|
Новости » Культура |
Һәләтле, һандуғастай моңло тауышлы йырсы, «Урал моңо» фестивалендә Гран-при яулаусы Венера Рәхмәтуллина һәм сит ил халҡын таң ҡалдырған абруйлы, йәш музыканттар араһында популярлыҡ яулаған ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров күптәрҙең яратҡан музыкаль парҙарҙың береһе. Уларҙың ижадын һөйөүселәрҙе шатландырырға ашығабыҙ. 10 апрель Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы мауыҡтырғыс, йырға, ҡурай моңона бай «ҠураЙыр» эстрада шоу-концертына саҡыра. Венера Рәхмәтуллина — йырҙарҙы тәрәнерәк тойоп, йөрәк аша үткәреп юғары хис менән башҡара. Венераны беҙ халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы итеп беләбеҙ. Ул башҡарыуындағы «Иҙел», «Турғайҙар», «Ир егет»… үҙенслекле яңғырай. «Халыҡ өсөн эшләгәс, халыҡ йырҙарына тоғро булып ҡалырға кәрәк, — ти йырсы. — Рухи йәдкәрҙәребеҙҙе оноторға ярамай. Улар бер ваҡытта ла үҙ бәҫен юғалтмай, гелән юғары сәнғәт өлгөһө булып ҡаласаҡ». Әлбиттә, был концертта Венера Рәхмәтуллина башҡарыуында эстрада йырҙары ла яңғыраясаҡ. Башҡортостнадың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров һеҙҙе ҡурай моңона сорнар. Рушан башҡарыуындағы халыҡ, заманса көйҙәрҙе тыңлап, хис–тойғолар ҡайнарлығында ләззәт алып, рухи аҙыҡ туплап ҡайтырһығыҙ. “ҠураЙыр” исемле серле, сихри, тетрәндергес кисәлә Рөстәм Ҡудашев, Илшат, Хәлит һәм Айнур Фәтиховтар, Радик Вәлмөхәмәтов, «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәм йәш таланттар ҡатнаша.
10 апрель Башҡорт дәүләт филармонияһына Ҡурай һәм Йыр байрамына рәхим итегеҙ!
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[5 апреля 2010] | Просмотров: 103 Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}