Литература » Песни | ||
Ай, Уралым, Уралым,Уралып ятҡан Уралым.Ил һаҡлаған ҡоралым,Ил һаҡлаған ҡоралым.Атам кейәү булған ер,Әсәм килен булған ер,Кендегемде киҫкән ер,Тәмле һыуын эскән ер.Бүреһе күп Уралтау, Уралтау,Ҡуяны күп Уралтау, Уралтау,Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ, шеш ҡолаҡ,Ҡуяны күп Уралтау, Уралтау.Алпан-толпан атлағанАйыуы күп Уралтау,Ҡыҙ балалай биҙәнгәнТөлкөһө күп Уралтау, һай!Ояларға урыны мул, урыны мул,Ҡоштары күп Уралтау, һай, Уралтау.Сыңыр-сыңыр сыңрағанЙылҡыһы күп Уралтау,Мөңөр-мөңөр мөңрәгәнҺыйыры күп Уралтау, Уралтау.Балтырғаны беләктәй,Һарнаһы ҡурай еләктәй,Йылғалары көмөштәй,Борсағы тәмле емештәй,Уралтау,Уралтау!Ай, Урал мой, Урал мой,Изгибами лежащий Урал мой.Страну хранящее оружие мое,Страну хранящее оружие мое.Земля, где отец мой стал зятем,Земля, где мать моя стала невесткой,Земля, где перерезали мою пуповину,Земля, где пил вкусную воду.Где волков много, Уралтау, Уралтау,Где зайцев много, Уралтау, Уралтау,Где с короткими хвостами, с торчащими ушамиЗайцев много, Уралтау, Уралтау.Где вперевалку ходящихМедведей много, Уралтау,Где разряженных, как девочки,Лисиц много, Уралтау, һай!Где гнездиться места полно, места полно (имеющих)Птиц много, Уралтау, һай, Уралтау.Где «сыңыр-сыңыр» нежно ржущихЛошадей много, Уралтау,Где «мөңөр-мөңөр» мычащихКоров много, Уралтау, Уралтау.Где борщевик (толщиной) в руку,Где саранка как малина,Где реки как серебро,Где горох вкусен, как фрукт,Уралтау,
Уралтау!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[4 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}