Отправлено 14 Ноябрь 2007 — 02:48
Дуҫтар, ошо темала үҙебеҙ бала саҡта, бәлки бәғзе берәүҙәрҙең хатта ҙурая биргәс тә, яратыыып уйнаған уйындарыбыҙы иҫкә төшөрәйек. Йәшенмәк, бура, ҡылысалыш, атыш, ҡурсаҡ, лапта, куҙбәйләш һ.б. иҫ киткес күңелле һәм ҡыҙыҡлы уйындарыбыҙҙы замана балалары беләме икән? Бәлким берәй ваҡыт күмәктәп йыйылывалып ҡартлас икәнебеҙҙе онотоп тороп берәй нәмә уйнап та алырвыҙ?
Отправлено 14 Ноябрь 2007 — 05:47
Беҙ «Лапта» түгел дә, «Уҙаман» ти торғайныҡ.
Иң аҙаҡ 7-се синыфта уйнағанымды иҫләйем, унан һуң берәүҙең дә уйнғанын күргәнем юҡ…
Отправлено 14 Ноябрь 2007 — 05:52
Э без гел генэ футбол уйнай торгайнык, уйнай торгас(аяк менэн) кулга тотоп югерэ торгайнык ызалап, ин азагы hугышып талашып кайтып китэ торгайнык. Ысындан ин яраткан уйын «сэпэмэтеп (сэпэмэтуп)» уйынын уйнай торгайнык.
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 08:36
Беҙ бәләкәй саҡта бер уйын була торғайны, ябай ҙа, күңелле лә. исеме «кансерва». Ҡағиҙәһе ошолай. Ергә кирбес һалып арҡыры бер таҡта киҫәге һалына. уның бер яҡ башы ергә терәлә һәм шул осҡа уҡ буш консерва һауытына 10 таш йыйып ҡуйыла. Шунан «бер бабай юлға сыҡҡан, тәгәрмәсе боҙолған, тәгәрмәсте йүнәтергә, нисә сөй кәрәк булған» тип бармаҡ кемгәлер тоҫҡала, ул әйтә берәй һанды, мәҫәлән 15, шунан бер-ике-өс….. ун биш тигәндә кемгә төртөлә, шул сыға. Ҡалғандар араһында яңынан шулай уҡ ней башлана. Ғөмүмән, кем иң аҙаҡ ҡала — шул көтөүсе. Көтөүсе консерваһын һаҡларға тейеш. Уйын таҡтаның икенсе яҡ башына берәүҙең аяҡ менән килтереп баҫыуы менән башлана. Осоп китэ бит инде теге консерва таштары менән ҡуша!!!! Көтөүсе мөмкин тиклем тиҙерәк баяғы 10 ташты табып, консерваға йыйып, теге таҡтаны йүнәтеп, вис кире урынына ҡуйырға тейеш булған арала ҡалғандар сыр-сыу килеп ҡайҙа етте шунда йәшенешеп бөтә. Шунан көтөүсе китә эҙләргә. Берәйһен тапһа йүгерә баяғы таҡтаның башына ҡулы менән ҡағылып өлгөрәм тип. Шул осраҡта ғына тегеһе тотолған иҫәпләнә һәм түҙемле генә уйынды ситтән күҙәтеп ултырасаҡ. Әгәр ҙә мәгәр йәшенгән берәйһе унан алда барып таҡтаға баҫып өлгөрһә, теге консерва виииис ташы нейе менән бергә күккә оса! Кем тотолған, вис кире ҡасып йәшенешеп бөтәләр. Көтөүсенең эше юҡҡа сыға. Әгәр ҙә көтөүсе осоп барған консерваны йә берәй ташты һауала көйө тоторға йылғырлығы етһә — баҫҡан кеше көтөүсе була. Таштарҙы шунда уҡ шул йыя башлай. Ҡалғандар йәшенә. Әгәр ҙә көтөүсе бөтәһен дә табып бөтһә, беренсе табылған кеше көтөүсе була шикелле, уныһын онотҡанмын… берәү ҙә уйнағаны юҡмы әллә?
