Новости » Культура | ||
Күренекле башҡорт яҙыусыhы, Башҡортостан Республикаhының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты Сәғит Агиштың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән Хәтер hәм ҡәҙер кисәhенең сценарийы.(30 минутлыҡ)Өфө, Башҡорт дәүләт филармонияhы12 февраль, 17 сәғәтСәхнә түрендә Сәғит Агиштың портреты hәм 100 йыл тип яҙылған.Ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө (Ырымбурға бәйле көй булhа, бигерәк шәп) яңғырай. Алып барыусы сыға.Алып барыусы. Хәйерле кис, хөрмәтле әҙәбиәт hөйөүселәр!Донъяла ваҡыттан да оҙон нәмә юҡ. Ни өсөн тигәндә – ул мәңге. Ваҡыттан да ҡыҫҡа нәмә юҡ. Сөнки кешенең был фани ғүмерендә бары бер мәл генә. Кеше ғүмере өсөн ваҡыт сикле икән, йыhан өсөн ул икhеҙ-сикhеҙ.Зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт, тиҙәр. Әммә ваҡыт менән дә ярышыр көс бар. Ул да булhа – әҙәбиәт. Яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, татыулыҡҡа әйҙәр әҙәбиәт hәм, әлбиттә, бар булмышы менән шул әҙәбиәт Fали йәнәптәренә хеҙмәт итер әҙип. Талантлы әҙип ижадында заман йөҙө ваҡыт юя алмаҫлыҡ итеп мәңгеләштерелә.Күренекле башҡорт яҙыусыhы, Башҡортостан Республикаhының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты Сәғит Агиштың да исеме уның ғүмере сиктәре аша үтеп, бөгөнгә килеп етте. Уның тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап йыйылған бөгөнгө ҡоробоҙ шуның асыҡ дәлиле.Хәтер hәм ҡәҙер кисәhен асыу өсөн hүҙҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараhы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты hәм Сәғит Агиштың яҡташы Рауил Бикбаевҡа бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ, Рауил ағай!Рауил Бикбаев hөйләй.Алып барыусы. Сәғит Агиштың замандаштары hәм дуҫтары: Fәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Сәләх Кулибай, Сәғит Мифтахов, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Сәғит Агиш… Ниндәй исемдәр! Ниндәй шәхестәр, ниндәй ижадсылар! Уларҙың барыhы ла бар булмыштарын бағышлап, берҙәй үк изге нәмәләргә – әҙәбиәткә, Тыуған илгә hәм тыуған халҡына – хеҙмәт иткән. Әммә hәр әҙиптең был тормошта үҙ тәғәйен юлы, әҙәбиәттә үҙ урыны, үҙ hүҙе бар. Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы былтыр үҙенең 70 йәшлек юбилейын байрам иткәйне. Ошо Союздың иң тәүге ағзаларының береhе, Сәғит Агиштың тормош юлы hәм ижады хаҡында бәйән итер өсөн сәхнәгә әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловты саҡырабыҙ.Рафаэль Аҙнағолов С.Агиштың тормошо hәм ижады хаҡында hөйләй.