаттабов Шаһит-ҡурҡаҡ.Хаттабова Эльвира- көшкө ҡатынШарапов Сəмиғулла- спортсмен.Кəкүков Йомабай (Кёкю Юмабо Джамбо)- негр-афробашкортостанецӘкəмəтовтың улы Военкомат. Хəрби комиссар ярзамсыһы менəн ултыра.Комиссар приказ уҡый: Яҙғы призывты үтәмәгән өсөн полковник Әкәмәтовты прапорщик, ә капитан Ялағаевты старшина дәрәжәһенә тиклем түбәнәйтергә.Д-ә-ә, куберэк призывниктарзы освобождать итеп ташланык шул. Зато аҡса күп эшләнек. Хəрби комиссар ярзамсыһы: Ә хәҙер беҙгэ нимә эшләргә?Комиссар: Икебеҙгә лә Алкинола хеҙмәт итергә тура киләсәк. Беҙ армияға ебәрмәгән призывниктарҙы ла шунда йыйырга тура килә. Шул осраҡта ғына беҙҙе элеке званияға восстановить итәсәктәр! Киттек партизандар менән көрәшергә!Хəрби комиссар ярзамсыһы: киттек, иптэш полков…э-э-э иптэш прапорщик!Призывниктар йыйылған, теҙелгән.Список тотоп прапорщик менән старшина йөрөй.Прапорщик: Список буйынса 10 һалдат булырға тейеш. Взвод! Ровняйсь! Смирно! Та-а-к рахиттар, косяктар,инәңдең бә-бәпәйҙәре. Армиянан ҡасып йөрөнөгөҙме, дезертирҙар? Бына тәмләп ҡарарһығыҙ әле әрме бутҡаһын һәм итеген. Ғүмер буйы иҫтә ҡалыр, һөтимәрҙәр.(Улын күреп ҡала): инәңдең генә бә-ә-…ләкәс малайы! Улым, һин бында нимәшләп йөрөйһөң? — Туыған ил алдында бурысты үтәргә килдем, иптәш полковник!Прапорщик: Взвод! По порядку расчитайсь! -Беренсе, икенсе, өсөнсө… призывник өлəсəһе ишетмәй ҡала… тугыҙынсы. Прапорщик: Һез 10 булырға тейешһегез, яңынан по порядку расчитайсь!-Беренсе, икенсе, өсөнсө… призывник өлəсəһе өлгөрмэй ҡала… тугыҙынсы. Прапорщик: Хәҙер яйлап, яңынан по порядку расчитайсь!-Беренсе, икенсе, өсөнсө…унынсы! Прапорщик: вот так то! А то минен башымды бутарға уйлайһығыҙ.Ә хәҙер фамилиялап барлап сығабыҙ: Арланов Рөстəм-Мин!-Прапор: Ҡайза эшләнең? Үзең турала һөйләп кит.-Нефтяник булдым гражданкала. “Арланнефт”та -Прапор: Әбдел -Әбдел мөхəм- мəт- рəхим-ғол-зада-ев Ирек. Тә-ә-к. Ысын фамилиян Бөркөтов, значит. Но һин бөтәһе өсөн дә турғай буласаҡһың! Телемде һинең фамилияңа һындырып тормаҫмын. Үҙең турала әйтеп кит әле!-Кумертауҙа шахтер булып эшләнем. -Прапор: Иçəүəнов Радик!-Мин!-Прапор: Был иҫэр очки кейеп алган бит эле. Ҡайҙа, кем булып эшләнең? Эшләгән булһаң әгәр…(көлә).-Авиация институтында аспирантурала уҡып йөрөнөм, шул уҡ ваҡытта фән институтында эшләп йөрөнөм. 12 ғилми хеҙмәт авторы. Асыштарым да бар…-Прапор: етте, етте, очкарик. Ғалимов Талип! Ғалимов Талип!-Мин…-Прапор: һин дә аспирантмы? Ғалим йә студентмы? Нимәшләп одеколон еҫе сыға? -Мин безработный. Одеколон профилактика өсөн генә, себен-серәкәй килмәһен өсөн. Үҙем Өфөнөкө.Старшина: Ә себен-серәкәй былай ҙа юҡ бит…-Тройной йә шипрҙан һуң юҡ ул.-Прапор: Етте, шипр! Күҙенде йом, насар еҫ сыга! Упор лежа принять! Отжимание ун тапҡыр! Бөтәгеҙгә лә әйтеп ҡуям: минен әйткән һүҙ- закон! Беренсе замечание- 10 отжимание! Икенсе замечание- 20. Өсөнсө…Иçəүəнов Радик: 30 отжиманиемы?-Прапор: Юҡ! Туалет таҙартырға. Аҙаҡ губа!-Прапор: Хаттабов Шаһит-М-и-ин.(ҡурҡып).-Прапор: Ҡайза, кем булып эшләнең?