– Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?– Аҡ тирәк, күк тирәк, һеҙҙән беҙгә… почтальон кәрәк!
Бер яҡта беҙ, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, ҡулға-ҡул тотоношоп, икенсе яҡта төрлө һөнәр эйәләре тороп, күмәкләп уйын уйнаһаҡ, моғайын, иң йышы һәр өйгә матбуғат баҫмаларын, посылка-хаттар ташығандарҙы саҡырыр инек: «Почтальон кәрәк! Почтальон!» Сентябрь-декабрь айҙарында уларҙың абруйы бермә-бер артып китә шул. Улар – беҙҙең урындарҙағы вәкилебеҙгә әйләнә, уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеш булдыра, дуҫлығыбыҙҙы нығыта: «Ниндәй гәзит-журналға яҙылырға тиһеңме? Уйлап та торма, бына ошо-ошо баҫмаларҙы алдырып уҡыһаң, һинән дә уңған кеше булмаясаҡ!» Халыҡ тыңлай, почтальондарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала. Гәзит (журнал) ысынлап та уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән осраҡта, таныштарын, туғандарын да шул баҫмаға яҙылырға өндәй башлай. Һәм һөҙөмтәлә “иң-иң”дәрҙең тираж һандары әсегән ҡамырҙан да былайыраҡ арта-ҡабара. «Почтальондар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итегеҙ, ҡайһы ауылға барһағыҙ ҙа, иң тәүҙә почтаға һуғылығыҙ, – тине Белорет почтамтының Әбйәлил төркөмө етәксеһе Айҙар Ағзамов та, – үҙенә лә, эшенә лә иғтибарлы булығыҙ – ул яҙҙыра һеҙҙең гәзит-журналға, ул һеҙҙең агитатор-пропагандалаусығыҙ». Дөрөҫ һүҙгә – яуап юҡ. Бынан ары йыл әйләнәһенә иң яҡшы почта хеҙмәткәрҙәренең эшен яҡтыртып барырбыҙ, тигән ниәттәбеҙ үҙебеҙ ҙә. Яҙам тиһәң, Әбйәлил районы буйынса ғына ла, мәҫәлән, Асҡар, Байым, Буранғол, Ҡыҙыл Башҡортостан (Красная Башкирия), Ҡырҙас, Сиҙәм (Целиный), Әбделмәмбәт почта бүлексәләре тырыш хеҙмәте менән иғтибарға лайыҡ бит. Уларҙың хакимиәт башлыҡтары ла беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ, яҡлаусыбыҙ булып ҡала. Ғөмүмән, «Һеҙ – беҙгә, беҙ һеҙгә кәрәк», – тигән фекер Белорет ҡалаһында үткән Матбуғат байрамында йыш яңғыраны.
Байрам тигәс тә, кәйеф-сафа ҡороу түгел, ә тәү сиратта эшлекле кәңәшмә, күҙгә-күҙ ҡарап етди һөйләшеү формаһында булды ул. Республика, район баҫмаларының, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең китаптар күргәҙмәһе, сағыу концерт номерҙары ошо кәңәшмәнең фонын булдырҙы. Беҙҙең барыбыҙҙы ла – БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондары хакимиәттәре, Башҡортостан буйынса федераль почта хеҙмәте идаралығы вәкилдәрен, республика, район баҫмаларының баш мөхәррирҙәрен, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, мәктәп директорҙарын, уҡытыусыларҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, журналистарҙы бер уй-маҡсат бергә йыйҙы, берләштерҙе: «Киләһе йылдың тәүге яртыһына баҫмаларға яҙылыу кампанияһын нисек әүҙемләштерергә? Ниндәй ысулдар ҡулланырға? Нисек уҡыусыларҙы юғалтмаҫҡа?». БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Артур Иҙелбаев уратып-суратып тормай, әгәр баҫмағыҙ йөкмәткеһе, тышҡы биҙәлеше буйынса яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй икән, ыңғай һөҙөмтәгә өмөтләнергә лә кәрәкмәй, тине: «Гәзит-журнал – ул тауар. Уҡыуы ҡыҙыҡ түгел икән, ни эшләп уны, аҡса әрәм итеп, алдырһындар?!». Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе директоры Вил Лутов та Артур Мирас улының һүҙен йөпләне: «Мәғлүмәткә бай, йөкмәткеле баҫмаға халыҡ барыбер аҡса табып яҙыла». Тимәк, тираж артһын тиһәк, иң тәү сиратта беҙҙең үҙебеҙгә үҙгәрергә, йөкмәтке, дизайн өҫтөндә эшләргә лә эшләргә кәрәк. Тик, гәзит уҡыусыларының ярҙамынан, хаттарынан, кәңәштәренән тыш быны атҡарып сығыуы мөмкин дә түгел.Матбуғат байрамы көнөндә беҙ, «Йәшлек» гәзите мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм «Йәншишмә» гәзите мөхәррире Мирсәйет Юнысов, Белорет ҡалаһының лицей-интернатына осрашыуға барҙыҡ. Тырыш, тынғыһыҙ етәксе Гөлйемеш Садиҡова етәкләгән белем усағы – Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәренең береһе. Быны «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә аҡсалата премияға лайыҡ булыуҙары ла раҫлай. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, бер көн менән генә йәшәмәгән, киләсәкте хәстәрләгән уҡытыусылар эшләй бында. Улар уҡытып-тәрбиәләгән балалар менән йәнле аралашыуҙан һуң күңел йылынды: бына улар, беҙҙең киләсәк – зирәктәр, әүҙемдәр, отҡорҙар! Тап улар – беҙҙең буласаҡ гәзит-журнал уҡыусыларыбыҙ! Үҙҙәре бигерәк шәп, алсаҡ бит әле, ихлас асылдылар, һәләттәрен күрһәтергә ашыҡтылар. Бәләкәстәрҙең сығышын ҡарағанда, Абҙаҡ мәктәбендә үткән осрашыу күҙ алдына баҫты. Лицей-интернатта кескәй тиктормаҫ малай-ҡыҙҙар менән әңгәмәләшһәк, Абҙаҡта өлкән синыф уҡыусылары алдында телмәр тоторға тура килгәйне. Иғтибарлы, етди егет һәм ҡыҙҙар «Йәшлек»те бөгөн алдырып уҡыусылар, шуға ла уй-фекерҙәребеҙ беректе, һүҙҙәребеҙ һауала аҫылынып ҡалманы. Гөлшат Йомағужина етәкләгән Әхмәт Лотфуллин исемендәге был белем усағы ла – райондың ғына түгел, республиканың йөҙөк ҡашы. Грантлы мәктәптә инновацион эксперименталь майҙансыҡтар, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн үҫеш төркөмдәре уңышлы эшләй. Экология буйынса ла бик күп эш башҡаралар, хатта үҙҙәренең мәктәп урмансылығы бар. Белорет лицей-интернатының уҡытыусылары кеүек, Абҙаҡтағы педагогтар ҙа милли матбуғатҡа яҙылыу фронтында һәр саҡ тәүге һыҙыҡта. Өй беренсә йөрөп халыҡты яҙылырға, баҫмаларҙы алдырырға өгөтләгән, үҫеп килеүсе быуынды рухи аҙыҡһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышҡан уҡытыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Шуға ла киләһе йыл почтальондарҙан тыш, гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуға өлөш индергән уҡытыусылар хаҡында ла мотлаҡ рәүештә мәғлүмәттәр күп бирәсәкбеҙ. Ғөмүмән, милләт өсөн, халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн янып-көйгән рухлы кешеләр, хеҙмәтте данлаған һөнәрмәндәр, татыу ғаиләләр тураһында мөмкин тиклем күберәк яҙырға ниәтләйбеҙ, көнитмешебеҙҙең ыңғай һәм кире күренештәрен дә йыш яҡтыртырға уйлайбыҙ, гәзитебеҙ биттәрендә төрлө-төрлө кәңәштәр, ижади конкурстар ҙа урын аласаҡ. Әллә күпме идеяларыбыҙ бар, уларҙы тормошҡа ашырырға бар көстө һалырбыҙ. Ә «Йәшлек»тең яңы йылдан һуң ниндәй булып сығырын күргегеҙ килһә, яҙылығыҙ гәзитебеҙгә. Бергә ҡалайыҡ. Киләсәккә «Йәшлек» менән бер аяҡтан атлайыҡ. Баныу ҠАҺАРМАНОВА.Марс ФАТҠУЛЛИН фотоһы.
http://www.yeshlek-gazeta.ru/main/4331-a1185-tir1241k-k1199k-tir1241k.html