Ергә тағы ни булды?Донъяның әле бер, әле икенсе мөйөшөндә ер тетрәп, халыҡты хәүефкә һалып ҡына тора.Күптән түгел генә Индонезия, Пакстан, Һиндостанда йәшәүселәр ҡаза күргәйне, сират Мексикаға ла етте. Ирекһеҙҙән, әлдә үҙебеҙҙең төйәк тыныс, тип уйлап ҡуяһың. Йәкшәмбе иртә менән Мексиканың төньяғында урынлашҡан Мехикале ҡалаһы янында ер тетрәү Рихтер шкалаһы буйынса 7,2 балға етә. Тәүҙә бер генә һәләк булыусы теркәлһә лә, яралылар һаны 100-ләгән кеше була. Ер аҫтындағы һелкенеүҙәр бик алыҫта ла һиҙелә, АҠШ-тың Лос-Анджелес ҡалаһына, Невада штатына тиклем барып етә. Күп кенә ҡасаба-ауылда электр, һыу, элемтә менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр бар. Мехикалела емерелгән йорттар аҫтында кешеләр ҡалыуы ла ихтимал. Өҫтәүенә, бер нисә ҡаланы тоташтырған автотрассала ла емереклектәр бар. Белгестәр билдәләүенсә, был – һуңғы йылдарҙағы иң көслө ер тетрәү.Автомобиль юлында – самолет Австралияла самолет автомобиль юлына төшөргә мәжбүр булған. Рулдәгеләр юлға ҙур «тимер ҡош»тоң төшөп килеүен күреү менән, ҡайһыһы ҡурҡыуға бирелеп, бәғзеләре ҡыҙыҡһынып күҙәтә башлай. Пилот иһә бер кемгә лә ҡаза килтермәҫ өсөн бик һаҡ ҡылана, һөҙөмтәлә бер ниндәй «төкөшөү»һеҙ юлға килеп төшә. Самолеттың двигателе ҡапыл ғына эшлектән сығыуға бәйле башҡарыла был аэропортһыҙ «ултырыу». Осоусы бик тәжрибәле булып сыға, хатта юлдағы машиналар водителдәренә алдан уҡ сигнал бирә, йәнәһе, ураңҡырап үтегеҙ. Тиҙ генә килеп еткән полиция ла пилотты һөнәрилеге өсөн маҡтаған, имеш. Әгәр осоусы тәжрибәһеҙерәк булып, уйламағанда-көтмәгәндә автоюлға килеп төшһә, нисә машина бәрелешер ине икән – әйтеүе ҡыйын.Тағы шартлауҙар…Ингушетияның Ҡарабулаҡ ҡалаһында бер-бер артлы шартлауҙар булды, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.Улары ла бит әле урамда йәки башҡа берәй ерҙә түгел, ә ҡаланың эске эштәр бүлеге янында. Тикшереүселәр әлегә эш башлай алмай тора, сөнки тағы бер нисә урында шартлатҡыс ҡорамалдар табылған. Ингушетияның хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бина алдында бер-бер артлы булған ике шартлауҙан һуң көсөргәнешле эш режимына күсте. Террорсы үҙен 5 апрелдә иртә менән шартлатҡайны, һөҙөмтәлә ике милиционер һәләк булды. Һуңғараҡ ГОВД янындағы еңел автомобиль дә шартлай. Үҙен-үҙе «ҡорбан» итеүсе шул машинала килгәндер, моғайын. Был шартлау берәүгә лә зыян килтермәгән.»Йәшлек» гәзите сайтынан
Баҫырға
|