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 10:58
Был уйндың исеме «12 таяҡ». Беҙҙә шул уҡ таҡта, тик кәнсире юҡ, ә 12 10-15 см оҙонлоғондағы таяҡтар. Башҡаһы һин яҙғанса. Һынамыштар ошолай ине. – Тараҡан ағай, ҡайҙа бараң? – Ҡыҙ алырға барам мин! – Һиңә ҡыҙҙы бирмәҫтәр! Йылҡы майы һөртөрҙәр! Аҡ суҡ, ҡара суҡ бында торма бар сыҡ! (Тараҡан тигәне берәй оҙон мыйыҡлы әҙәм булған микән?))) Йә ошолай. Беҙ, беҙ, беҙ инек! Беҙ 12 ҡыҙ инек. Баҙға төштөк, май ашаныҡ, таң атҡансы юҡ булдыҡ. Хап та, һоп тимер яҡоп. Ошоно әйтеп бөткәс берәү башҡаларҙы көлдөрөргә тырыша, йөҙ сира. Кем көлә шул тимәк ауыҙындағы тимер яҡопто (йоҙаҡты) асҡан булып сыға, көтөүсе була.
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 12:31
Э, без уйнай инек «hанграу телефон» тезелешеп ултра инек тэ, алып барыусы беренсе ултыргандын колагына бер hуз эйтэ,hунынан ин hунгы кешенэн hорай, азагында уйламаган hуз ишетелэ ине, колоп, эс катып ботэ ине тагын бер уйын- бар булган йэштэр тугэрэккэ ултыралар ине лэ, алып барыусы устарына йозок hала ине, икенсе берэу йозоктен кемдэлеген таба hунынан фантик ала ине тапмаган кешенэн, азагында берэу самауар була ине лэ hэр фантикка колколе эш (наказ) бирэ ине (этэс булып кыскыра мы, эт булып орэме)….. бэлки онотолгандырза кай бер ерзэре уйындарзын….
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 02:16
Эйе, апай, ул уйын «Күмер йөҙөк» тип атала! «Үгеҙ» һайлана, ул арты менән әйләнеп ултыра. Ҡалғандар берәй түмәр йә эскәмйәгә теҙелеп, апарыусының усын килтереп һәр береһенең усына тигеҙеп сығыуын көтә. Кемдеңдер усына йөҙөк төшә. Шунан күмәктәп үгеҙгә «күмерйөҙөк кемдә?күмерйөҙөк кемдә?» тип өндәшәләр. Үгеҙ боролоп утыра ла бәхетен һынап ҡарай. Дөрөҫ әйтһә йөҙөк тотоп утырған кеше фантик бирә, һәм үҙе үгеҙ була. Арыу ғына фантик йыйылғас, баяғы үгеҙме, самауырмы әпәт боролоп ултыра ла, апарыусы берәм берәм сығарған фантикка наказ бирә. Элекке йыл Өфөлә паркта уйнап маташҡайныҡ, эргәлә эскәмйәлә ултырған бер пар хатта видеокамераға төшөрҙө, бейеп, йырлап наказды үтәгәйнек…
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 03:28
Минең бала саҡ уйындары – «Ун ике таяҡ», «Көлдөрткөс», «Сатанлаҡ», «Сырмалсыҡ», «Сәғәт нисә?», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йүкә телефон» һәм беҙҙең яратҡандарҙың береһе – исемен онотҡанмын.. Ике яҡтан ике бала туп менән ураталағыларға тейергә тырыша. Башта тупты бер бала осора, уны икенсе яҡтан икенсеһе тотоп алып тағы осора, һәм артабан. Кемгә туп тейә, шул уйындан сыға. Ә кем тупты тота, уға «ғүмер өҫтәлә». Беҙҙең бер ҡыҙ һәр ваҡыт уйын аҙағына 3-4 ғүмер менән тороп ҡала торғайны, мин иһә уйындан гел беренселәрҙән булып «остом»
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 04:51
Сана, сангы шыуа торгайык кышын. Карзан ой, кэлгэ тозой торгайык. Кар бэрешэ инек язын. Йэшенмек те уйнай торгайык. Орлянка, кэрт, ер булеш(бэке м/н) уйнай торгайык. Орлянка хэм кэрт, могайын, беззен бала сактын ин популяр уйындары булгандыр.
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 05:34
Минең бала саҡ уйындары – «Ун ике таяҡ», «Көлдөрткөс», «Сатанлаҡ», «Сырмалсыҡ», «Сәғәт нисә?», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йүкә телефон» һәм беҙҙең яратҡандарҙың береһе – исемен онотҡанмын..
Өйрәгатыштыр! ике һунарсы «күл»дә йөҙөп йөрөгән ҡоштарҙы атывалалар. «Көлдөрткөс», «Сырмалсыҡ», «Сәғәт нисә?» уйындарын тасуирлап яҙырға йыванмаһағыҙ бигрәк шәп булыр ине!