Узбәкстанда тыуып үҫтем. Инәйем Башҡортостандыҡы, шуға бергә күсеп ҡайттыҡ. Электрик булып Бәләбәйҙә эшләнем.-Прапор: Шартлатҡыстар менән эш иткәнең булдымы?-Йо-оҡ, иптәш прапорщик!-Прапор: Шарапов Сəмиғулла!-Мин-Прапор: Гражданкала спиртлы эсемлектәр менән мауыҡманыңмы?-Юҡ, иптәш прапорщик. Бер ҡасан да. Мин спортсмен. Биатлонист.-Прапор: Что-то минең исем-фамилиялар тураһында теория тура килмәй бит эле. Ярай, азаҡ анализ эшләрмен әле.Старшина: Иптәш прапорщик! Һеҙҙе үҙенэ иптәш генерал-майор саҡыра!-Прапор: һорау алыуҙы дауам ит!Старшина: Есть, иптәш прапорщик!Старшина: Кәкүков Йомабай!-Мин! Старшина: һин, негр, армияла нишләп йөрөйһөң?-Мин негр түгел, ә афробашкортостанец. Бөйөк шағир әйтмешләй: Рус түгелмен, ләкин Россиянмын…Старшина: Эйе, эйе, беләм. Рәсүл Гамзатов әйткән…-Мостай Кәрим, иптәш старшина!Старшина: Икеһе бергә булғанда әйткәндәр. Ә һин нимәшләп Кәкүков Йомабай булып киттең эле?-Ысын исемем Кёкю Юмабо Джамбо Анрикио. Атайым-әсәйем Замбиянан, Уфалағы нефть институты студенттары. Замбияла революция башланғас, Башкортостанда тороп ҡалалар. Үҙем Өфөлә тыуып-үҫеп 1-се мәктәп-интернатында уҡыным, хәҙер уны Рәми Ғарипов исемендә тиҙәр. Башҡорттар араһында йәшәгәс, башҡортса һәйбәт беләм. Хатта республика олимпиадаһында тел һәм әҙәбиәттән 3-сө урын алдым. Әле илем алдында бурысты үтәргә килдем.Старшина: Молодец, Кәкүк Йомабаев! Старшина: Бөркөтова Гөлшат!-Бында!Старшина: Ике ботоң ҡулымда! Мин тип әйтергә кәрәк!-Һин! Старшина: Һин түгел, мин! Нишләп армияла йөрөйһөң? -Улым менән бергә килдем, срокты бергә матать итһәк ике тапҡыр әҙерәк служить итәсәкбеҙ.Старшина: Логично!-Иптәш старшина, буламы?..Старшина: Тор урында, тулама! Рөхсәт итетеҙ тип әйтергә кәрәк ! Рөхсәт итмәйем! Һинең кличка Гульчатай буласаҡ! Гульчатай, прикрой личико, мне страшно!…Старшина: Арланова Асия-Мин!!!Старшина: Тэ-эк. Һиңэ һорауҙар юк!Арланова Асия: Иптәш, иптәш!Старшина: Иптәш- бетемде сүпләш! Иптәш прапорщик тип өндәшергә кәрәк. Ә әле урыныңда тор!Старшина: ( әбейгә өндәшә) Ә һин кем булаң? Бында нимә эшләйең?Призывник өлəсəһе: мин ейәнем урынына хеҙмэт итергә килдем. Ул әрмеләге бабай- дедтарҙан ҡурҡа. Ә минең ҡартым 7 йыл элек үлеп ҡалды. Яңғыҙ йәшәүе ҡыйын. Ауылда бабайҙар йә үлеп бөткән, йә ҡатындары бар. Мин берәй дед менән танышып ауылға алып ҡайтырға булдым. Пенсиям һәйбәт. Үҙемдә көсөм дә, дәртем дә бар! Дедтар иҙән- нәски йыуғандарҙы, төрлө эштәр эшләгәндәрҙе, төнөн әкиәт һөйләгәндәрҙе ярата, тиҙәр. Мин бөтә эштәрҙе лә әшләргә әҙер, әкиәттәрҙе күп беләм. Берәй дедты бирегеҙ әле миңә!Старшина: Эй, һин, озабоченная, көҙгөгә һуңғы тапҡыр ҡасан ҡараның? Өйгә ҡайт та ҡыш бабайҙы көтөп ят! Һин бында калһаң, армиянан егеттәр ҡасып бөтәсәк!Хаттабова Эльвира килеп инә: Приветики! Һеҙ нимәгә очередта ҡабырға менән торағыҙ? Нимә бирәләр?Старшина: Стройға тор!Хаттабова Эльвира: Ой-ой-ой! Ҡурҡыттың. Мин может прическа эшләмәгәнмен.Старшина: Фамлилиян?-Хаттабова Эля. Эльвира Ахсановна тип тә өндәшергә мөмкин.Старшина: Призывник Хаттабова, ятырга!-Нимә, нимә?