Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Новости

Ауылым килен-ҡәйнәләр менән данлы, тип ғорурланырлыҡ булһын » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 21.02.2020 1 min read
Новости
Бөгөнгө ауылдар менән элеккеләре араһында айырма ҙурмы? Байтаҡ ҡына, тиерһегеҙ. Яуап итеп, хәҙерге заман уңайлыҡтарын, йорттарҙың ҙурыраҡ та, бейегерәк тә һалыныуын, баҡсаларҙа түтәлдәр өҫтөнә йылы япмалар ҡоролоуын, ихаталарҙа машиналар күбәйеүен дә атарһығыҙ. Йәштәрҙең әҙәйеп, ололарҙың артыуын да иҫкә алырһығыҙ. Эйе, айырма бар икән шул. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа йолалар, матур ғаилә традициялары һаҡланып, йәшәйешебеҙгә бер биҙәк өҫтәй.Ошо көндәрҙә мәҙәниәт йортонда “Ауылым биҙәктәре” сараһы үткәйне, “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү бик фәһемле булды. Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлгөнә Татлыбаева менән китапханасы Рәмзиә Иманғолова ауылға айырым бер биҙәк өҫтәүсе ҡәйнәләр һәм килендәргә арнаған был сараһын.Ауылда төрлө ғаиләләр йәшәй – берәүҙәр күп бала үҫтерә, икенселәр татыу ҡәйнә-килен булып дан тота, өсөнсөләр тормош һынауҙарына бирешмәй лайыҡлы донъя көтә, һәр яҡлап өлгөлө, егәрле ғаиләләр ҙә күп. Әлеге “Ауылым биҙәктәре” осрашыуына ҡәйнә менән килен, оҙаҡ йылдар ҡәйнә ме­нән йәшәп, әле үҙҙәре шул “вазифа”ны үтәүсе апай-еңгәләр, күп балалы әсәләр, яңғыҙы ҡалып бала тәрбиәләүсе көслө ҡатындар саҡырылды.Бөгөн ҡәйнә менән килендең бер йортта йәшәүе һирәк күренеш тиһәк тә була. Сөнки, заман менән бергә атлаусы йәштәр тиҙерәк үҙ йортон булдырырға тырыша. Беҙҙең ауылда ла бергә көн итеүселәр әллә ни күп түгел, ни бары өсәү генә. “Түңәрәк өҫтәл”гә шундайҙарҙан ҡәйнәле-киленле Гөлсәсәк һәм Әлмира Әхмәҙиевалар килде. Алып барыусылар уларҙан татыулыҡ серен һорашты. – Ҡәйнә менән йәшәүе рәхәтме? – тип туп-тура һоранылар Әлмира килендән. – Рәхәт, – тип яуапланы ул. – Ете йыл бергә йәшәйбеҙ, ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ үҫә. Ҡәйнәм ҡараша, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Ирем Себерҙә. – Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыямы? – был һорау ҡәйнәгә тәғәйенләнде.– Һыя. Һыйҙыра белергә генә кәрәк. Бөтә нәмә ҡәйнәнән тора ул, – тип яуапланы Гөл­сәсәк апай.Уның өс улы, өс килене бар. Барыһынан да уңдым, ти бәхетле ҡәйнә.– Элек беҙ ҡәйнәләргә ярарға тырыша инек, хәҙер иһә килендәргә ярарға тырышалар, – тип һүҙгә ҡушылды 35 йыл ҡәйнәһе менән йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәнилә Кәримова. Был фекер менән, моғайын, күптәр килешәлер ҙә. Ҡасандыр үҙҙәре килен булған хәҙерге ҡәйнәләрҙең тормош тәжрибәһен файҙаланыуы ошолор, бәлки.Ҡәйнәһе менән ике тиҫтә йыл донъя көткән Зәйтүнә Аҙнағол ҡыҙы Даянова хәтерләүенсә, бергә йәшәүе бик уңайлы булған. Был абруйлы уҡытыусының мәктәптәге эшенә лә бик ыңғай йоғонто яһаған. Ҡәйнәм булмаһа, ауырға тура килер ине, ти ул.Мәрфуға Шәйхетдинованың да әйткәне дөрөҫ: – Бөгөн тормош матур, әммә ҡайһы берәүҙәр шул рәхәтлеккә сыҙамай. Йәш ғаиләләрҙең анһат ҡына айырылышыуы эсте бошора. Мин дә ҡәйнәм менән йәшәнем. Ул һәр ергә беҙҙең парлашып йөрөүебеҙҙе те­ләне, балаларҙы үҙе ҡарап ҡала ине. Беҙҙең тормошта күп нәмә ҡатын-ҡыҙ аҙымына бәйле. Шуға иғтибар итһен ине йәштәр.Роза килен дә ҡәйнәһе Хәлиҙә вафат булғансы бергә йәшәгәндәр. Был ғаиләлә дүрт бала үҫә. Иң ҙуры 6-сы класта уҡый. Килен, ҡәйнәһе һүҙенә ҡолаҡ һалып, күп бала табырға йөрьәт итеүен белдерҙе. Венера Әлимғолова яңғыҙы дүрт бала тәрбиәләй. Тәҡдир уны 35 йәштә тол ҡалдырған. Ул саҡта ҡатын дүртенсе балаһына ауырлы булған. – Шулай бер көн табипҡа китеп барғанда саҡ поезд аҫтында ҡалманым. Ошо ҡарынымдағы балам ҡотҡарғандыр, тием. Бер нәмәгә ҡарамай, бирешмәй йәшәргә тырышам. Балалары өсөн әсә көслө рухлы булыр­ға тейеш, – тине Венера. Ул һағышын йыр менән баҫа. Туғандарына атап йырҙар йырлай. Был сарала ла моңло тауышын ишеттек. Бында килеүсе һәр кемдән фәһемле фекерҙәр, теләк-тәҡдимдәр яңғыраны. Бына, мәҫәлән, улдарығыҙ иртә өйләнәбеҙ тиһәләр, ҡаршы килмәгеҙ, ваҡытында ғаиләле булыуҙары яҡшы, тип нәсихәт биреүгә нисек иғтибар итмәйһең инде?! Бөгөн бит буйҙаҡтар һаны артҡандан-арта.Ауылдың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн дә борсола ҡатындар. Беҙҙә бөҙрәхана асылһа ине, тегеү цехында ла эшләрлек кеше табылыр, профилакторий ҙа булһа, тигән кеүегерәк теләктәр әйтелде. Ниәттәр матур, бары тик мөмкинлек, кемдеңдер әйҙәп, алда йөрөүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеге генә кәрәк. Һүҙ юҡ, бөгөн ауылыбыҙҙа, ысынлап та, биҙәк булырлыҡ килендәр, әсәләр, ҡәйнәләр бар. Иң мөһиме, бәхетле һәм һау-сәләмәт йәшәһен барыһы ла. Гөлнәзирә ҒӘЛИМУЛЛИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.Әлшәй районы,

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник — ye02.ru
Автор: «Йәшлек» гәзитенән

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[24 декабря 2015] | Просмотров: 922 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Баня МУП ЛОК "Здоровье" Российская, 45/5 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Из-за действий главы Башкортостана против башкирского народа в Уфе назревает революция » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025