Отправлено 15 Ноябрь 2007 — 06:03
Өйрәгатыштыр! ике һунарсы «күл»дә йөҙөп йөрөгән ҡоштарҙы атывалалар. «Көлдөрткөс», «Сырмалсыҡ», «Сәғәт нисә?» уйындарын тасуирлап яҙырға йыванмаһағыҙ бигрәк шәп булыр ине!
Эйе-эйе! өйрәгатыш! Көлдөрткөстө уйнағанда бер алып барыусы, ҡалғандары – уйынсылар. Алып барыусы һәр уйынсыға берәр һүҙ әйтеп сыға. Артабан һәр бер уйынсыға уны көлдөрткәнсе һорауҙар бирә башлай, яуап биреүсе гел баяғы һүҙ менән генә яуап ҡайтарырға тейеш. Мәҫәлән: «Башыңа нимә кейеп алғанһың?» – «Быйма!» Уйынсы түҙмәй көлә башлаһа, хатта йылмайһа ла берәр фантик бирә. һорауҙар биреп ялҡһа, алып барыусы икенсе уйынсыға күсә. Уйындың аҙағында фантиктар уйнатыла.
Был уйындың үҙ оҫталары була торғайны — һәр уйынсынан көлдөрөп, фантик алмай китмәй ине
Сырмалсыҡты беҙ класс менән дәрес араларында уйнай торғайныҡ. Берәүебеҙ кластан сығып тора. Ҡалғандарыбыҙ етәкләшеп түңәрәк яһайбыҙ ҙа әйҙә «сырмала» башлайбыҙ – ҡулдарҙы ысҡындырмай яһалған сип аша тегеләй-былай үтеп, төрлөсә әйләнәбеҙ, ахыры беҙҙең түңәрәк сип бутала. Кластан сыҡҡан иптәшебеҙ беҙҙең түңәрәкте элекке хәленә ҡайтарырға тейеш була. Ул хәҙер төрлөбөҙҙө сип аша йә тегеләй йә былай ашатлата башлай. Сиптә кеше куберәк булһа, уйынсы өсөн бик ҡыйын мәсьәлә
Ә бына «Сәғәт нисә»не хәҙер үк хәтерләй алмайым..
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 03:21
Без баласакта «ножички» уйнай торгайнык, Ер остондэ зургына тунэрэк хыза торгайнык, хэм нисэ уйынсыларына карап шул тунэрэкте булеп уйнай торгайнык. Захватывали территории, шан иде уже Цивилизэйшн менэн Варкрафт уйындары компьютерга сыкты ))))
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 05:05
Без баласакта «ножички» уйнай торгайнык, Ер остондэ зургына тунэрэк хыза торгайнык, хэм нисэ уйынсыларына карап шул тунэрэкте булеп уйнай торгайнык. Захватывали территории, шан иде уже Цивилизэйшн менэн Варкрафт уйындары компьютерга сыкты ))))
борйэндэ без уны «йералаш» (йералыш) тип атай торгайнык….
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 05:22
борйэндэ без уны «йералаш» (йералыш) тип атай торгайнык….
Бына ҡайҙан килеп сыҡҡан икән балалар өсөн юмористик тележурнал исеме «Ералаш»
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 05:32
тагыла бысак менан теге ней исемен оноттом: бысакты ыргытахын особым спосбом и по форме как он ляжет солдатик 3 раза танчик 3 раза кораблик 3 раза вселенная 3 раза осонсо уйын бысак менан: кидать ножичек с тыльной стороны, с острия, с пальца, с ладони, с локтя, с плеча, с носа, с макушки головы. Круто пока не норвался на эту тему то тогда вообще не вспомнил бы про эти три игры ))))))))))
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 06:26
ЕРАЛАШ Узбекское – aralas (неразбериха, путаница, смесь). Тюркское – аралаш (беспорядок). Слово «ералаш» пришло в русский язык из тюркского в XVIII в. и прочно закрепилось в лексике языка.
По мнению некоторых исследователей, первоначально слово служило для наименования особого восточного кушанья, а затем, претерпев ряд семантических трансформаций, приобрело переносное значение, в котором и используется в настоящее время.
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 07:58
Мы тоже в такие ножички играли… под конец проигрывающему надо было удержаться на ноге на своей территории. Только стоя на своей земле он мог кидать ножик на территорию неприятеля. Если не удержался — проиграл.