Алып барыусы. Ырымбур, тибеҙ икән, hәр башҡорттоң күҙ алдына мәшhүр Каруанhарай килеп баҫа. Сәғит Агиштың да яҙмышы был данлыҡлы тарихи-архитектура комплексы менән туранан-тура бәйле. Яҙыусы 1921-1924 йылдарҙа, Fабдулла Амантай, Зәйнәп Биишева, Муса Йәлилдәр hәм башҡа күренекле шәхестәр уҡыған Башҡорт педагогия техникумында белем ала. Белеүегеҙсә, был уҡыу йорто тап шул Каруанhарайҙа урынлашҡан була. Ҡәҙерле дуҫтар, хәҙер hеҙҙең иғтибарығыҙға Райман Ишбаев башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Каруанhарай» Райман Ишбаев башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Каруанhарай»Алып барыусы. Әҙәбиәт ҡағыҙ, ҡәләм, ижад hәм китаптар ғына түгел. Әҙәбиәт дуҫтар, иптәштәр hәм ҡәләмдәштәр ҙә. Әҙиптең ижад шатлыҡтары hәм ижад ғазаптары хаҡында уның ҡәләмдәштәренән дә асығыраҡ әйтеүсе булмаҫтыр. Шуға күрә, Сәғит Агиш тураhындағы хәтирәләр менән уртаҡлашыу өсөн сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде саҡырайыҡ. Рәхим итегеҙ, Мостафа Сафич!Мостай Кәрим сығыш яhай.Иғланhыҙ сәхнәгә ҡурайсы сыға. Башҡорт халыҡ көйө « « башҡара.Алып барыусы. Бөйөк яҙыусының яҡты иҫтәлегенә бағышлап, … башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө … яңғыраны.Мөхтәрәм әҙәбиәт hөйөүселәр, бөгөнгө Хәтер hәм ҡәҙер кисәhенә Башҡортостан китап нәшриәте Сәғит Агиштың хикәйәләр йыйынтығын сығарҙы. Тимәк, беҙгә тағы ла бер тапҡыр бөйөк хикәйә оҫтаhының үҙенсәлекле геройҙары менән осрашырға, улар менән бергә шатланырға, ҡайғырырға мөмкинселек тыуҙы. Был китапты сығарыуға булышлыҡ итеүселәрҙең барыhына ла рәхмәт hүҙен әйтеп, сәхнәгә нәшриәт директоры Азамат Урманшинды саҡырайыҡ.Рәхим итегеҙ, Азамат Рәшитович!Азамат Урманшин hөйләй.Унан hуң Амантаевтар башҡарыуында бейеү. Иғланhыҙ. Алып барыусы. Ҡәҙерле дуҫтар, hеҙҙең өсөн «…» бейеүен башҡарҙылар … hәм … Амантаевтар. Әйткәндәй, … Амантаев Сәғит Агиштың яҡташы hәм дуҫы Fабдулла Амантайҙың ейәне.Ә хәҙер hүҙҙе шағирҙарға бирәйек. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты Тимер Йосопов, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев hәм Fәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияhы лауреаты, Сәғит Агиштың ауылдашы Хисмәт Юлдашевтың сәхнәгә үтеүҙәрен hорайым.Шағирҙар сығыш яhай. Алып барыусы. «Атайым hәр саҡ көр күңелле, бик оптимист кеше ине. Уның гел шаяртып, кө лдөрөп hөйләүҙәре мәңгегә беҙҙең хәтерҙә hаҡланыр…» – тип яҙғайны атаhы хаҡында Лена Сәғит ҡыҙы Агишева «Иҫтәлектәр» китабында. Уның бөгөн дә беҙгә әйтер hүҙе барҙыр. Ихлас ҡул сабыуҙар аҫтында, Лена Сәғит ҡыҙын түргә саҡырайыҡ.Рәхим итегеҙ, Лена апай!Лена Агишева сығыш яhайАлып барыусы. Хәҙер hеҙҙең өсөн йырлаясаҡ Ырымбурҙарҙың тағы ла бер сағыу йондоҙо – Рәйлә Аҙнаҡаева. Рәхим итеп, ҡаршы алығыҙ! Алып барыусы. Сәғит Агиштың «Яҡташтар» повесында ике үҫмер, ике буласаҡ бөйөк әҙиптәр – Сәғит Агиш hәм Муса Йәлил hөйләшә: « – Шулай ҙа hеҙҙең Туҡ йылғаhы матур.– Уның кеүек йылға донъяла юҡ.– Донъяла юҡ тип әйтмә инде. Донъя ҙур бит ул. Туҡ кеүек йылғалар барҙыр, шулай ҙа Туҡ матур!– Ниңә, hеҙҙең Сайылмыш та бик hәйбәт. Һыуын ат бик яратып эсә. Һеҙҙең Сайылмыш нисә ташлы тирмән әйләндерә?