Новости » Литература | ||
Ҡыҙҙар халҡы бигерәк ҡыҙыҡ бит ул.Тоталар ҙа толом ҡырҡалар.Был шыма сәс менән егеттәргәОҡшамабыҙ тиеп ҡурҡалар…Алдарыңда ята сәс толомоң,Һин ҡарайһың уға гел тынып.Сәстәреңә бер саҡ сал йүгерер -Алтын төҫөн һаҡлар был толом.Һандығыңдан уны алған һайын,Иҫләрһең һин иҫәр йәшлекте…Сал төшөрмәй һаҡлап булһа икәнЙәшлекте лә шулай йәш итеп.Уның шаулы һуҡмаҡтары буйлапБашҡасараҡ килә үтәһе…Берсә көлөп, берсә моңһоуланыпАлтын толомоңдо һүтәһең.Шул толомдо ҡулдарына урап,Бәхетенән кемдер иҫергән.Минең өсөн түгел, башҡа берәүҺоҡланһын тип, сәсең киҫелгән.Шул киҫелгән сәскә күҙҙәреңдәнМин күрмәгән нурҙар түгелде…Тағатмасы, зинһар, толомоңдо,Ҡанатмасы минең күңелде. 29.04.62
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[29 июля 2013] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}