Новости | ||
2016 йылдың тәүге өс аҙнаһында ғына Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы 214 кеше асыҡланған. Быйыл сирле әсәләрҙән 35 бала тыуған. Иң ҡурҡынысы ла шул – йыш ҡына ВИЧ кеүек ауыр инфекцияларҙы ҡатындар ауырға ҡалғас, осраҡлы рәүештә дауаханаға эләккәс кенә асыҡлай. Шулай булғас, сирлеләр ысынбарлыҡта тағы ла күберәк, тип һығымта яһарға нигеҙ бар. Шулай итеп, республикала ВИЧ-инфекцияһына дусар булыусыларҙың һаны 17180-гә еткән. Элеккенән айырмалы рәүештә, инфекцияны башлыса енси юл менән йоҡторалар. Наркотиктар аша ла бик күп. Инфекциялыларҙың күпселеге ирҙәр – 10768 кеше. Улар башлыса республикабыҙ ҡалаларында йәшәй. Атап әйткәндә – 9662 кеше. Ауылдарҙа ВИЧ-инфекциялы 5283 кеше теркәлгән. Бындай сирлеләр төрмәлә ултырыусылар, йәшәргә урыны булмағандар араһында ла күп.
Лилиә СИРАЕВА.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[29 января 2016] | Просмотров: 298 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}