Старшина: Упор лежа принять! Мин әйткән һүҙ- закон! Әгәр эшләмәһәң- губаға ебәрәм, отгул бирмәйем, сгною һине! Хаттабова Эльвира арҡаһына ятып ала, аяҡтарын айыра: бына ошолай- бөтә халыҡ алдындамы? Мәсхәрә итәңме?Старшина: Йөҙтүбән ят! -Извращенец! (Йөҙтүбән ята.)Старшина: рядовой Шарапов Сəмиғулла!-Мин!Старшина: күрһәт нисек отжимание эшләргә!Хаттабова Эльвира: был егет менән бөтә халыҡ алдында прижымание эшләргәме? Берәй йәшерәген табыр инең. Ҡәбәхәт! Чтоб һин ғүмер буйы бер ҡатын менән генә йоҡлап йәшә!(Шарапов отжимание эшләй. Хаттабова уға оҡшататып отжимание эшләп ҡарай, арый.) Хаттабова Эльвира: арҡала ятып прижымание эшләү миңә лучше оҡшай! (Свет һүнә. Ҡараңғы.)Старшина: Негрҙың ашҡаҙанында һымак ҡараңғы. Рядовой Гульчатай!-бында! Старшина: Ике кәләш уйымда! Мин тип әйтергә кәрәк! Предохранитель килтер!Гульчатай: мин предохранительды һәр саҡ үҙем менән йөрөтәм. Былай ҙа балаларым күп- әллә ниндәй кешеләр була. Ярай эле ҡараңғы, кеше күрмәй!Старшина: Мин светтың предохранителен әйтәм. Тиҙерәк килтер!-Есть, иптәш старший! (Свет яна).Прапор килә: Кем бында светомузыка ҡуйзы? Мин һеҙгә покажу! Старшина: былар миңә бөгөн уже надоели, берәй яза биреп алыр кәрәк.Прапор: Тэ-э-к. Мин йомаҡ әйтәм, кем белмәй- отжимание!Прапор: Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ. Кем ул, рядовой Арланов? — ҡуян, иптәш прапорщик!Прапор: Дөрөҫ түгел! Разведчик! Һиңә ун отжимание!Прапор: тышы йәшел, ҡаты. Эсе ҡыҙыл, татлы. Нимә ул, рядовой Бөркөтов?- Ҡарбуз, иптәш прапощик!Прапор: Юҡ шул, вино! Ун биш отжимание! Ҡат-ҡат ҡатлама, аҡылын булһа, ташлама! Рядовой Ғалимов!- Китап!Старшина: юк, ҡышҡы сылғауҙар! Тоесть портянки! Егерме отжимание! Старшина: Һыйырҙа бар, кешелә юҡ, һарыҡта бар, эттә юҡ. Рядовой Иҫәүәнов!- Һ хэрефе, мөгөҙ, тояк…Старшина: икенсе йомаҡ: Сыбар ала күлдәге, тотһаң- уңа биҙәге.- Күбәләк тә, ҡытай әйбере лә!Старшина: Төрлөһө төрлө төҫтә, төрлөһө төрлө эштә?- Төҫлө ҡәләмдәр. Гастербайтерҙар Уфала!Старшина: Был яуапты үҙем дә белмәй инем. Все равно, ун отжимание эшлә, минең күңелем өсөн…Старшина: Йомаҡтар бөттө, мәкәлдәр әйтешеп алайыҡ. Мин башлайым, һеҙ дауам итәгеҙ. Кем эшләмәй… Рядовой Хаттабов! — шул ашамай!Старшина: Кем эшләмәй, шул түрә! Хин дуракмы, әллә дальтоникмы? Ун отжимание!Старшина: Күҙ ҡурка… Рядовой Шарапов!-ҡул эшләй!Старшина: Юҡ! Күҙ ҡурҡа, ҡул урлай! Өйрән , салага! Көрәк алырға, бынан алып төшкә тиклем ер ҡаҙырга!Старшина: Егет кешегә етмеш төрлө… Рядовой Кәкүков! Негр что ли?- Егет кешегә етмеш төрлө ҡыҙ за аҙ! Мин афробашкорт!Старшина: Молодец, кәкүк! Ход мысли миңә оҡшай! Но закон один, тән төҫөнә ҡарамастан. Ҡара булһаң да. 10 отжимание!Старшина: Бөгөнгә цирк бөттө. Хәҙер строевой, аҙак кросс, аҙак снова строевой. Һорауҙар юҡмы? Булмаһа тара лыгыҙ! Ҡыҙҙарға- уңға, егеттәргә- һулға. Буталмагыз! Ҡыҙҙарга һулға ярамай!Бөтәһе лә таралыша. Ҡорт-протеин. Эй, өсәү, икегеҙ ҙэ бында килегез!
Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[18 декабря 2009] | Просмотров: 228 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}