– Ике ташлы тирмән.– Ә беҙҙең Туҡ көслө икән. Ул өс ташлы тирмәнде орсоҡ урынына зырылдатып әйләндерә…»Сәғит Агиштың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар, яҙыусының тыуған көнөндә, 19 ғинуарҙа, уның тыуған ерендә, әле генә уҡылған «Яҡташтар» повесында телгә алынған Туҡ йылғаhы башында, Иҫәнгилде ауылында башланды. Ҙурлап hәм оло ихтирам менән иҫкә алды күренекле ауылдаштарын Иҫәнгилделәр. Яҙыусының яҡташтары hәм райондаштары бөгөн дә беҙҙең менән, инде уларға hүҙ бирәйек.Рәхим итегеҙ, ырымбурҙар!Ырымбурҙар сығыш яhай.Ырымбурҙарҙан hуң Райман Ишбаев башҡарыуында иғланhыҙ йыр.Алып барыусы. Йомғаҡлау. Ҡәҙерле дуҫтар, кисәне ваҡыт тураhындағы фекерҙәр менән башлағайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ҙә ваҡыттан өҫтөн түгел, Хәтер hәм ҡәҙер кисәhе лә тамамланыр, әммә Сәғит Агиш беҙҙең күңелдәрҙә йәшәүен дауам итер. Беҙ hаман да уның әҫәрҙәрен уҡып ҡыуанырбыҙ, көлөрбөҙ, hағышланырбыҙ hәм бөйөк әҙибебеҙҙе юҡhынырбыҙ. Һәм уның исеме hаман да беҙҙең күңелдәрҙә ҡалыр. Был ғәҙеллек талабы. Сөнки әҙиптәр hәм уларҙың ижады ваҡыттан да өҫтөн.Күренекле башҡорт яҙыусыhы, Башҡортостан Республикаhының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты Сәғит Агиштың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән Хәтер hәм ҡәҙер кисәhе аҙағына етте, бөгөнгө кисә тамамланмай әле. Хәҙер … минутлыҡ тәнәфес иғлан ителә. Унан hеҙҙе яңынан ошо залда көтәбеҙ. Һеҙҙең иғтибарға Ырымбур өлкәhенән сыҡҡан күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәренең концерты тәҡдим ителәсәк.Ямғыр ҙа ямғыр…Һары көҙ. Һағыш…Ҡайҙа hеҙ Бикбай,Ниғмәти, Агиш?Һеҙ инде алыҫ,Юлыҡмаҫ тауыш.Арала – йылдар,Йылдарҙа – hағыш…Абдулхаҡ ИгебаевМин ишетәм Агиш тауышынЯҙыусы Сәғит Агиштың яҡты иҫтәлегенәТуҡта, ниңә,Мин hиҫкәнеп киттем,Тыңлағанда тулҡын тауышын?Тулҡын шауын түгел,әйтерhең дә,Мин ишетәм Агиш тауышын.Әллә өнөм, әллә төшөммө был,Таныш тауыш үҙе өндәшә,Сеү… тыңлағыҙ әле,беҙҙең менәнСәғит ағай үҙе hөйләшә:– Гөлдәрем дә мине мөлдөрәшепКөтәләрҙер йәйге таңдарҙа,Былбылдарым,зар-интизар булып,Болоҡhойҙар hары талдарҙа?Әммә донъя менән хушлашhам да,Күрмәhәм дә ҡояш нурҙарын,Көн hайын минрухым менән күрәмТыуып үҫкән илем ҡырҙарын.Ҡыҙҙарымдың уйсан ҡарашы ла,Фәрдәнәмдең моңhоу йөҙө лә,Улар йөрәгенәғүмерлеккәУйылып ҡалған hағыш эҙе лә;Бөтәhе лә миңә бик-бик танышУл hиҙмәй, тип фараз итмәгеҙ,Сәғит ҡайтмаҫ ергә китте шул тип,Бөтөнләй үк төңөлөп бөтмәгеҙ!Фани донъяларҙан китhәм дә мин,Һаман үҙем hеҙҙең арала.Моңайhағыҙ, мин дә моңаямын,Ҡыуанhағыҙ, ҡайғым тарала. Бөгөн дә мин, офоҡтарға бағып,Ҡаршы алам төҫлө ал таңды…Сая рухым минеңhис ҡасан даТашлап китмәҫ Тыуған Ватанды! 1975
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[13 июня 2012] | Просмотров: 306 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}